Алма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡыҙыл алма
Фуджи сортлы алма

Алма — сей көйөнсә ашамлыҡта файҙалана торған алмағас емеше, кулинарияла һәм эсемлек эшкәртеүҙә ҡулланған сеймал. Килеп сыҡҡан ере — Урта Азия. Бигерәк тә баҡса алмағасы киң таралған. Хәҙерге көндә алмағастың төрлө тәбиғәт шарттарында үҫә торған бик күп сорттары билдәле.

Кулинарияла ҡулланыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙерләү ысулдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алма бәлеш
  • Сей алма — салатҡа (мәҫәлән, «Ташбаҡа» салатында).
  • Киптерелгән алма. Ҡояшта йәки духовкала киптерелгән емеш.
  • Ебетелгән алма. Был әҙерләмәләрҙең өс төрөн айыралар: ябай, әсегән һәм шәкәрле.
  • Тоҙло алма. Тоҙ иретмәһе 6-8 % -тан да кәм булмаҫҡа тейеш, ебетеү өсөн — 1,5-2 % етә. В солениях концентрация соли в рассолах — не менее 6-8 %, в мочениях — 1,5-2 %.
  • Консервланған алма.
  • Алма повидлоһы
  • Бешерелгән алма. Ит, ҡош-ҡорт янына ла бешерелгән алманы гарнир итеп ҡулланалар. Алма менән тултырылған ҡаҙ ҙа ҙур ғаилә байрамдарына әҙерләнә.
  • Алманы ҡайнатма, джем, мусс әҙерләү өсөн эшкәртәләр. Ваҡ сортлы алма ҡайнатмаһы бөтөн килеш ҡайнатыла. Тәмен көсәйтеү йәһәтенән алманан эшләгән әҙерләмәләргә, ашамлыҡҡа дәрсен өҫтәргә була. Сей алманы һәм алма джемын бәлештең эслеге өсөн ҡулланалар. Бәлеш ябыҡ формала ла, асыҡ та бешерелә. Бындай бәлештәрҙең төрҙәре бик күп. Мәҫәлән, «Шарлотка» бәлеше.
  • Венгр, немец һәм чех кухняларында штрудель (нем. Strudel) исемле алма рулетын бик яратып бешерәләр.
  • Алмалағы пектин желе матдәһе булғанлыҡтан мармелад әҙерләүҙә ҡулайлы. Башҡорттарҙа ҡаҡ ҡойоу киң таралған. Бының өсөн алманы бешереп, һөҙөп, иләк аша үткәреп, майланған таҡтаға нәҙек кенә итеп йәйеп ҡуялар ҙа саф һауала киптерәләр. Хәҙерге ваҡытта духовкала бер аҙ киптереп тә алалар.

Алманан әҙерләнә торған эсемлектәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Алма һуты.
  • Яңы һәм киптерелгән алманан компот һәм кисель.
  • Алма һутынан алма шарабы әҙерләйҙәр. Шулай уҡ алма һутынан әсетеп сидр эшләйҙәр. Сидрҙан ҡыуылған Бренди кальвадос тип атала. Алма, башҡа төрлө еләк — емеште эшкәрткәндән һуң ҡалған ҡалдыҡтарҙан түбән сифатлы емеш — еләк шарабын әҙерләйҙәр.
  • Алма уксусы
  • Алма квасы.
  • Алма соусы.

Алма менән эш итә торған ҡоралдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алма ҡырҡыу өсөн бысаҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алма ҡырҡыу өсөн түңәрәк бысаҡ

Алманы ҡырҡыр өсөн махсус тәғәйенләнгән бысаҡ була. Был бысаҡ алманың уртаһын уйып ҡырҡып ала, ҡайһы бер бысаҡ алманың ҡалған өлөшөн дә алты йәки һигеҙ киҫәккә бүлә. Һүрәттәге бысаҡ ике тотҡостан һәм лезвиялар ҡуйылған пластик йәки металдан эшләнгән һаптан тора. Лезвиялары ғәҙәттә тутыҡмай торған ҡоростан эшләнә.

