Эстәлеккә күсергә

Докучаева Алла Анатольевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Алла Докучаева битенән йүнәлтелде)
Докучаева Алла Анатольевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 ғинуар 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (89 йәш)
Тыуған урыны Түбәнге Новгород, РСФСР, СССР
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, журналист
Уҡыу йорто Н. И. Лобачевский исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт университеты
Ойошма ағзаһы Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Докучаева Алла Анатольевна (7 ғинуар 1935 йыл) — яҙыусы, журналист. 1959 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984). (1959), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1997). Башҡортостан Министрҙар Кабинеты премияһы лауреаты (1997). С. Злобин исемендәге премия лауреаты (2010).

Докучаева Алла Анатольевна 1935 йылдың 7 ғинуарында Түбәнге Новгород ҡалаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Тыуған ҡалаһында урта мәктәпте, 1957 йылда Горький университетының филология факультетын тамамлай. Университетты тамамлағас, Горький ҡалаһындағы гәзит һәм журналдарҙа эшләй, 1970 йылдан — Өфөлә «Вечерняя Уфа» гәзитенең бүлек мөдире, 1982 йылдан — секретары, 1993—2001 йылдарҙа — баш мөхәррир урынбаҫары.

Алла Анатольевна детектив жанрында проза әҫәре, балалар өсөн шиғырҙар, әҙәбиәт һәм сәнғәт темаһына мәҡәләләр яҙа.

Докучаев Алла Анатольевна — 20-нән ашыу документаль һәм нәфис китап авторы, танылған детектив оҫтаһы.

Китаптары: «Уроки на всю жизнь» (1986 йыл), «И лишь однажды осветило…» (1990), «Реликт сауҡалыҡтағы үлтереш» («Убийство в реликтовой роще», 1991), «Иҫке йорт серҙәре» («Тайны старого дома», 1993), « „Маскарад“ ағыуы» («Яд „Маскарада“», 2005), фәнни-фантастик роман «Алла хөкөмө» («Суд Божий», 2005).

Очерктар китаптары: «Балалар беҙгә оҡшаған» («Дети похожи на нас», 1991), «Лица. Знакомые и не очень» (2000).