Алмалыҡ (Өфөнөң тораҡ биҫтәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алмалыҡ
Алмалыҡ
Дәүләт  Рәсәй
Карта

Алмалы́ҡ (башҡ. Алмалыҡ) — Өфө ҡалаһыныңКиров районындағы тораҡ районы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тораҡ районы элекке Золотухин слободаһынан, Өфөнөң иҫке Оло Усолка урамы (хәҙер Сочи урамы) янында урынлашҡан[1].

Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт телендәге алмалыҡ, йәғни алма баҡсаһы (яблоневый) һүҙе атама итеп алынған.

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаланың көньяҡ-көнсығышында, Ағиҙел йылғаһы бөгөлөндә, уға ҡойған Соҡолаҡ йылғасығы тамағынан алыҫ түгел урын, Йүрүҙән, Дуҫлыҡ-2 һәм әлеге мәлдә төҙөлөш эштәре барған Көньяҡ-2 биҫтәләренә күрше генә ята.

Соҡалаҡ тамағын үткәс, тораҡ биҫтәһенең төньяғында ике магистраль юл араһында ята: кәньяҡ-көнбайыштан — Пугачёв Слободаһы урамы (Алмалыҡ районы һәм Ағиҙел араһында), төньяҡ-көнсығыштан — Софья Перовская урамына күскән Сочи урамы.

Золотухин слободаһын (тораҡ биҫтәһенең төньяғы) һәм Алмалыҡ-1 (көньяҡ-көнсығыш), Алмалыҡ-2 (үҙәк-төньяҡ), Алмалык-3 (үҙәк-көньяҡ), Алмалыҡ-4 (көньяҡ-көнбайыш), Алмалыҡ-5 (көнбайыш) биҫтәләрен үҙ эсенә ала.

Объекттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тораҡ биҫтәһендә Сауҙа үҙәге, Ял итеү үҙәге (А-5), балалар поликлиникаһы (А-1), ресторан (А-2) һәм башҡа төкәтеп эшләнгән хеҙмәт күрһәтеү һәм мәшғүллек учреждениелары: аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт тауарҙары магазиндары, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү предприятиялары, офистар бар[2].

Тораҡ биҫтәһендә шәхси йорттар байтаҡ. Был йорттарҙың бер өлөшө иҫке йорттарҙы күсереү программаһына ҡарай («2007—2015 йылдарға Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының йорттар биләгән территорияларын үҫтереү» муниципаль адреслы программаһы)[3]. 400-гә яҡын шәхси йортто күсергәндән һуң 7-меңдән ашыу кешегә иҫәпләнгән күп ҡатлы (20 ҡатҡа тиклем бейеклектә) йорттар төҙөләсәк, шулай уҡ тораҡ биҫтәһенән Көньяҡ һәм Колгуевка биҫтәләре йүнәлешендә биҫтә әһәмиәтендәге магистраль юл һалынасаҡ[4].

Йәшел зоналар тораҡ биҫтәһенең төньяғында Пугачёв Слободаһы, Ашхабад, Пулемёт урамдары буйлап һәм биҫтәнән көньяҡҡа табан урынлашҡан (улар Алмалыҡты Көньяҡ биҫтәһенән айырып тора).

Тораҡ биҫтәһенең көньяҡ-көнбайышында Авторемонт заводы һәм 3-сө пристань, көньяҡ-көнсығышында — Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының РСУ-һы, төньяҡта — офис-келәт зонаһы.

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Ихлас» мәсете, Исламға арнап 1997 йылда ҡуйылған ярымай формаһында монумент (Сочи урамы,43)
  • Ике иҫке бина эргәһендә заманса архитектура ҡулланып төҙөлгән яңы йорт тора (Сочи урамы,10)

Урамдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тораҡ биҫтәһендә түбәндәге урамдар бар:

  • 1-я Нагорная (А-1, А-3)
  • Абаканская (А-1, А-3)
  • Авиаторская (А-2)
  • Аргаяшская (ЗС)
  • Ашхабадская (А-5)
  • Грузинская (А-4, А-5)
  • Зилаирская (ЗС)
  • Кавказская (ЗС, А-2)
  • Набережная (ЗС)
  • Некрасова (А-1)
  • Нечаева (А-3, А-4, А-5)
  • Павловская (А-5)
  • Пугачёвская Слобода (ЗС, А-4, А-5)
  • Пулемётная (А-3)
  • Софьи Перовской (А-1)
  • Сочинская (ЗС, А-2)
  • Тамьян-Китайская (ЗС, А-2)
  • Усольская (ЗС, А-2)
  • Читинская (ЗС)
  • переулок 2-й Дуванский (А-1)
  • переулок Абаканский (А-4)
  • переулок Зилаирский (ЗС)
  • переулок Некрасова (А-1)

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Уфимская неделя № 29 12-18.07.2001 г.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]