Эстәлеккә күсергә

Алутагузе (милли парк)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алутагузе
эст. Alutaguse rahvuspark
Нигеҙләү датаһы 24 ноябрь 2018
Рәсем
Рәсми атамаһы Alutaguse rahvuspark
Дәүләт  Эстония
Административ-территориаль берәмек Алутагузе[d][1] һәм Люганузе (волость, 2017)[d][1]
Алыштырған Agusalu Nature Reserve[d], Muraka Nature Reserve[d], Kurtna Nature Park[d], Smolnitsa Nature Park[d], Puhatu Nature Reserve[d], Mäetaguse Nature Park[d], Struuga Nature Park[d], Jõuga Nature Park[d] һәм Selisoo Nature Reserve[d]
Башланыу датаһы 24 ноябрь 2018[2]
Мираҫ статусы national park[d][1]
Майҙан 443,31 км²[1]
Карта
 Алутагузе Викимилектә

Алута́гузе милли паркы, Алута́гузе милли паркы[3], Алута́гес милли паркы[4] (эст. Alutaguse rahvuspark) — Эстониялағы милли парк. Ойошторолоу ваҡыты буйынса илдең иң яңы милли паркы[5]. Эстонияның көнсығышында, Ида-Вирумаа өйәҙендә, урынлашҡан.

Тарихы һәм ойоштороу маҡсаты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алутагузе милли паркына 2018 йылдың 24 ноябрендә нигеҙ һалынған. Эстонияның алты милли паркы араһында иң йәше. Эстонияла беренсе милли парк 1971 йылда Лахемаала, һуңғынан алдағыһы — Матсалу — 2004 йылда булдырылған[5].

Алутагузела милли парк булдырыу идеяһын беренсе тапҡыр 1920-се йылдарҙа уҡ эстон ботанигы Густав Вильбасте тәҡдим итә. Әммә уның ниәте 100 йыл үткәс кенә тормошҡа ашырыла[6].

Алутагузе милли паркының маҡсаты — Чуд күленең һаҙлыҡ, урман, болон, күл, йылға һәм яр буйы тәбиғәт берләшмәләрен һаҡлау, һаҡлап ҡалыу һәм тергеҙеү, был төбәктәргә хас ландшафт һәм рельеф формалары, биологик төрлөлөктө, һаҡланған хайуандар һәм үҫемлектәр һәм ҡоштарҙың мөһим миграция һәм оя ҡороу урындары, шулай уҡ төбәк мәҙәни мираҫын һәм тарихи-мәҙәни объекттарҙы һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү[7].

Алутагузе милли паркы Алутагузе уйһыулығының ҙур өлөшөн биләй. Парк 11 тәбиғәтте һаҡлау зонаһы: Пухату, Агусалу, Мурака һәм Селисоо ҡурсаулыҡтары, Куртна, Смольница, Йыуга, Ийзаку, Струуга һәм Мяэтагузе тәбиғәт парктары, шулай уҡ Нарва йылғаһының үрге ағымында һаҡлау зоналары базаһында булдырылған. Территорияһының майҙаны 44 135,3 гектар тәшкил итә, 23 855 га (54 %) — һаҙлыҡтар, (18 759 га) — 42 % урмандар биләй. Эске һыу ятҡылыҡтарының майҙаны 884,1 гектар тәшкил итә[3][7].

Алутагузе Эстонияның иң бай урмандарға бай райондарының береһе булып тора, уның тәбиғәте тайганы хәтерләтә. Был төбәккә һәр ваҡыт кешеләрҙең һирәк йәшәгәнлеге хас: халыҡ тығыҙлығы бында 3 кеше/км², шул уҡ ваҡытта Эстонияла был күрһәткес уртаса 30 кеше/км², Европа Союзында 117 кеше/км²[4].

Алутагузе районы тарихи яҡтан Эстонияла иң ҙур ылыҫлы урмандар һәм һаҙлыҡтар районы булып тора. Милли парк Эстонияның иң оҙон ҡомло пляжын һәм Чуд күленең төньяҡ ярындағы уникаль Смольница дюнаһын, Эстонияның иң көслө ағымлы Нарва йылғаһын, Струуга[et] тәбиғәт паркындағы йылғаларҙы һәм болондарҙы, күлдәрҙең иң юғары тығыҙлығы менән дан тотҡан Куртна[et] урман ландшафтын, Эстонияла берҙән-бер Агусалу материк дюналарын, Төньяҡ Европала иң ҙур Пухату[et] һаҙлыҡ системаларының береһен һәм илдәге иң күренекле Поруни[et] киң япраҡлы кеше ҡулы теймәгән йәки тәбиғи хәлдәге урмандарҙың береһен үҙ эсенә ала[5][8].