Етештереү һәм һатыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Донъя күләмендә алма етештереү. Гектарҙан уртаса уңдырылышлыҡ

1 кг алма үҫтереү өсөн 700 л (виртуаль берәмек) тиклем һыу кәрәк.[3]. Бөтә донъя күләмендәге алма етештереү 2005 йылда 55 млн т. тәшкил иткән, уның хаҡы 10 млрд долл. булған. Ҡытай ошо күләмдең биштән ике өлөшөн етештергән. . США — алма етештереү буйынса икенсе урында — бөтә донъя күләмендәге етештереүҙән 7,5 %. США -ла үҫтерелгән алмаларҙың 60 % Вашингтон штатында етештерелгән[4] . Шул уҡ ваҡытта алма импорты Яңы Зеландиянан һәм уртаса климатлы башҡа илдәрҙән йылдан -йыл арта бара. Иң эре алма экспортерҙары (2013 й. мәғлүмәттәрҙән): Китай, Чили, Италия, Франция һәм США. Иң эре импортерҙар (2006 й. мәғлүмәттәрҙән): Россия, Германия, Великобритания, Нидерланды[6].

Алма етештереүсе төп илдәр (тонналарҙа)
Ил 2008 йыл, июнь | 2013 йыл[1]
Ҡытай Халыҡ Республикаһы ҠХР 27 507 000F 39 680 000
Европа Берләшмәһе Европа Берләшмәһе мәғлүмәт юҡ 11 973 500
АҠШ флагы 4 237 730 4 693 276
Иран Иран 2 660 000F мәғлүмәт юҡ
Төркиә флагы 2 266 437 2 900 000
Һиндостан флагы 2 001 400 2 200 000
Рәсәй флагы 2 211 000F 1 416 000
Бразилия Бразилия мәғлүмәт юҡ 1 335 000
Италия Италия 2 072 500 мәғлүмәт юҡ
Франция Франция 1 800 000F мәғлүмәт юҡ
Чили Чили 1 390 000F 1 310 000
Украина Украина мәғлүмәт юҡ 1 120 000
Көньяҡ Африка Республикаһы КАР мәғлүмәт юҡ 900 000
Мексика Мексика мәғмәт юҡ 860 000
Япония Япония мәғлүмәт юҡ 800 000
Аргентина Аргентина 1 300 000F 630 000
Барлығы донъяла 64 255 520
символһыҙ = официаль мәғлүмәттәр буйынса, F = баһалама буйынса [[Аҙыҡ-түлек Һәм ауыл хужалығы ойошмаһы; A =дөйөм килем (үҙ эсенә официаль, тулы булмаған официаль, баһалама буйынса инеүе мөмкин)

Сығанаҡ: FAO

Экологик хәүефһеҙлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алманы һаҡлау өсөн бер нисә төр режим бар: түбән температуралы ғәҙәти һауа шарттарында, көйләнгән газ тирәлекле һәм үҙгәртелгән газ тирәлекле һыуытҡыстарҙа. Алманы һаҡлар өсөн, бигерәк тә алыҫ көньяҡ илдәрҙә үҫтерелгәндәрен, юғары температура (+3…+4 °С) кәрәк булһа, кислороды минималь һәм уклекислоталы газы максималь кимәлдә булған газ тирәлеген булдыралар. Ошондай тирәлек емештең һаҡлау срогын оҙонайта һәм уның сифатын оҙайлы ваҡыт юғалтмаҫҡа булышлыҡ итә. Бик ҡиммәткә төшөүе арҡаһында бындай режимды тик иң юғары сортлы емештәрҙе һаҡлау өсөн генә ҡулланалар[8]. Алманы һаҡлаған һәм транспортлаған саҡта дифенил менән ҡаплайҙар (концероген булараҡ АҠШ-та, ЕС -та тыйылған).

Туҡлыҡлылыҡ ҡиммәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Таҙартылмаған эшкәртелмәгән алмалар
100 г аҙыҡтың туҡлыҡлыҡ ҡиммәте
Энергетик ҡиммәте 52 ккал 217 кДж
Һыу 85,56 г
Аҡһымдар 0,26 г
Майҙар 0,17 г
— туйындырылған 0,028 г 
— монотуйындырылған 0,007 г 
— политуйындырылған 0,051 г 
Углеводтар 13,81 г
аҙыҡ сүстәре 2,4 г 

Ретинол (A витамины) 0 мкг
Тиамин (B1) 0,017 мг
Рибофлавин (B2) 0,026 мг
Ниацин (B3) 0,091 мг
Пантотен кислотаһы (B5) 0,061 мг
Пиридоксин (B6) 0,041 мг
Фолацин (B9) 1,5 мкг
Аскорбин кислотаһы (С витамины) 4,6 мг
Токоферол (E витамины) 0,17 мг
K витамины 2,2 мкг

