Алтыйәшәр Алпамыша
Алтыйәшәр Алпамыша (2-се вариант) — башҡорт халҡының һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри-сәсмә формала башҡа төрки халыҡтарҙа: ҡаҙаҡ, әзербайжан, ҡарағалпаҡ, татарҙар һәм нуғайҙар араһында таралған.
Ҡулъяҙма информанттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Алтыйәшәр Алпамыша» тигән исем менән 1960 йылда С. Ә. Галин тарафынан Ырымбур әлкәһе Переволцк районы Ғәбдрәфиҡ ауылында 60 йәшлек Нәзифә Байтимерованан яҙып алынған. Текст шиғыр менән проза кушылышында тора. Йөкмәткеһе төп вариантҡа яҡын торһа ла, ҡайһы бер мотивтарының бирелешендә үҙгәреш бар.
Икенсе варианты ла шул уҡ йылда «Алтыйәшәр Алпамыша» исеме аҫтында С. Ә. Галин тарафынан Ырымбур әлкәһе Александровка районы Ҡотос ауылынан 75 йәшлек Шәрәфи Юлыевтан яҙып алына[1].
Сюжеты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хикәйәләү Байдәүләт тигән аҡһаҡалдың Барсынһылыу тигән берҙән-бер ҡыҙы булыуы, «ҡыҙ үҙе сәсән, үҙе матур, бик батыр ҙа» булыуы, «алты батман ташты орсоҡ урынына сорғотоп йөрөткәне», төрлө ерҙәрҙән төрлө аҡһаҡалдар һораһа ла, ҡыҙҙың риза булмай, кейәүҙе һайлауҙы үҙ теләгенә ҡуйҙырғаны, Ханәле тигән хан үҙенә өсөнсө бисәлеккә алырға тип яусы ебәреүе һәм ҡыҙҙың бик ҙур майҙан йыйҙырып көс һынашыу менән башланып китә.
Был хәбәр Алпамышаға ла ишетелә. Алпамыша үҙенең бер туған ҡәрендәше Баллышәкәр менән, икеһе ике ат менеп, майҙанға китәләр. Ат ҡарауға кәрәк булыр тип, үҙ ауылдарының йылҡы көтөүсеһе Ҡолтабаны ла үҙҙәре менән бергә алалар. Өсәүләп барып еткәндә, бөтә тирә-яҡтан аҡһаҡалдар йыйылған була.
Килгән бай балалары, аҡһаҡалдар, аҡһаҡал бай блалары бөтә байлыҡтарын сағылдырырлыҡ кейенгәндәр, аттарын биҙәгәндәр. Алпамыша уларға ҡарағанда ярлы, тик аҡһаҡаллыҡты атаһы ла, үҙе лә батырлыҡ үңгәненә һалып алып китәләр*. Шуға күрә уларҙың ырыуҙарын «үкһеҙ», байҙарға ҡәҙер итмәй торған ырыу тип йөрөткәндәр. Үҙ ырыуҙарында Алпамышаны ла, атаһын да өлөшлө кешеләрҙән тип йөрөткәндәр. Шуға күрә, майҙанда халыҡ күҙендә ярлы күренһә лә, үҙенең көсөнә Алпамыша ышанған[1].
Халыҡ Алпамышаның төҫ-башына ҡарап бик ғәжәпләнә. Булдыра алмаҫ; ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә тигән төрлө яҡлашыу, кире ҡағыу һүҙҙәре ишетелә. Майҙанда дан тотҡан егетте, Алпамышаны, Барсынһылыу кейәү итеп һайлай
Ҡыҙ атаһына барып:
Торсо, атай, торсо, әсәй,
Тороп, ҡулың бирсе, атай!
Менеп килгән Аҡҡолаһын
Майҙанда дан алған йүгерек аттай,
Ҡыйғыр ыласын һымаҡ осҡан ҡоштай.
Алдында майҙан алған егет тора.
Хөнәле Алпамыша менән көрәшешергә ҡурҡа. Берҙән-бер көндө Байдәүләт менән Хөнәле нисек тә Алпамышаны үлтерергә уйлайҙар. Артабан Барсынһылыуҙы атаһы Хөнәлегә кейәүгә барыуын ҡабатлауы, Алпамышаны үлтерергә кешеләр яллауҙары, ялланға кешеләр үлтермәйенсә, үҙең сыҡһаң, ошонан сығырһың, үҙ ҡулыбыҙ менән үлтермәйбеҙ, тип, бик тәрән соҡорға һалыуҙары тасуирлана. Алпамыша тәрән соҡорҙа ятҡанда осоп барған ҡыр ҡаҙҙарының күсен күрә лә йырлай:
Ҡарасай ҡаҙым, ҡарасай ҡаҙым,
Ҡанатыңа хат яҙайым,
Барсынһылыу — һөйгән ҡыҙым,
Баллышәкәр — уң канатым,
Төшөгөҙсө, мин уларға
Ҡанатыңа хат яҙайым.
Шунда түбән осоп килгән ҡаҙҙар, бының тауышын ишетеп, ҡапыл талпынған ыңғайға, ике ҡауырһын төшөп ҡала. Алпамыша бынан һыбыҙғы яһап уйнап ултырғанда, уны эҙләй сыҡҡан Баллышәкәр, аты һыуһағанға, һыу эҙләп, соҡорға ҡарап торғанда, Алпамышаны күрә, уны соҡор эсенән сығарып, Аҡҡолаһын табып килтерә.
"Алпамыша"ның башҡа версияларынан төп айырмаһы шунда: Алпамыша Барсынһылыуҙы үлтерә.