Тигеҙлектәрҙә кам яландары (был һуңғы материк боҙланыуы эшмәкәрлеге менән бәйле боҙлоҡ аккумулятив рельеф формалары), оз теҙмәләре (һыу-боҙлоҡ сығышлы һыҙыҡлы һуҙылған, тимер юл өйөмдәрен хәтерләткән тар грунт валдары) һәм ҡомло дюналар осрай. Бында Эстонияның иң бейек ҡомло теҙмәләре (42 метр) һәм Ида-Вирумааның (диңгеҙ кимәленән 94 метр) Тяривере иң бейек тәбиғи нөктәһе урынлашҡан. Куртна һәм Йыуга күлдәре боҙлоҡ осорондағы ҡом һәм ҡырсынташ аҫтында ерләнгән ҙур боҙлоҡтар урынында барлыҡҡа килгән. Боҙлоҡтар иреп бөткәс, уларҙың урынында тәрән уйпатлыҡтар барлыҡҡа килгән[8].

Милли паркта күп ял итеү урындары һәм туристик һуҡмаҡтар бар[3][9].

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Милли паркта һаҡланған үҫемлектәр иҫәбенә түбәндәге төрҙәр инә: япраҡһыҙ эйәгүлән (Epipogium aphyllum), ромашка япраҡлы тәлгәш ҡаҙаяҡ (Botrychium matricariifolium), күп бүлемле тәлгәш ҡаҙаяҡ (Botrychium multifidum), орхидеялылар ғаиләһенән өс ҡырлы ладьян (corallorhiza trifida), кәкүк ҡамышы (cyperus Fuscus), үпкә бабасыр уты (gentiana pneumonanthe), гаммарбия (Hammarbya paludosa), күлле яртыш (Isoetes Lacustris), йөрәк һымаҡ серүлән (Listera cordata), Дортман лобелияһы (Lobelia dortmanna), ҡом эспарцеты (Onobrychis arenaria), Тары япраҡлы һыу үләне (Sparganium angustifolium), Ялпаҡ япраҡлы ҡыяҡ (Cruciata laevipes), ҡәнәфер ғаиләһенән мүккә оҡшаған сәскә атыусы үҫемлек мёрингия (Moehringia lateriflora)? ысын кәкүк ситеге (Cypripedium calceolus), Лёзель лоснягы (Líparis loesélii) һәм башҡалар[7].

Алутагузе — күп төр ҡоштарҙың, атап әйткәндә, эстон аҡбаш бөркөттәренең йәшәү урыны. Уларҙы һаҡлау өсөн 1938 йылда бында Эстонияла беренсе Ратва[et] тәбиғәтте һаҡлау зонаһы — торф һаҙлығы резерваты булдырыла[5].

Милли паркта дәүләт һаҡлауы аҫтында ҡоштарҙың түбәндәге төрҙәре: аҡбаш бөркөт (Aquila chrysaetos), кесе баҡраҡ бөркөт (Aquila pomarina), ябалаҡ (Bubo bubo), ҡара ҡауҙы (ciconia nigra), яғалбай (Falco columbarius), аҡ ҡойроҡло диңгеҙ бөркөтө (Haliaeetus albicilla), кәлмәргән (Pandion haliaetus), күркәбаш йәки яр көйөлдөһө (Philomachus pugnax), мүк аяҡлы һупаҙы (Aegolius funereus), һаҙ өкөһө (Asio flammeus), ҡаңғылдаҡ аҡҡош (Cygnus cygnus), аҡ арҡалы тумырсы (Dendrocopos leucotos), зырҡыуыт (Gallinago media), ҙур ҡыҙғатыу (Limosa limosa), өс бармаҡлы тумыртҡа (Picoides tridactylus), алтын көйөлдө (Pluvialis apricaria), ҡолаҡлы сыпҡай (Podiceps auritus), һуйыр (Tetrao urogallus), ҡамышҡара (Circus aeruginosus), баҫыу көйгәнәге (Circus cyaneus), Ваҡ себен турғайы (Ficedula parva), һаҡ (Glaucidium passerinum), ваҡ һайыҫҡан (Lanius excubitor), ябай ҡарағанат (Lanius collurio), йүрелек (Lullula arborea), көйөлдө (Numenius arquata), һаҙ көйөлдөһө (Numenius phaeopus), һағыҙаҡ һары (Pernis apivorus), божор сәпсәү (Tringa glareola), сыйылдаҡ сөрәгәй (Anas crecca), ала өйрәк (Aythya fuligula), боған (Bucephala clangula), күк сарлаҡ (Larus canus), тәгәрлек (Vanellus vanellus) һәм башҡа ҡоштар, улар араһында һирәк осрай торған төрҙәре, как ҡаратүш сәпсәү (Calidris alpina schinzii), аҡ ағуна (Lagopus lagopus), ҡор ҡарсығаһы (Accipiter gentilis), балыҡсы турғай, боҙ тишкес (Alcedo atthis) һәм күл буғаһы, мөншөгөр (Botaurus stellaris)[7].