Кальций 6 мг
Тимер 0,12 мг
Магний 5 мг
Фосфор 11 мг
Калий 107 мг
Натрий 1 мг
Цинк 0,04 мг

Медь 27 мкг 

Инглиз телендә мәҡәл бар: кем көнөнә бер алма ашай, шул ауырымай (An apple a day keeps the doctor away). Ҡайһы бер тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләренән күренеүенсә алма ашау эсәктәр рагын, простата һәм үпкә ауырыуҙарынан һаҡлай.. Башҡа емеш -еләктәргә ҡарағанда алмала С витамины ул тиклем күп булмаһа ла, ул башҡа төрлө оксиданттарға бай. Алмалағы күҙәнәкле туҡыма әҙерәк булһа ла, шул уҡ ваҡытта алма эсәктәрҙе яҡшыраҡ эшләтә. Был үҙ сиратында рак хәүефен кәметә. Күҙәнәкле туҡыма йөрәк ауырыуҙарын иҫкәртеүгә, тән ауырлығын кәметеүгә, холестерин кимәлен түбәнәйтеүгә булышлыҡ итә. Алманың орлоғонда ағыулы матдә глюкозид амигдалин бар.

Алма сәнғәт өлкәһендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Европа традициялары буйынса (Библияны иҫәпкә алмағанда) алма емеше Яҡшылыҡ һәм Яуызлыҡ ағасы емеше булып һанала. Ғонаһҡа төшөү сюжеты урта быуат рәсем сәнғәтендә иң популярлыларҙан һаналған. Һуңғараҡ, Яңырыу дәүерендә, рәсем сәнғәтендә боронғо (антик) мотивтар урын ала: Парис Хөкөмө, Гераклдың ун икенсе батырлығы, мәҫәлән. Алма менән бәйле мифологик һәм фольклор сюжеттар рәсем сәнғәтендә һәм скульптурала ифрат күп (Парис Хөкөмө, Еваның Гесперид алмалары, шулай уҡ әҙәби һәм музыкаль әҫәрҙәрҙә: Фридрих Шиллерҙың «Вильгельм Телль» драмаһында, ошо уҡ исемле Дж. Россининың операһында.

Алма темаһы донъя диндәрендә һәм мифологияла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ибраһим диндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Адам һәм Ева, Аллаһы Тәғәләнең әйткәнен тыңламай Яҡшылыҡ һәм Яуызлыҡ ағасынан емеш ашап ҡарайҙар. Библияла емештең исеме әйтелмәһә лә, Изге Китаптың[9 һуңғы аңлатыусылары был емеште алма, тип иҫбат иткәндәр.[9]. Ҡөрьән Кәримдә һәм дини риүәйәттәрҙә алма һәм гранат — йәннәт емештәре тигән мәғәнәлә телгә алына. АҠШ -та(20 февралдә[10]) һәм Бөйөк Британияла (21 октября йәки иң яҡын ял көнөндә [11]) алма байрамдары, алма көндәре үтә.

Боронғо мифология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бертель Торвальдсен. Венера алма менән.

  • Парис Хөкөмө. Риүәйәт буйынса Парис Гера, Афина һәм Афродита араһындағы бәхәсте һылыуҙарҙың береһенә «Иң һылыу» тип яҙылған алма биреп хәл итергә тейеш булған. Гера Парисҡа власть бирергә вәғәҙә итһә, Афина — хәрби дан, Афродита — ҡатын -ҡыҙ араһында һылыуҙарҙан һылыу Еленаны, Спарта батшаһы Менелайҙың ҡатынын, вәғәҙә итә. Парис алманы Афродитаға бирә. Еленаны урлау Троя һуғышы [13] башланыуының сәбәбе булып һанала. Шунан алып «Алма ғауғаһы» тигән ҡанатлы һүҙ барлыҡҡа килә.
  • Гесперид алмалары. Гераклдың ун ике батырлығының береһе — титан Атлантың (икенсе исеме Атлас) баҡсаһынан өс алтын алма урлау. Был алмалар һағында Атланттың ҡыҙҙары торған. Ҡыҙҙарҙы дөйөмләштереп аталары Геспер исеме менән Гесперидалар, тиҙәр. Уларҙың аталары Атлант тигән версия ла бар. Ер алиһәһе Гея үҫтергән алмалар алтын алмағаста үҫкән. Был алмаларҙы Гея Гераға Зевсҡа кейәүгә сыҡҡан көнөндә бүләк итергә уйлаған.
  • Аталанта һәм Гиппомен үҙ-ара ярыштарында ла алмалар мөһим роль уйнай. Аталанта бик һылыу һәм көслө ҡыҙ булған, уны бер кем дә ҡыуып етә алмаған. Уның ҡулына дәғүә итеүселәр береһе артынан икенсеһе һәләк була барған. Тик Гиппомен ғына Афродитаның өйрәтеүе буйынса еңеүгә өлгәшә алған: югереп барған саҡта юлға берәм -берәм алма ташлаған, артынан ҡыуып килгән Атланта алмаларҙы йыя — йыя артта ҡалған да еңелгән.
  • Матурлыҡ, гонаһлы мөхәббәт, нәфсе, уңдырышлыҡ һәм уңыш алиһәһе Венера һәм уның хеҙмәтсе ҡатындары һүрәтләнгән сюжеттарҙа ла алма мотивтары бар.

