Алябьев Александр Александрович
Алябьев Александр Александрович | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 4 (15) август 1787[1][3][4] |
Тыуған урыны | Тобольск, Рәсәй империяһы[5] |
Вафат булған көнө | 22 февраль (6 март) 1851[1][3][4] (63 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы[5][6] |
Ерләнгән урыны | Симонов монастырь[d] |
Атаһы | Александр Васильевич Алябьев[d] |
Һөнәр төрө | композитор, пианист |
Эш урыны | Мәскәү Николай етемдәр институты |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 1851 |
Хәрби звание | подполковник[d] |
Музыка ҡоралы | фортепиано |
Жанр | Опера |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Алябьев Александр Александрович Викимилектә |
Алябьев Александр Александрович (4 [15] август 1787, Тобольск — 22 февраль [6 март] 1851, Мәскәү) — рус композиторы, пианисы, дирижеры.
XIX быуатта ҙур уңыш менән файҙалана, 200-гә яҡын романстар, 6 опера, 20 музыкаль комедия, башҡа бик күп музыкаль әҫәрҙәр ижад итә Иң яҡшы әҫәрҙәре — А. А. Дельвиг һүҙҙәренә «Һандуғас» романсы (1826) А. С. Пушкин шиғырҙарына «Ҡышҡы юл», «Ике ҡарға», И Козлов һүҙҙәренә «Киске сың», П.Беранже һүҙҙәоенә Дмитрий Ленский тәржемәһендә «Хәйерсе ҡатын»
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александр Александрович Алябьев 1787 йылдың 15 авгусында Тобольскиҙа дворяндар араһы губернатор Александр Васильевич Алябьевтың ғаиләһендә тыуа (1746—1822).
1801 йылда Санкт-Петербург Берг-коллегияла 3 класлы унтер-шихтмейстер хеҙмәтен башлай (1801), һуңынан Мәскәүҙә 14-се класлы шихтмейстер (1803) була. 1810 йылда беренсе музыкаль әҫәрҙәрен баҫтыра[7].
Александр Алябьев 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813-14 рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнаша (3-сө украин казактар полкы — 1812, Иркутск һәм Ахтыр гусарҙар полкы — 1813—1814 йй.). Партизан һәм билдәле шағир Денис Давыдов ойошторған Дрезденды алыуҙа ҡатнаша. Дрезденды алғанда яралана. Лейпциг аҫтындағы алыштарҙа, Рейндағы һуғышта һәм Парижды алыуҙа ҡатнаша. Ике 3-сө дәрәжәләге Изге Анна ордены, 4-се дәрәжәләге Изге Владимир ордены һәм 1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә миҙал менән наградлана. Һуғышты ротмистр чинында тамамлай. Хәрби хеҙмәтен Петербургта дауам итә, унда, 1815 йылда, үҙенең иң тәүге әҫәрен — «Тағы бер көн» тигән гусар йырын яҙа.
1823 йылда Алябьев подполковник чинында мундиры һәм тулы пенсияһы менән отставкаға сыға. Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта йәшәй. Был ваҡытта яҙыусы Михаил Загоскин, композитор Алексей Верстовский менән дуҫлаша.
1825 йыл башында Алябьев помещик Т. М. Времевты үлтереүҙә ҡәйепләнеп, ҡулға алына һәм ғәйепләүҙәрҙең әйтеп еткерелмәгәнлегенә ҡарамаҫтан, бөтөн хоҡуҡтарынан һәм дворян титулынан мәхрүм ителеп Себергә һөргөнгә ебәрелә. Ҡаты хөкөм ҡарарының төп сәбәбе булып, Алябьевтың, күрәһең, декабристар даирәһенә яҡын тороуы һылтау була. Николай I Алябьевтың яҙмышын йомшартыу тураһындағы үтенесен бер нисә тапҡыр кире ҡаға.
1828 йылда 3 йыл ҡәлғәләге төрмәнән һуң, Алябьев Тобольскиға ебәрелә. Бында ул «Казак музыкаһы» симфоник оркестры ойоштора, симфоник һәм хор концерттары менән етәкселек итә, дирижер һәм пианист булараҡ сығыш яһай. Был осорға Алябьевтың киң билдәле романстары, һәм бер нисә оркестр әҫәре ҡарай, улар «Төньяҡ йырсыһы» тигән йыйынтыҡта баҫылып сыға (1828, 1831).