Башҡа хайуандарҙың һаҡланған төрҙәре: осар тейен (Pteromys volans), бороздчатый капюшонник (Stephanopachys linearis), плоскотелка красная (Cucujus cinnaberinus"), ябай ҡомтөрткө (Cobitis taenia), ағасъяңаҡ (Aspius aspius), ябай эт балығы, һаҡалсан (Misgurnus fossilis), ябай зөгәй (Cottus gobio) һәм башҡалар[7].

Алутагузе милли паркы составына ингән Струуга ҡурсаулығы территорияһында 21 төр энәғараҡ йәшәй, шул иҫәптән Эстонияла йәшел ҡабырсаҡтың (коромысло зелёное) иң ҙур популяцияһы. Смольница ландшафт ҡурсаулығы (250,6 га) Чуд күленең төньяҡ ярында урынлашҡан төрлө йәштәге уникаль дюналар системаһын һәм был дюналарға хас үҫемлек берләшмәләрен һаҡлап ҡалыуға хеҙмәт итә. Ҡурсаулыҡ зонаһының оҙонлоғо яҡынса 7 км, киңлеге-200-ҙән 650 м-ға тиклем; ул «Натура 2000» Европа тәбиғәтте һаҡлау селтәренә инә[8].

Алутагузе аша бүре, айыу, һеләүһен һәм башҡа хайуандарҙың Эстониянан Рәсәйгә миграцияһы бара[10].

  1. 1 2 3 4 (unspecified title)
  2. https://www.riigiteataja.ee/akt/114112018004
  3. 1 2 3 Riigimetsa Majandamise Keskus. Алутагузский национальный парк. Loodusega koos. Дата обращения: 23 май 2021. Архивировано 21 май 2021 года.
  4. 1 2 Сигне Роост. Алутагескому национальному парку быть! Alutaguse valla leht. Alutaguse vald. Дата обращения: 23 май 2021. Архивировано 23 май 2021 года.
  5. 1 2 3 4 Keskkonnaamet. Eestis on uus rahvuspark – Alutaguse rahvuspark (эст.) (26 ноябрь 2018). Дата обращения: 23 май 2021. Архивировано 21 май 2021 года.
  6. Андрей Крашевский. В Ида-Вирумаа создан национальный парк Алутагузе. Эстонская общественная телерадиовещательная корпорация (24 ноябрь 2018). Дата обращения: 22 май 2021. Архивировано 22 май 2021 года.
  7. 1 2 3 4 5 Keskkonnaagentuur. Kaitsealune ala või üksikobjekt: Alutaguse rahvuspark (KLO1000669) (эст.). EELIs Infoleht. Дата обращения: 23 май 2021. Архивировано 23 май 2021 года.
  8. 1 2 3 Заповедники Ида-Вируского уезда. Keskkonnaamet / Департамент окружающей среды (2012). Дата обращения: 23 май 2021. Архивировано 23 май 2021 года.
  9. Национальный парк Алутагузе и природный центр Ийзаку. Visit Estonia. Официальный сайт туристической информации. Дата обращения: 22 май 2021. Архивировано 22 май 2021 года.
  10. Национальный парк Алутагузе. kaitsealad.ee. Дата обращения: 23 май 2021. Архивировано 17 май 2021 года.
* Национальный парк Алутагузе.