Скандинав мифологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Один, Локи һәм Хенир үҙҙәренең сәйәхәт иткән ваҡыттарында ялға туҡтайҙар. Бөркөткә әйләнгән алпамыша (ҙур кәүҙәле кеше) Тьяцци үҙе өсөн иң һәйбәт ит киҫәктәрен талап итә башлай. Локи уны таяҡ менән һуғып ебәрә. Тьяцци Локины үҙенең өйөнә алып китә һәм Локи йәшәртә торған алмаларҙы һаҡлаған Идуннды урлап Тьяцциға тапшырғас ҡына, уны азат итә. Был мөғжизәле алмаларҙы юғалтҡас, астар (аллалар төркөмө) Идунды ҡайтарырға ҡушалар. Шунан Локи Идунды Тьяццинан урлап, Асгардҡа[14] алып барып ҡуя.

Славян мифологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Славян мифологияһында алма уңдырышлыҡ, һаулыҡ, мөхәббәт, матурлыҡ символын һүрәтләй. Алма никахтың, һау — сәләмәт тоҡомдоң эмбемаһына әүрелә. Алма емеше, үрентеләре, сәскәләре туй йолаларында мөһим роль уйнай. Алманы бер -береңә бирешеү ике яҡтан да күңел ятыуҙы, мөхәббәтте күрһәткән. Яусылаған егеттән ҡыҙҙың алма алыуы никахлашыуға риза тигәнде аңлатҡан. Көньяҡ славяндарҙа, мәҫәлән, алма биреү туйға саҡырыу ҙа булып һаналған.

Алма ботаҡтары туй әләмен һәм кәләштең веногын, байрам өҫтәлен дә биҙәгән. Белорустар, украиндар һәм поляктар алма ботағын түңәрәк икмәккә, ә урыҫтар байрамса әҙерләнгән тауыҡҡа батырып ҡуйғандар. Көньяҡ славяндар серкәү никахлауына барған саҡта кәләшкә алма биреп ебәргәндәр, был емеште ҡыҙ алтарь артына ырғытырға тейеш булған. Был йоланы үтәү ауырға ҡалырға ярҙам итә тигән ышаныу ҙа булған. Йәштәргә күп бала табыуҙарына ишара итеп алма бүләк иткәндәр. Беренсе ҡушылыу төнөндә ошондай йола үтәнгәндәр: бер алманы яҫтыҡ аҫтына йәшергәндәр, икенсеһен икегә бүлеп йәштәргә биргәндәр. Алма — славяндарҙың дөйөм символы — ҡыҙҙың сафлығын күрһәтә: алманы никах күлдәгенә һалып ҡалдырғандар. Көньяҡ славяндар кейәү егеттең туй алдынан йолаға буйынса ҡырыныуын фәҡәт алмағас төбөндә үткәргәндәр. Йәш кәләштең баш кейемен ҡатындыҡына алмаштырыу йолаһын үтәгәндә уны алма ботағы менән эләктерп алып алмағасҡа ырғытҡандар.

Славян символикаһында ла алма ыңғай мәғәнәгә эйә. Көнсығыш славяндары Яңы йыл байрамына һәм Рыштауға бөтә ғаилә һау — сәләмәт булһын өсөн, йыуынған һыуға алма һалырға кәрәк, тип инанғандар. Балалары матур, һау булыуын теләгән ауырлы әсәгә алмағасҡа ҡағылырға кәрәк булған. Бала донъяға килгәс тә, хәлен белергә килеүселәр алма алып килә торған матур йола булған. Украинала кендек әбейе баланы суҡындырғанда бөтәһенә лә алма таратҡан. Словакияла һәм Моравияла славяндар яңы тыуған бала сайындырған һыуҙы татлы алмалы ағас төбөнә түккән.

