Алпамыша менән Барсынһылыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Викидатала элемент тултырылмаған

Алпамыша менән Барсынһылыу — эпос, башҡорт һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы. Шиғри‑сәсмә формала йәшәп килә.

Яҙып алыныу тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәүге тапҡыр XIX быуат аҙағында — XX быуат башында Ырымбур губернаһында А. Г. Бессонов тарафынан яҙып алына. Эпостың «Алпамыша», «Алтыйәшәр Алпамыша» һәм башҡа исемле варианттарын М. А. Буранғолов, С. Ә. Галин, К. Мәргән, С. Ф. Миржанова, М. М. Сәғитов, С. Ғ. Сафуанов, Н. Д. Шоңҡаров һ.б. яҙып ала. Уларҙы Алпамыша һәм Барсынһылыуҙың батырлығына бәйле дөйөм сюжет берләштерә.

Эпостың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эпос батыр көсөнә һәм ғәҙәти булмаған матурлыҡҡа эйә геройҙарҙың мөғжизәле тыуыуы һәм бала сағы, уларҙың никах алдынан ҡара‑ҡаршы көрәше хаҡында бәйән итә. Алпамыша һәм Барсынһылыуҙың алыш мотивы эпостың яҙып алынған барлыҡ варианттарында ла тиерлек тотороҡло һаҡлана һәм матриархат м‑н патриархат араһындағы оҙайлы көрәштең образлы сағылышы булып тора; Алпамышаның еңеүе м‑н тамамланған алыш матриархаттың еңелеүен кәүҙәләндерә. Герой тыуған илде яҡлау мәсьәләһен дә уңышлы хәл итә. Алпамыша үҙ власы аҫтында халыҡты берләштерә, илдә тыныслыҡ һәм ғәҙеллекте тергеҙә. Геройҙың имен‑һау әйләнеп ҡайтыуы һәм уның кейәүҙәр ярышында ҡабат еңеүенә бәйле сюжет байтаҡ халыҡтарҙың эпосына хас. Эпостың өлөштәре һамаҡ стилендә башҡарыла. Көй варианттарын Шоңҡаров яҙып ала, К. Й. Рәхимов нотаға һала. Эпостың Башҡортостан Республикаһында, Силәбе, Һамар, Һарытау, Ырымбур өлкәһендә яҙып алынған 30‑ға яҡын варианты Ғилми архивта һаҡлана. Башҡа төрки телле халыҡтар фольклорында йәшәп килә.

Барсынһылыуҙың Алпамышаға әйткәне:
«Батыр булһа, сос булыр,
Осҡан ҡыйғыр ҡош булыр;
Уҡ атҡанда, ян түҙмәҫ,
Ул баҫҡанда, таш түҙмәҫ;
Ултырһа, уба емерер,
Таянһа, тау емерер;
Йөрөгәндә ер һелкенер,
Арыҫландай өркөтөр.
Ҡурай өсөн тын кәрәк,
Егет өсөн һын кәрәк, —
Һыны булһын батырҙың. »
Алпамыша менән Барсынһылыу эпосыннан өҙөк»

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мәргән К. Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары. — Өфө, 1961;
  • Башҡорт халыҡ ижады. 4-се т. Эпос. — Өфө, 1999;
  • Башкирское народное творчество. Т.1. Эпос. — Уфа, 1987.
  • Башҡорт халыҡ ижады. 3-сө т. Эпос. — Өфө, 1998;
  • Киреев А. Н. Башкирский народный героический эпос. — Уфа, 1970.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]