Алябьев 1832-33 йылдарҙы Кавказда йәшәй, Ставрополь ҡалаһында Свято-Троицкий соборы регентының әйткәнен тыңлау хеҙмәтен башҡара. 1833-34 йылдарҙа Ырымбурҙа, һуңынан Мәскәү губернаһында йәшәй. Халыҡтарҙың музыкаһы менән ихлас ҡыҙыҡһынып, композитор башҡорт, ҡырғыҙ, төркмән, татар халыҡ йырҙарын яҙып ала, уларҙы төҙөй һәм (тарихсы-фольклорсы М. А. Максимович менән берлектә) «Украин йырҙары тауышы» тигән йыйынтыҡ баҫтырып сығара (1832, 1834 й.й. сығара). Тик 1843 йылда ғына Алябьев полиция күҙәтеүе аҫтында Мәскәүҙә йәшәргә рөхсәт ала. Бында ул яңынан театр мөхитенә инә, драматик спектаклдәргә музыка яҙа. 1847 йылда А. С. Даргомыжский менән уның дуҫлығы башлана[8]
Алябьев — күп опера-водевилдәрҙең музыка авторы: П. Н. Араповтың «Сәйәхәтсе бейеүсе актриса йәғни Өс һеңле-кәләш», А. И. Писаревтың «Калифтың уйын-көлкөһө, йәғни бер тәүлеккә шаяртыуҙар».
1840 йылдан Алябьев, тыумыштағы. Римская-Корсаковаға, Екатерина Александровна Офросимоваға (1803—1854) өйләнгән була[9], уның менән композиторҙы электән яратып йөрөүе берләштерә. Үҙҙәренең балалары булмай, әммә улар Леонила Пассек тураһында хәстәрлек күрәләр (Симонов монастырының тарихсыһы Вадим Пассектың һеңлеһе), уны композиторҙың буласаҡ ҡатыны 1831 йылдар тирәһендә тәрбиәгә ала. Композитор Мәскәүҙә 1851 йылдың 22 февралендә үлә, Симонов монастырында, Алябьевтар кәшәнәһендә ерләнә.
1920—1930 йылдарҙа Симонов монастырының зыяраты емерелә. 2009 йылдың 24 февралендә Мәскәүҙә Иҫке Симоновта Пресвятая Богородица Рождествоһы храмы стеналары эргәһендә композитор Александр Алябьевтың символик ҡәберендә иҫтәлекле тәре асыу тантанаһы үтә[10].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А. А. Алябьев исемендәге сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы
- А. А. Алябьева исемендәге ҡыллы квартет
- А. А. Алябьев исемендәге ДШИ (Мәскәү)
- А. А. Алябьева исемендәге ЦДМШ (Коломна)
- А. А. Алябьев исемендәге ДМШ (Пущино)
- А. А. Алябьев исемендәге ДШИ № 9 (Ырымбур)
Билдәле әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- романстары:
- На стихи Пушкина: «Два ворона», «Зимняя дорога», «Певец»;
- На слова Антона Дельвига: «Соловей» (1826 г.), «Кудри»;
- «Вечерний звон» (слова Ивана Козлова),
- «Дубрава шумит» (слова Василия Жуковского),
- «Жаль мне и грустно» (слова Ивана Аксакова),
- «Нищая» (слова Беранже в переводе Дмитрия Ленского),
- «Пахитос» (слова Ивана Мятлева),
- «Тайная скорбь» (слова Александра Вельтмана),
- «Что поешь, краса-девица» (слова В. Домонтовича),
- «Я вижу образ твой» (слова А. Бистрома),
- «Ясны очи» (слова Дмитрия Ознобишина).
- опералары:
- Лунная ночь, или Домовые (1822, пост. 1823, Большой театр в Петербурге)
- Буря (1830-е гг.)