Көнбайыш һәм Көньяҡ славяндары һыу алыр алдынан шишмәгә алма ташлағандар. Раштыуала , Яңы йыл байрамында алма ботағы менән өйҙәгеләрҙе, малды һуҡҡандар, шунан ботаҡты алмағасҡа ырғытҡандар. Алма төрлө байрамдарҙа иң күркәм бүләк булып һаналған.

Сербияла, Македонияла һәм Хорватияла йәш ҡатын яңы өйгә ингән саҡта тимер аҡса батырылған алманы мейес алдына һалған, ә Словакияла алма тулы тырызды хужалыҡҡа уңыш — бәрәкәт теләп әйләндереп түккән.

Воеводина Сербтары алмала уңдырышлыҡтын үҙен күргәндәр: бойҙай эре булып үҫһен тип, сәсеү алдынан бойҙай орлоғо араһына алма һалғандар. Болгарҙар ошондай уҡ йола менән сәсеүлекте һаҡлағандар. Чехтар Сочельник көнөндә емеш ағастары аҫтына алма ташлағандар. Киләһе йыл уңдырышлы булһын өсөн, иң аҙаҡҡы емеште ағастан өҙмәгәндәр. Алма түлһеҙлектән дә ярҙам итә тигән ырым да йәшәгән. Сербтар беренсе емеш ярҙам итә тиһәләр, украиндар — киреһенсә, оҙаҡ эленеп торған емеш, тигәндәр. Болгарҙар алмағас икенсе йыл сәскә атҡандан һуң ҡатын -ҡыҙ балаға уҙа, тип һанағандар.

Алманы ла, башҡа емештәр һымаҡ, Яблочный Спас байрамына тиклем ашарға ҡушмағандар.

Алма фольклорҙа һәм әҙәбиәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күп кенә әкиәттәрҙә алма мәңгелек йәшлектең символы булып һүрәтләнә.

  • А. С. Пушкин «Үле батша ҡыҙы һәм ете батыр тураһында әкиәт»
  • Дж. Россни. «Вильгельм Телль тураһында легенда»
  • «Алма» — Герберт Уэллс хикәйәһе
  • «Мистер Пибоди алмалары» — Мадонна хикәйәһе

Алма, алмағас темаһы башҡорт фольклорында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Таҡмаҡ, халыҡ йырҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Бер алманы бишкә бүләйек» — башҡорт халыҡ йыры
  • «Алмағастары» — башҡорт халыҡ йыры

Алма тәме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«

Борон-борон заман булдымы был,
Әллә таңда күргән төш ине, -
Хәтер һаҡлай йылы тынын өрөп,
Бер бәләкәй ғашиҡ кешене.

Ҙур мөхәббәт нисек һыйҙы икән
Леп-леп типкән кескәй йөрәккә!?
Йөрәкме ни - ул һандуғас ине,
Бөркөт булыр ине - кәрәкһә.

Ә кисе һуң! Йыһан баҡсаһына
Һикереп төшөп, йондоҙ тирерлек.
(Бала саҡтан ҡанға һеңеп ҡалған:
Баҡсаларға төшөү - бер ирлек).

Төшмәнекме кеше баҡсаһына,
Өҙмәнекме яттар алмаһын?!
Мөхәббәттән тыуған сауапмы был,
Йә гонаһмы - кем һуң аңлаһын...

Мин иҫләйем. Һин дә иҫләйһеңдер, -
Йөрәгеңә һағыш тулғандыр.
Баҡсағыҙҙа өҙгән алма тәме

Иренеңдең таты булғандыр!
»

