Альберт Эйнштейн
| Альберт Эйнштейн | |
| Albert Einstein | |
| | |
| Тыуған көнө: | |
|---|---|
| Тыуған урыны: |
Ульм, Вюртемберг Короллеге, Германия империяһы |
| Вафат булыу көнө: | |
| Вафат булған урыны: | |
| Гражданлығы: |
|
| Ғилми өлкәһе: |
Теоретик физика |
| Эшләгән урыны: |
Патент бюроһы, Берн/ |
| Ғилми дәрәжәһе: | |
| Ғилми исеме: | |
| Уҡыу йорто: |
Цюрих юғары техник мәктәбе |
| Ғилми етәксеһе: |
Альфред Кляйнер[d][1], Heinrich Burkhardt[d][1] һәм Генрих Фридрих Вебер[d] |
| Билдәләлек алған: |
Сағыштырмалыҡ теорияһына нигеҙ һалыусы |
| Награда һәм премиялары | |
| Сайт: | |
| Ҡултамғаһы: | |
Альбе́рт Эйнште́йн (нем. Albert Einstein, МФА [ˈalbɐt ˈaɪ̯nʃtaɪ̯n] [2]; 14 март 1879 йыл, Ульм, Вюртемберг, Германия — 18 апрель 1955 йыл, Принстон, Нью-Джерси, АҠШ) — физик-теоретик, заманса теоретик физикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Физика буйынса Нобель премияһы лауреаты (1921 йыл), йәмәғәт эшмәкәре-гуманист. Германияла (1879—1893, 1914—1933), Швейцарияла (1893—1914) һәм АҠШ-та (1933—1955) йәшәгән. Донъяның 20-ләп университетының Почётлы докторы, бик күп Фәндәр академиялар ағзаһы, шул иҫәптән СССР ФА-ның сит ил Почётлы ағзаһы (1926).
Эйнштейн — физика буйынса 300-ләп фәнни хеҙмәт авторы, фән тарихы һәм фән философияһы буйынса 150 китап һәм мәҡәлә яҙған. Ул шулай уҡ физика теорияһы буйынса бер нисә абруйлы хеҙмәт авторы:
- Махсус сағыштырмалыҡ теорияһы (1905).
- Уның эсендә — массаның һәм энергияһының үҙ-ара бәйләнеше теорияһы]].
- Дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһы (1907—1916).
- Фотоэффект-тың квант теорияһы.
- йылылыҡ һыйышы квант теорияһы.
- Бозе — Эйнштейн квант статистикаһы.
- Броун хәрәкәте статистик теорияһы.
- Индуцирланған нурланыш теорияһы.
- Яҡтылыҡтың таралышы теорияһы[3]
Ул шулай уҡ «квант телепортацияһын» фаразлаған, Эйнштейн — де Һааза гиромагнит эффектын үлсәгән һәм фаразын әйтеп ҡалдырған. 1933 йылда космология һәм берҙәм майҙан теорияһы проблемалары өҫтөндә эшләгән. Һуғыштарға, ядро ҡоралына ҡаршы әүҙем эшмәкәрлек алып барған, гуманизм, халыҡтар дуҫлығы яғында булған.
Эйнштейн яңы физик концепциялар һәм теорияларҙы фәнни әйләнешкә индереп ебәргән. Тәү сиратта арауыҡ һәм ваҡыттың физик асылына һәм Ньютондыҡы урынына гравитацияның яңы теорияһына ҡағыла. Эйнштейн Планк менән берлектә квант теорияһын асҡан. Эксперименттар менән күп тапҡырҙар раҫланған был концепциялар бөгөнгө физиканың нигеҙен тәшкил итә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Eine neue Bestimmung der MoleküldimensionenMathematics Subject Classification: 70—Mechanics of particles and systems — 1997.
- ↑ Немец әйтелеше буйынса исемдең дөрөҫ бирелмәһе Альберт Айнштайн. Инглизсә — [ˈælbɝt (-ət) ˈaɪnstaɪn] (Элберт Айнстайн.. См. также How to pronounce Albert Einstein — inogolo.
- ↑ Einstein, A. Theorie der Opaleszenz von homogenen Flüssigkeiten und Flüssigkeitsgemischen in der Nähe des kritischen Zustandes // Annalen der Physik. — 1910. — Т. 338. — № 16. — С. 1275–1298.
- Википедия:Статьи с вики-разметкой в изображении карточки
- 14 мартта тыуғандар
- 1879 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Германияла тыуғандар
- 18 апрелдә вафат булғандар
- 1955 йылда вафат булғандар
- АҠШ-та вафат булғандар
- Докторҙар философии по физике
- Алфавит буйынса Нобель премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Альберт Эйнштейн
- Алфавит буйынса физиктар
- Германия физиктары
- Швейцария физиктары
- АҠШ физиктары
- XX быуат физиктары
- Пацифистар
- Социалистар
- Лондон короллеге йәмғиәте сит ил ағзалары
- Франция фәндәр академияһы ағзалары
- РАФ ағза-корреспонденттары (1917—1925)
- СССР ФА ағза-корреспонденттары
- СССР ФА почётлы ағзалары
- АҠШ Милли ФА ағзалары һәм ағза-корреспонденттары
- Пруссия фәндәр академияһы ағзалары
- Шәхестәр:Сионизм
- Физика буйынса Нобель премияһы лауреаттары
- Копли миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Маттеуччи миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Макс Планк миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ғалимдар хөрмәтенә аталған физик үлсәү берәмектәре
- Бавария ФА ағзалары
- Пруссия
- Почта маркаларында шәхестәр