Аллилуев Сергей Яковлевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аллилуев Сергей Яковлевич
рус. Сергей Яковлевич Аллилуев
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Сергей Яковлевич Аллилуев
Тыуған көнө 7 октябрь 1866({{padleft:1866|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Рамонье[d], Аннинск районы[d], Воронеж округы[d], Үҙәк - Ҡара тупраҡ өлкәһе[d], РСФСР
Вафат булған көнө 27 июль 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1] (78 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Үлем сәбәбе Ашҡаҙан яман шеше[d]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Хәләл ефете Ольга Евгеньевна Федоренко[d]
Балалары Надежда Сергеевна Аллилуева[d], Аллилуев Павел Сергеевич, Аллилуева, Анна Сергеевна[d] һәм Фёдор Сергеевич Аллилуев[d]
Һөнәр төрө революционер
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Аллилуев Сергей Яковлевич (7 октябрь 1866 йыл27 июль 1945 йыл) — урыҫ революционеры[2][3]. Рәсәй эшселәре араһынан тәүге социал-демократтарҙың береһе[4]. Н. С. Аллилуева һәм П. С. Аллилуевтың атаһы, Сталиндың ҡайныһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сергей Яковлевич Аллилуев 1866 йылдың 7 октябрендә Воронеж губернаһының Рамонье ауылында тыуған. Атаһы Яков Трофимович (1841—1907), әсәһе Марфа Прокофиевна (1841—1928). Атаһы — күсер, ә әсәһе байҙарға хеҙмәт итә. Сергей Яковлевич Аллилуевтың ейәнсәре Светлана Аллилуева, ул яртылаш сиған булған, тип раҫлай[5]. Атаһының вафатынан һуң әсәһе ҡулында биш бала ҡала. 12 йәшендә Сергей эшкә ялланырға мәжбүр була.

1890 йылдың авгусында Аллилуев бер иптәше менән Владикавказға юллана, унан Хәрби-Грузин юлы буйлап улар Тифлисҡа тиклем барып етәләр, унда Аллилуев тимер юлдары оҫтаханаһына эшкә төшә һәм шунда уҡ Алексей Пешков (Максим Горький) менән таныша.

1896 йылдың июлендә Аллилуев оҫтахананан китә һәм Михайлово станцияһы (хәҙер Хашури) депоһына машинист ярҙамсыһы булып урынлаша.

1899 йылдың яҙында малярия ауырыуы арҡаһында Михайловоны ҡалдырырға мәжбүр була һәм ғаиләһе менән бергә Екатеринослав ҡалаһына күсә, унда ул Г. И. Петровский менән таныша. 1899 йылдың декабрендә Аллилуевтар Тифлисҡа әйләнеп ҡайта. 1900 йылғы маевкала ҡатнаша.

Революцион эшмәкәрлеге өсөн 1903 йылда уға Кавказда йәшәү тыйылғанға күрә, ул — Ростовта, һуңынан (1907—1908) Санкт-Петербургта йәшәй. Ирина Гогуа раҫлауынса, Л. Б. Красин уны Петербургта подстанция начальнигы итеп урынлаштыра[4].

Уның 10-сы Рождественская урамындағы 17-а фатирын даими рәүештә большевиктар конспиратив осрашыуҙар өсөн ҡуллана. 1917 йылдың февраль ваҡиғаларынан һуң Сталин Турухан һөргөнән ҡайта һәм С. Я. Аллилуевтың фатирында йәшәй. Ошо уҡ фатирҙа 1917 йылдың июлендә күпмелер ваҡыт Ленин да йәшеренә.

1938 йылда фатирҙа музей ойошторола һәм ул «И. В. Сталиндың музей-фатиры» тип исемләнә башлай. Сталин культы фашланғандан һуң «В. И. Лениндың музей-фатиры» тип үҙгәртелә. Хәҙер бында «Аллилуевтар музей-фатиры».

Граждандар һуғышы йылдарында С. Я Аллилуев Украина һәм Ҡырымда йәшерен эш алып бара.

Революциянан һуң электрлаштырыу өлкәһендә эшләй, Шатура ГЭС-ын төҙөй, "Ленэнерго"ла эшләй.

С. Я. Аллилуев 1945 йылда Мәскәүҙә ашҡаҙан яман шешенән вафат була.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатыны — Федоренко Ольга Евгеньевна (1877—1951).

Балалары — Павел (1894—1938), Анна (1896—1964), Федор (1898—1955) һәм Надежда (1901—1932).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Аллилуев Сергей Яковлевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. СИЭ. — Т. 1 — С. 410.
  3. Аллилуев Сергей Яковлевич, биография
  4. 4,0 4,1 Огонек: Ирина ГОГУА: СЕМЕЙНЫЕ ИСТОРИИ. Дата обращения: 4 декабрь 2013. Архивировано 4 март 2014 года. 2014 йыл 4 март архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «autogenerated1» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  5. Дочь Сталина Светлана АЛЛИЛУЕВА: «Я всегда ненавидела советскую Россию»

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]