Алма музыка өлкәһендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Золотое яблоко» — Антонио Честиның операһы — Парис Хөкөмө(1668), музыка тарихында иң масштаблы постановкаларҙың береһе.
  • «Яблочко» — урыҫ халыҡ йыры
  • «Райские яблочки» — Владимир Высоцкийҙың йыры, шулай уҡ уның бер грампластникаһының исеме («На концертах Владимира Высоцкого (17) — Райские яблочки (1991 й.)»
  • «Отец Яблок» — Любимые песни Рамзеса IV (1993) альбомынан Аквариум төркөмө йыры, Алма-Атала яҙылған. Ҡаҙаҡ телендә йырҙың исеме «Алматы».
  • «Яблочные дни» — Аквариум төркөмө йыры (Десять стрел альбомынан (1986)
  • «Яблоки на снегу» — А. Дементьев һүҙҙәре, М. Муромов музыкаһы.
  • «Горькие яблоки» — Людмилы Гурченко репертуарынан йыр (Давида Тухманов музыкаһы ,Анатолия Поперечный һүҙҙәре).
  • «Молодильные яблоки» — Оргазм Нострадамус төркөмө йыры, Убей тинейджера альбомынан.
  • «Яй-я (яблоки ела)» — «Пропаганда» төркөмө йыры («Super Detka» альбомы (2004). Виктория Воронина һүҙҙәре һәм музыкаһы.

Алма мультфильмдарҙа һәм сериалдарҙа

  • «Молодильные яблоки», (Союзмультфильм, 1974)
  • «Мешок яблок» (Союзмультфильм, 1974)
  • «Огонь, вода и… медные трубы», (әкиәт — комедия реж. А. Роу, 1968). Фильмда Мәскәй әбей Кащей Бессмертныйға: «Коша, алма аша — йәшәреп китерһең!», ти. Был һүҙбәйләнеш ҡанатлы һүҙгә әйләнә.
  • Уолт Дисней «Белоснежка и семь гномов» мультфильмында төп героиняның үгәй әсәһе уға ағыулы алма ашата.
  • Американ телесериалы «Отчаянные домохозяйки» заставкаһында алма ғонаһҡа төшөүгә ишара итеп күрһәтелә.
  • «Код да Винчи» фильмында «apple» — алма һүҙе картаға пароль була.
  • Криминальное чтиво фильмында Брюса Уиллистың геройы Буч ялған Red Apple сигареталарын тарта.
  • «Мартынко» мульфильмында төп герой үс итеп Батша ҡыҙы Раиска алтын карталарҙы урлағаны өсөн уға алма ашатып үс ала: Раисканың мөгөҙҙәре үҫеп сыға.
  • «Райские яблочки» сериалында алма символ булааҡ ҡулланылды.
  • Алма — Пуаро сериалы героиняһы Ариадна Оливерҙың иң яратҡан емеше.
  • «Ну, погоди!» мультфильмында (16 сығарылыш — «Әкиәттә») бүре тылсымлы алмаларҙы ашай һәм уның йә ҡолаҡтары, йә мөгөҙҙәре үҫеп сыға.
  • Исланд Лентяево мультфильмында алма Спортакусҡа һәм башҡа балаларға көс — ҡеүәт бирә.

Алма геральдикала[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Геральдикала алма — тыныслыҡ символы. Алтын шар — монархтың власының бер билдәһе, «алтын шар алмаһы»[19]. Алма символы шулай уҡ күп кенә гербтарға ингән.

Алма символы геральдикала[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан республикаһы Бөрө районы гербы. Герб Бөрө районы муниципаль Советы ҡарары менән 2006 йылдың 12 июлендә раҫланған. Герб Башҡортостан Республикаһында Дәүләт символикалар регистрына 041 номеры аҫтында индерелгән. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт геральдик регистр номеры — 2966/. Гербтың авторы — Салауат Ғиләзетдинов.

Алма фән өлкәһендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Билдәле риүәйәт буйынса, Ньютон үҙенең Закон всемирного тяготения баҡсала ағастан алмала төшкәнен ҡарап торғандан һуң асҡан. Алхимиктар, заметив, что сердцевина разрезанного поперёк яблока напоминает пятиконечную звезду, использовали яблоко как символ знания[17]. Карл Вильгельм Шееле 1785 йылда бешмәгән алманан яңы органик кислотаны айырып сығарған. Был кислотаны алма кислотаһы тип атаған. Ирҙәрҙең муйынындағы ҡалҡыу урын Адам алмаһы тип атала.

Алма географик атамаларҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡазаҡстандың беренсе баш ҡалаһы — Алматы (совет дәүерендә Алма -Ата). Ҡала илдең көньяҡ — көнсығышында Алатау тауының итәгендә урынлашҡан.
  • «Ҙур алма» (ингл. The Big Apple) — Нью-Йорктың иң билдәле ҡушаматы. 1920 йылдарҙа барлыҡҡа килгән. Хәҙерге көндә ҡулланыштан сыҡҡан.
  • Ҡара-Алма — ҡырғыҙ ауылы атамаһы. Ауыл бик матур урында урынлашҡан, эргәһендә пионерҙар лагеры һәм ял базаһы.