Баллышәкәр батша һарайына барып, нисек етте алай алдашып, бер ат ҡараусыға бармаҡсы булып, Аҡҡола янына килә. Аҡҡола Баллышәкәрҙе күргән ыңғайға кешнәп ебәрә. Баллышәкәр сепрәкте еҫкәтә. Ат тимер ҡапҡаларҙы ватып сығып, Алпа мышаны эҙләп китә. Барып таба. Уның артынан Баллышәкәр ҙә барып етә. Былар үҙ илдәренә ҡайталар. Ул сакта уның бөтә донъяһына, малына, иленә, Барсынһылыуға Хөнәле хужа булып көн итә торған булған. Был ҡайтып, Хөнәлене лә, Барсынһылыуҙы ла үлтереп, үҙ ыры уына баш булып китә[1].
Сюжет ерлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт халыҡ ижадында киң таралған эпик әҫәрҙәрҙең береһе — «Алпамыша менән Барсынһылыу» Академик Жирмунский Виктор Максимовичтың раҫлауынса, был сюжет Төрки ҡағанаты осоронда, йәғни VI—VIII быуаттарҙа уҡ, Алтай тауҙары төбәгендә киң билдәле була. Ләкин һуңынан һәр халыҡтың уҙ фольклор традициялары нигеҙендә үҙгәрештәргә осрап, ерләшеп китә. "Алпамыша"ның алтай милли версияһында ваҡиғаларҙың Алтай тауында, әзербайжан, шулай уҡ төрөк версияларында Кавказда, үзбәк, ҡарағалпаҡ, ҡаҙаҡ версияларында Ҡуңғрат-Байсунда барыуы, ә башҡорт версияларында Уралда барған тип һүрәтләнеүе, һәр халыҡтың конкрет тормош-көнкүреш үҙенсәлектәрен сағылдырыуы, — шул ерләшеүҙең бер күренеше ул[2].
Сюжет уртаҡ булыуға ҡарамаҫтан, милли версияларҙың нигеҙендә һәр халыҡтың үҙ тарихына, үҙ тормошона ҡағылышлы төрлө осор ваҡиғалары ята. "Алпамыша"ның ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, үзбәк версиялары сюжеты ҡалмыҡ баҫҡынсыларына ҡаршы алып барылған оҙайлы көрәш ваҡиғалары тәьҫирендә үҫеш ала. Башҡорт фольклорындағы эпостың тарихи ерлегендё әйләр һәм бүләр ырыуҙары араһындағы көрәш күрһәтелә. «Алпамыша менән Барсынһылыу» иртәгенең нигеҙендә ижтимағи тормоштоң бик боронғо осорҙары өсөн хас булған күренештәр ята. Шуларҙың иң мөһиме — Әйләр хандың ҡыҙы Барсынһылыу ир-егеттәр менән көрәшеп, үҙенә кейәү һайлауы. Ҡыҙҙың Алпамыша менән туй алды көрәше бөтә вариант һәм яҙмаларҙа ла тотороҡло һаҡлана һәм ҡалыплашҡан традицион формала бирелә[3].
Алпамыша легендаларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ араһында Алпамыша хаҡындағы эпос сюжеттары менән бергә айырым-айырым легендалар ҙа йәшәй. Ирәндек буйында (Әбйәлил районы) «Алпамыша ташы» исемле бер ҡая тураһында легенда бар. Был ҡая Алпамыша тигән батырҙың таш һыны, имеш. «Ул батыр бик ҙур кәүҙәле булған, тауҙан тауға атлап кына сыға торған булған. Бик күп йыл төрлө ерҙә булып, ил гиҙеп, һуғышып яу ҡайтарып йөрөгәндән һуң, Алпамыша ошо тауға хәл алырға килеп ултырған да шунан тормаған, батырҙың һыны таш ҡаяға әйләнеп ҡалған». Алпамышаны башҡорт ерлегенә күсереү, Уралдағы тау-таш, ер-һыуҙың барлыҡҡа килеүен уның исеменә бәйләп аңлатырға тырышыу «Алпа ҡомо айырытау» легендаһында ла сағыла: Алпа батырҙың ҡынйырағынан ҡаҡҡан ҡомдан Ағиҙел тамағына яҡын ике айырытау барлыҡҡа килеүе әйтелә[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 / Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. 4-се т. «Китап» , 1999 й., 46-47-се б.б.
- ↑ Жирмунский Виктор Максимович. «Тюркский героический эпос». — Ленинград: «Наука», 1974 й. — С. 218- се 6.
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады. М. Сәғитов, Б. Байымов, С. Галин «Башҡорт халыҡ тормош-көнкүреш эпосы» 4-се т.. — Өфө: «Китап», 1999 й. — С. 3—6.
- ↑ / «Башҡорт халыҡ ижады» «Риүәйәттәр һәм легендалар» 2-се том, Өфө, «Китап» 62-63;107-се б.б.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- / Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. 4-се т. «Китап» , 1999 й., 46-47-се б.б.
- Башҡорт халыҡ ижады. М. Сәғитов, Б. Байымов, С. Галин «Башҡорт халыҡ тормош-көнкүреш эпосы» 4-се т.. — Өфө: «Китап», 1999 й. — С. 3—6.
- / «Башҡорт халыҡ ижады» «Риүәйәттәр һәм легендалар» 2-се том, Өфө, «Китап» 62-63;107-се б.б.
- Жирмунский Виктор Максимович. «Тюркский героический эпос». — Ленинград: «Наука», 1974 й. — С. 218- се 6.