- Эдвин и Оскар (1830-е гг., не окончена)
- Волшебная ночь (1838-39, не окончена)
- Рыбак и русалка, или Злое зелье (1841-43)
- Аммалат-Бек (1842-47)
- опера-водевилдәре
- Новая шалость, или Театральное сражение (совм. с А. Н. Верстовским и Л. В. Маурером, 1822, Большой театр, Петербург)
- Деревенский философ (1823, театр на Моховой, Москва)
- Хлопотун, или Дело мастера боится (совм. с Верстовским, 1824, Малый театр, Москва)
- Проситель (совм. с Верстовским, Мих. Ю. Виельгорским и Ф. Е Шольцем, 1824, театр на Моховой, Москва)
- Встреча дилижансов (совм. с Верстовским, 1825, Большой театр, Москва)
- Забавы калифа, или Шутки на одни сутки (совм. с Верстовским и Шольцем, 1825, там же)
- Три десятки, или Новое двухдневное приключение (совм. с Верстовским, 1825, там же)
- Утро и вечер, или Ветер переменился (1826) и др.
- балет Волшебный барабан, или Следствие Волшебной флейты (1827)
- пролог Торжество муз. на открытие Большого театра (совм. с Верстовским и Шольцем, 1824, исп. 1825)
- мелодрама Кавказский пленник (на текст одноим. поэмы А. С. Пушкина, 1828?)
- кантаталары
- для орк., в том числе симфония e-moll (1850), увертюра, танцы
- для дух. орк., в том числе увертюры
- инстр. ансамбли
- 3 струн. квартета (ь 1, Es-dur, 1815; No 3, g-moll, 1825)
- 2 фп. трио (Es-dur, 1815?; a-moll, 1834)
- фп. квинтет (1815?)
- соната для скр. и фп. (1834)
- квартет для 4 флейт
- квинтет для флейты, гобоя, кларнета, фагота и валторны, и др.
- пьесы и циклы вариаций для разных инструментов
- фп. пьесы, в том числе соната, танцы
- хоры и хор. обработки собств. соч.
- романсы для голоса с фп. (св. 150)
- вок. ансамбли
- обр. нар. песен, в том числе
- Голоса украинских песен, изданные Михаилом Максимовичем. Аранжировка Александра Алябьева (1832, изд. 1834, М., 1961)
- Азиатские песни (1833-35?)
- и др.
- драматик спектаклдәргә музыка — Буря (А. А. Шаховского, по У. Шекспиру, 1827), Отступник, или Осада Коринфа (В. А. Алябьева, 1837), Русалка (Пушкина, 1838), Виндзорские проказницы (Уильям Шекспир, 1838), Безумная (по повести И. И. Козлова, 1841) и др.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #119162962 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 Риман Г. Алябьев // Музыкальный словарь (урыҫ): Перевод с 5-го немецкого издания / под ред. Ю. Д. Энгель, пер. Б. П. Юргенсон — М.: Музыкальное издательство П. И. Юргенсона, 1901. — Т. 3. — С. 1500.
- ↑ 4,0 4,1 Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. Ламин — Новосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
- ↑ 5,0 5,1 Алябьев Александр Александрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Э. Алябьев (урыҫ) // Музыкальный словарь: Перевод с 5-го немецкого издания / под ред. Ю. Д. Энгель, пер. Б. П. Юргенсон — М.: Музыкальное издательство П. И. Юргенсона, 1901. — Т. 1. — С. 32—33.
- ↑ Энциклопедия «Кругосвет»(недоступная ссылка)Ҡалып:Мёртвая ссылка
- ↑ Классическая музыка
- ↑ Первый муж, полковник Андрей Павлович Офросимов (1788—1839), считается одним из прототипов Фамусова. Он был сыном знаменитой московской барыни Настасьи Дмитриевны Офросимовой.
- ↑ https://pravoslavie.ru/29401.html
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тимофеев Г. Н. А. А. Алябьев: Очерк жизни и творчества. — М., 1912.
- Штейнпресс Б. С. Страницы из жизни Алябьева. — М., 1956
- Штейнпресс Б. С. Алябьев в изгнании. — М., 1959.
- Доброхотов Б. В. Александр Алябьев: Творческий путь. — М., 1966.