Алма образы сәйәсәттә һәм бизнеста[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Apple Records — The Beatlesҡа нигеҙләнгән тауыш яҙҙырыусы лейбл.
  • Apple — американ корпорация, персональ һәм планшет компьютерҙар, аудиоплеерҙар, телефондар, программа тәьминәтен етештереүсеһе.
  • Рәсәй берләшкән демократик партияһы «Алма» — политик партия.

Башҡорт сортлы алмағастар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт зөбәржәте (Башкирский изумруд) алмағас сорты.

Ағасы бейек түгел, бик тиҙ үҫә. Сатыры ҡуйылыҡ менән айырылмай, киң түңәрәк формала үҫә. Ботаҡтары тигеҙ, көрән төҫтә, шыма. Көҙгө сорт. Дүртенсе йылға емеш бирә башлай. Уңыштары бик һәйбәт. Ҡойолмай. Емештәре ҙур түгел, алманың уртаса ауырлығы — 50-80 г, размерҙары береш, саҡ ҡына конусҡа оҡшаған. Төҫө һарғылт — йәшел.

Биохимик составы: пектин — 0,7 %, шәкәр — 10 %, ҡоро матдәләр — 16 %,аскорбин кислотаһы — 11 х 100 г, кислоталылыҡ — 0,47.

Һеркәләндереүсе ағастар — Бузовьяз, Башҡорт гүзәле, Урал һутлы алмағастары.

Башҡорт гүзәле (Башкирская красавица) алмағас сорты.

Алмағас сортын 1928 йылда Стреляев В. П. килтереп сығарған. Башлыса Башҡортостанда, шулай уҡ Татарстанда, Ырымбур, Һамар өлкәләрендә киң таралған. Төп өҫтөнлөгө — һалҡынға бирешмәй һәм төрлө шарттарға яраҡлаша ала. Тупраҡ сифатына талапсан түгел. Алмағасты ҡышҡы сорт, тип әйтеп була. Бейеклеге буйынса Башҡорт гүҙәле уртаса, япраҡтары ла үтә ҡуйы түгел. Күп алмаға көсө етерлек ныҡ скелетлы ағас. Ботаҡтары төҙ, өҫкә ҡарай үҫәләр. Ағас ҡабығы — шыма, йәшел — көрәнерәк төҫө лә был алмағасты башҡаларҙан айырып тора.

Алмалары тигеҙ, ҡабығы ялтырап тора. Алмаһы ҙурлығы менән уртаса, шулай ҙа һәйбәт ҡарау булдырғанда, ауырлығы 140 г етә ала.

Бешкән алма саҡ ҡына йәшел һыҙатлы ҡыҙғылт төҫтә. Алманың эсе ап-аҡ төҫтә, һуты сығып тора, татлы. Емештәрҙә — 12 % шәкәр, 16 % — ҡоро матдәләр, 11 мг х 100 г аскорбин кислотаһы, 0, 5 — органик кислота. Беренсе емеште алтынсы йылға бирә. Уңышты йыл һайын бирә һәм бер ағастан 80 кг -ға тиклем етә. Алма емеше йәйҙең аҙағына — сентябрь айы башына әҙер була. Алма бик татлы, тышҡы киәфәте лә күркәм, матур. Емештәре бик ныҡ ҡойолмай. Һаҡлау срогы 3 айға тиклем.

Алмағас янына һеркәләндереүсе ағастар ултыртыу мотлаҡ. Һеркәләндереү өсөн бигерәк тә антоновка сортлы алмағасы һәйбәт була.

Регион-ара «Бөрө алмаһы» («Бирское яблоко») фестивале[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Бөрө алмаһы» фестивале логотибы Бөрө ере электән алма менән дан тотҡан төбәк булған. Фестиваль беренсе мәртәбә Бөрө ҡалаһында 2008 йылда Ҡала Көнө сиктәрендә үҙған. 2010 йылда фестиваль республика статусын алған. 2012 йылдан алып регион -ара фестивале булараҡ үткәрелә башланы.

