Алтай дәүләт аграр университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алтай дәүләт аграр университеты
Нигеҙләү датаһы 3 декабрь 1943[1]
Рәсми атамаһы Алтайский сельскохозяйственный институт, Алтайский государственный аграрный университет, Алтайскі сельскагаспадарчы інстытут һәм Алтайскі дзяржаўны аграрны ўніверсітэт
Дәүләт  Рәсәй[2]
Административ-территориаль берәмек Барнаул
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалыһы министрлығы[d][3]
Диапазон IPv4 82.200.47.208/28[4]
Рәсми сайт asau.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Алтайского государственного аграрного университета[d]
Карта
 Алтай дәүләт аграр университеты Викимилектә

Алтай дәүләт аграр университеты — Барнаулдағы ауыл хужалығы юғары уҡыу йорто. 7 уҡыу корпусыда урынлашҡан. Төп корпусы Тимер юлы районында Красноармейская проспектында, тағы ла бер нисәһе — Демидов майҙанында, Йәштәр урамында һәм Власиха ҡасабаһында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1991 йылға тиклем — Алтай ауыл хужалығы институты. 1943 йылда эвакуацияланған Пушкин ауыл хужалығы институты базаһында ойошторола һәм бары тик ике факультеттан тора: агрономия һәм зоотехник. Башта институт Павловка ҡасабаһында урынлаша, ә 1944 йылда Барнаулға күсерелә.

1947 йылда ситтән тороп уҡыу факультеты, 1950 йылда — ауыл хужалығы производствоһын механизациялау факультеты һәм аспирантура асыла. 1961 йылда бухгалтерҙар һәм экономистар, ә 1962 йылдан — ветеринар табиптар әҙерләү башлана, 1966 йылда квалификацияны күтәреү факультеты, 1969 йылда — әҙерлек бүлеге, 1980 йылда — һыу хужалығы һәм юл төҙөлөшө факультеты булдырыла.

1991 йылда Алтай ауыл хужалығы институты Алтайҙың юғары уҡыу йорттары араһында беренселәрҙән булып университет статусы ала.

Кадрҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп эшмәкәрлеген 600-ҙән ашыу фәнни-педагогик хеҙмәткәр тәьмин итә, шул иҫәптән 72 фән докторҙары һәм профессорҙар, Рәсәй Федерацияһының 13 атҡаҙанған хеҙмәткәре. Хәҙерге ваҡытта университетта 10 меңдән ашыу кеше уҡый.

Юғары уҡыу йорто етәкселеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ректор — ауыл хужалығы фәндәре докторы, доцент Колпаков Николай Анатольевич

Уҡыу эштәре буйынса проректор — ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, доцент Сергей Иванович Завалишин

Иҡтисад эштәре буйынса проректор — ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Юрий Александрович Бугай

Фәнни эштәр буйынса проректоры — ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Геннадий Геннадьевич Морковкин

Тәрбиә эштәре буйынса проректор — Владимир Денисович Томчук

Административ-хужалыҡ эше һәм төҙөлөш буйынса проректор — Анатолий Дмитриевич Полтавский.

Структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Факультеттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Агрономия, Биолого-технология, Ветеринар, Инженер, Природообустройство, Иҡтисад, Ситтән тороп уҡыу

Үҙәктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гуманитар белем биреү
  • Өҫтәмә белем биреү һәм профориентация

Фәнни һәм фәнни-белем биреү учреждениелары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл хужалығын химиялаштырыу ғилми-тикшеренеү институты

Уҡытыу-тәжрибә станцияһы

Ашлыҡ технологикяһы станцияһы

«Пригородное» хужалығында уҡыу полигоны

Төп эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Университет тарафынан 40 меңдән ашыу ауыл хужалығы белгесе әҙерләнгән. Шуларҙан 9 кеше Социалистик Хеҙмәт Геройы, 8 кеше — дәүләт премияһы лауреаты булған.

АДАУ аспиранттары һәм дәғүәселәре тарафынан йыл һайын уртаса 30 кандидатлыҡ һәм 2-3 докторлыҡ диссертацияһы яҡлана.

Ректорҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1943—1946 Максим Лукьянов
  • 1946—1951 Иван Михеев
  • 1951—1973 Евгений Давыдов
  • 1974—1977 Иван Крыжка
  • 1977—1978 Борис Мартемьянов
  • 1978—1982 Леонид Войтов
  • 1983—1987 Владислав Шешин
  • 1987—1997 Николай Бондарчук
  • 1997—2004 Юрий Загороднев
  • 2004—2009 Сергей Золотарев
  • 2009—2014 Сергей Макарычев
  • 2014— Николай Колпаков

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сайт университета

  1. http://www.asau.ru/ru/sveden/common
  2. (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  3. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  4. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=82.200.47.208%20-%2082.200.47.223&type=inetnum