Алоизий Песляк утары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Алоизий Песляк утары — Поляк Песляктар нәҫеленә бағышланған иҫтәлекле урын. Башҡортостан Республикаһы Мишкә районы Алексеевка (элек Бөрө өйәҙенә ҡараған) ауылы биләмәһендә урынлашҡан.

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Поляк Песляк нәҫеле урынлашҡан утар урыны бик матур. Әлбиттә, хәҙер ул бай усадьбаһы юҡ. Бөгөнгө көндә был урында ташландыҡ баҡсалар ғына ҡалған. Йорт Раевка ауылына мәктәп бинаһы итеп күсерелгән. Песляктар йәшәгән йорт урынында иҫтәлекле таш ҡуйылған. 2013 йылдың 16 майында иҫтәлекле ташты асыу тантанаһына Рәсәйҙәге Польша посольствоһының консулы Рафал Косиба етәкселегендә делегация килгән.[1]. Хәҙер йыл да Польша вәкилдәре Мишкә районы Алексеевка ауылына килеп иҫтәлекле ташҡа сәскәләр һалалар, бәйләнеште өҙмәйҙәр, дуҫлыҡ күпере нығына.[2]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мишкә районы Алексеевка ауылының тарихы XVIII быуаттан 1918 йылға тиклем ошо урында йәшәгән боронғо поляктар нәҫеле Песляковтар менән бәйле. Элек Сурай ауылы биләмәһе эргәһендә бер нисә бай утарҙары булған. Шуларҙың береһе сығышы менән Польшанан булған Алоизей Песляктың йорттары торған. Алозий Песляк был урынға 1841 йылда килеп төпләнә. Шунда уҡ уҡ ул тирә-яҡты төҙөкләндереп, ҙур баҡса ултырта, хужалыҡ алып бара. Һуңынан халыҡ араһында был баҡса «Барский сад» исемен ала.[3] Алоизий Песляк 1807 йылда Троицк уезына ҡараған Виленск губернияһында тыуа. Крожск гимназияһында уҡыған саҡта «Черные братья» ойошмаһында тора. 1823 йылда йәш студенттарҙан торған был ойошманың Хөкүмәткә ҡаршы сығарылған бер-нисә шиғыры табыла. Ойошма вәкилдәренә хөкүм ҡарары бик ҡәтғи була. Бер-нисә егет үлем язаһына дусар ителә, ҡалғандары һөргөнгә ебәрелә. Алоизий Песляк Ырымбур яҡтарына һөргәнгә ебәрелә. Бик ауыр тормош юлын үтә. Биш йыл унтер-офицер булып хеҙмәт итә,унан уны офицер итеп күтәрәләр. Бик күп походтарҙа ҡатнаша.[4]

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Утарҙың атамаһы Алоизий Песляктың исеменән алынған.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алоизий Песляктың исеме Юлиан Семенов «Дипломатический агент» һәм Михаил Гус «Дуэль в Кабуле» повестарында иҫкә алына.[5]
Песляковтарҙың нәҫеле тураһында Сурай ауылы мари гимназияһының тарих уҡытыусыһы Евгений Михайлович Николкин ҡыҙыҡһына. 2010 йылда ул уҡыусыһы Алексей Салаев менән эҙләнеү эше башлайҙар. 2012 йылда район эҙләнеү-тикшеренеү эштәре конкурсында еңеү яулап республика этабына сығалар. Республикала абсолют еңеүсе титулын яулай. «Һәләтле балалар» милли программа сиктәрендә 30 мең премияға лайыҡ була. Эҙләнеү эшен яҙған осорҙа ул архив документтарына мөрәжәғәт итә, Республиканың поляктар мәҙәниәте Үҙәге менән берлектә эшләй. Уның эше менән Мәскәү ҡалаһындағы Поляктар Илселеге вәкилдәре ҡыҙыҡһына һәм улар 2013 йылда Мишкә районына килеп Песляковтар йәшәгән урында иҫтәлекле таш асыу тантаһында ҡатнашалар.[6]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1.https://www.youtube.com/watch?v=4Mw7cgRhMEU
2."Записки Песляка". Исторический вестник № 9, 1883г.
3.Е.Вейденбаум. Декабристы на Кавказе // «Русская старина», 1903, номер 6
4.Районная газета «Дружба», «В селе Чураево Мишкинского района побывала польская делегация» 16 май, 2017 год
5.Районная газета «Умырзая», «Песляк тамыры Сурайҙа» № 10, 2013 й.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://www.churaevo-gimnasium.ru/news/2017-05-17/novaya-zapis-29 2018 йыл 9 декабрь архивланған.
  2. https://mishkan.bashkortostan.ru/presscenter/news/79274/ 2021 йыл 26 ғинуар архивланған.
  3. Изучать историю малой родины — это интересно.06.11.2020. Районная газета «Дружба»
  4. https://naiwen.livejournal.com/1245655.html
  5. http://ufa-news.net/society/2015/06/26/58037.html
  6. http://churaevo-school.ucoz.ru/news/2013-05-22