Альтерман Лев Григорьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Альтерман Лев Григорьевич
рус. Лев Григорьевич Альтерман
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 ғинуар 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны СССР
Вафат булған көнө 28 декабрь 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө инженер, менеджер
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Альтерман Лев Григорьевич (24 ғинуар 1929 йыл — 28 декабрь 2004 йыл) — төҙөлөш тармағы эшмәкәре, инженер. 1963—1971 йылдарҙа Салауатстрой тресының баш инженеры, идарасыһы; 1972—1976 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы; 1983—2004 йылдарҙа «Башстрой» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор ярҙамсыһы. Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1987) атҡаҙанған төҙөүсеһе, Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1963).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лев Григорьевич Альтерман 1924 йылдың 24 ғинуарында тыуған.

1950 йылда Л. Г. Альтерман Ташкент тимер юл транспорты инженерҙары институтын «юл инженерҙары» һөнәре буйынса тамамлай. 1951 йылдан Салауат ҡалаһында йәшәй һәм 1953 йылға тиклем СССР Эске эштәр министрлығының УКС-18-се Капиталь төҙөлөш идаралығының участка начальнигы була.

1953 йылдан 1963 йылға тиклем — СССР Нефть сәнәғәте министрлығының участка начальнигы.

1963 йылдан 1971 йылға тиклем — «Салаватстрой» тресының баш инженеры, трест идарасыһы.

1971 йылдан 1972 йылға тиклем — «Башгражданстрой» тресы идарасыһы

1972 йылдан 1976 йылға тиклем БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы урынбаҫары, начальнигы.

1976 йылдан алып 1981 йылға тиклем — Өфөнөң «Мир» тегеү производствоһы берекмәһенең генераль директоры урынбаҫары.

1981 йылдан 1983 йылға тиклем — «Башнефгезаводстрой» тресы идарасыһы урынбаҫары.

1983 йылдан алып 2004 йылға тиклем — ПРУ начальнигы, «Башстрой» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры ярҙамсыһы

Альтерман ҡатнашлығында Салауат ҡалаһы төҙөлә, химия, нефть химияһы, сәнәғәт эшкәртеү, ауыл хужалығы һәм мәҙәниәт комплекстары сафҡа инә.

Өфөләге «Башгражданстрой» тресының беренсе идарасыһы була. Рус драма театры, үҙенең архитектураһы буйынса үҙенсәлекле булған «Hyp» Татар драма театры төҙөлөшөнә ҙур өлөш индерә[1].

Эште тәрән белеүе, эрудицияһы Өфө һыу һурҙырғыс, ҡала таҙартыу ҡоролмалары, ит комбинаты һ.б. кеүек күп төҙөлөштәр ваҡытында алыштырғыһыҙ була.

1996 йылда Благовещен ҡалаһында полиэфир комплексын төҙөү штабының начальнигы итеп тәғәйенләнә.

Башҡортостан Республикаһының күп һанлы төҙөлөш объекттарында дөйөм алғанда 54 йыл эшләй.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2005 йылдың 28 декабрендәге 1301-р бойороғо менән республиканың төҙөлөш комплексының күренекле етәксеһе иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Рәсәйҙең Почетлы төҙөүсеһе Альтерман Лев Григорьевичҡа мемориаль таҡта урынлаштырыу тураһында ҡарар ҡабул итә.

Өфөлә ерләнгән[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Почёт Билдәһе» орден кавалеры. 1963 йылда Салауат нефть химияһы комбинатында етештереү объекттарын ваҡытынан алда сафҡа индееүе өсөн бүләкләнә.

Төҙөлөш өлкәһендә күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн 1999 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән БР Почет грамотаһы менән бүләкләнә[3]. Өфө ҡалаһында Киров урамы, 44 -сы йортта РФ һәм БР атҡаҙанған төҙөүсеһе Л. Г. Альтерман иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыла[4].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балалары:

Ейәндәре:

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Киреев Н. М. Мы построили город в степи. Уфа, 1998. Башкирское книжное издательство «Китап», тир. 1500 экз. ISBN 5-295-02628-0
  • Попов В. Л. По долгу совести. Казань, 2012, ОАО «ТАТМЕДИА» «Идел-Пресс».

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]