Был көндә Үҙәк майҙанда ауыл хужалығы ярмаркаһы үтә. Бында бөрө алмағасы төрҙәре һатыла. Риүәйәт буйынса бөрө алмағасының килеп сығыуына ошо территорияла ҡасандыр йәшәгән монахтар сәбәпсе була. Бөгөнгө көндә бешкән алһыу алма Бөрө районы гербында, ә Балалар дендрологик «Берендей» паркында «Алма Музейы» эшләй.

Байрамда алма бәлештәре күргәҙмәһе ойошторола. 2012 йылда Гиннес рекорды китабына индерерлек размерҙа — 8 өҫтәл майҙанын биләгән — бәлеш бешерелгән. Рәсем төшөрөүселәр өсөн «Тылсымлы алма» конкурсы уҙғарыла, балалар ижады конкурсы «Ранеточки», фольклор коллективтарының «Эх, яблочко!» фестивале. «Алма ассорти»һы костюмдары байрамса тантаналы йөрөш тә үткәрелә.

Хәсән Әхтәмовтың алмағастары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөйөк Еңеүҙең 70-йыллығына арналған «Алмағастар төҫө. Хәсән Әхтәмовтың хыялы» исемле документаль фильм донъя күрҙе. Был фильм Советтар Союзы Геройы Хәсән Әхтәмовтың бойомға ашмаған хыялы хаҡында. Йәш егет үҙенең тыуған ауылында — Стәрлетамаҡ районы Аллағыуат ауылы — алмағас баҡсаһы ултыртырға хыялланған. Әммә һуғыштан тере ҡайтырға уға насип булмаған. 19 йәшлек батыр Яссы ҡалаһы эргәһендә батырҙарса һәләк була. Яҡташтары, туғандары Румынияға барып, Геройҙың ҡәберлегенән алыҫ булмаған ерҙә алмағастар ултыртып ҡайттылар. Шулай итеп, Яссы ҡалаһында Хәсән Әхтәмовтың Алмағас аллеяһы булдырылды. Хәҙерге көндә Аллағыуат ауылы юҡҡа сыҡҡан. Алмағастар «Юрматы ере» мемориаль комплексы ихатаһына Хәсән Әхтәмовтың бюсты янында ла ултыртылды.

Видеяҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Яблоневый цвет. Мечта Хасана Ахтямова». Документальный фильм, посвященный 70- летию Велькой Победы. http://tv-rb.ru/teleproekty/proekty-detskogo-telekanala-tamyr/filmy-skazki-studii-tamyr/

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • http://www.syrnikov.ru/Mycookery/mochenya.html Мочения, соления и квашения — три источника, три составных части русской закуски
  • Варенье из райских яблок
  • http://www.unesco-ihe.org/content/download/2608/26887/file/Report16_Volume1.pdf
  • Desmond Andrew. The World Apple Market. — Haworth Press, 1994. — P. 144—149. — ISBN 1560220414.
  • Kristin Churchill. Chinese apple-juice concentrate exports to United States continue to rise(недоступная ссылка — история). Great
  • American Publishing. Проверено 22 января 2008.Архивировано из первоисточника 2 ноября 2004.
  • FAO
  • Таблица данных объема производства свежих яблок в странах за 2013 год:.
  • Перейти к:1 2 Хранение яблок и груш
  • Виталий Скуратовский. Эх, яблочко (1 сентября 2001). Архивировано из первоисточника 3 апреля 2012.
  • USFoods.ru — Февраль 2007 — День яблока в США
  • День яблока — 21 октября. История и особенности праздника в проекте Календарь Праздников 2010
  • ВСЕМИРНЫЙ ЯБЛОЧНЫЙ ДЕНЬ
  • Кун, Н. А. Легенды и мифы Древней Греции.
  • Локи и Идунн
  • В. В. Усачева. Славянская мифология-2. Проверено 3 июля 2009.
  • Преображение (Яблочный Спас) // Российский Этнографический Музей
  • Перейти к:1 2 Энциклопедия символов
  • Дж. Холл. Словарь сюжетов и символов в искусстве. М.: Крон-пресс, 1996. С. 636
  • Яблоневый сад в Башкирии.http://garden-ufa.ru/desiatka.htm
  • Башинформ. Фильм премьераһы тураһында. . http://www.bashinform.ru/bash/727537/
  • Бирский район. Герб Бирского района.http://www.heraldicum.ru/russia/subjects/towns/birsk.htm
  • Межрегиональный фестиваль «Бирское яблоко» расширяет географию и масштабность.
  • http://www.birsk.ru/node/740