Алёшаның йөрәге (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Алёшкино сердце (рассказ) битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Алёшаның йөрәге
Жанр:

хикәйә

Автор:

Михаил Шолохов

Төп нөхсә теле:

урыҫ телендә

Яҙылған йылы:

1925

Публикация:

1925

«Алешаның йөрәге» ― урыҫ совет яҙыусыһы Михаил Александрович Шолоховтың 1925 йылда яҙылған хикәйәһе.

Баҫманың тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Алёшкино сердце» хикәйәһе беренсе тапҡыр «Алёшка» исеме менән 1925 йылдың 31 мартында «Крәҫтиән йәштәр журналы» "Журнал крестьянской молодёжи"ның 5-се һанында баҫылған. Шул уҡ йылда (1925) «Алёшаның йөрәге» «Алёшкино сердце» айырым баҫма булып сыға (М.; Л.: Госиздат). «Дон хикәйәләре» «Донские рассказы» автор йыйынтығына ингән, «Яңы Мәскәү», М. 1926 һәм «Зәңгәрһыу дала. Дон хикәйәләре. 1923—1925» (1931) баҫмалары.

1925—1931 йылдарҙа әҫәрҙең, күләме, композицияһы һәм финал өлөшө менән айырылып торған дүрт варианты баҫыла. «Крәҫтиән йәштәре журналы»нда ― текстың Алёшканың ғаиләһенең вафат булыуы тарихы ла, финалда комсомол булып киткән геройҙы тасуирлау ҙа тулыһынса яҙылмай ҡалған ҡыҫҡартылған варианты. 1925 йылда хикәйәнең бүленгән фрагменттары автор тарафынан айырым баҫмала тергеҙелгән. «Дон хикәйәләре» йыйынтығында (1926) әҫәр бәхетһеҙлек, Алексей Поповтың һәләкәте, менән тамамлана. «Зәңгәрһыу дала. Дон хикәйәләре» йыйынтығында (1931) "Крәҫтиән йәштәре журналы"нан алынған киҫелгән тамаланышлы варианты яңынан баҫылған. Яҙыусының Әҫәрҙәр йыйынтығы өсөн 1925 йылғы айырым баҫма текстары һайланған[1].

Сюжеты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хикәйәлә Дондағы төп геройҙың бөтөн ғаиләһен һәләк иткән аслыҡтың ҡурҡыныс, натуралистик дөрөҫ картиналары һүрәтләнгән. Кешелекһеҙлектең һәм яуызлыҡтың кәүҙәләнеше булып Алёшканың апай-һеңлеләренең береһен үҙ ҡулдары менән һәләк иткән күрше ҡатын Макарчиханың ҡот осҡос образы тора. Мөғжизә менән иҫән ҡалған Алёшка станица байына эшкә батрак булып яллана, тик малайҙың ысын ҡотҡарыусыһы политком Синицын була. Уға беҙҙең геройыбыҙ хужаһының өйөндә ишеткән хәбәрҙе әйтә, төндә станицаға банда һөжүм итәсәген иҫкәртә. Ҡыҙылармеецтарҙың бандиттарға ҡаршы һуғышы барышында Алёшка батырлыҡ ҡыла, балалы ҡатынды ҡотҡара. Төп геройға хас һыҙатты ― ахырҙа бөтөн ҡылыҡтарына нигеҙ булған изгелекте Шолохов персонаж ҡиәфәте менән бәйләгән:

« "Һирәк тештәр ― яғымлы кеше" тигән халыҡ һынамышын тормошҡа ашырып: Алёшканың тештәре һирәк һәм эре, һәм Алёшканың йөрәге бик ябай, бер ҡасан да бер кемгә лә асыу тотмай. »

Реаль ваҡиғалар һәм прототиптар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҫәрҙә Каргинская станицаһындағы Крамсков ғаиләһе яҙмышы менән бәйле реаль ваҡиғалар сағылыш тапҡан. Фёдор Дмитриевич Крамсков, беренсе донъя һуғышы ҡатнашыусыһы, Вёшенский ихтилалы осоронда баш күтәреүселәр армияһына саҡырыла һәм Дон армияһы менән Кубань аръяғына сигенә, өйөнә әйләнеп ҡайтмай. Уның ҡатыны, Матрёна Михеевна, ҡоролоҡ сәбәпсе булған 1921 йылғы аслыҡ йылында тиф ауырыуынан вафат була. Аслыҡтан уның өс балаһы ла үлә. Ҡыҙы Тасяны күрше Макарьевна (йәки Макарчиха) үлтергәнсе туҡмай; шулай уҡ мөгәрәбенән аҙыҡ урларға маташҡан Крамсковтарҙың улы Алексейҙы саҡ үлтермәй. Г. Я. Сивоволов мәғлүмәте буйынса, хикәйәнең төп геройы Алексей Поповтың прототибы булған Алексей Крамсков Шолохов мине «яҙған» ти, әммә Макарчиханың мөгәрәбенә төшөүен танырға оялғанын әйтә. Политком Синицын образы сығанағы булып реаль кеше ― Василий Меньков, сәйәси комиссар политком, һуңынан, 1921 йылдың сентябренән алып 1922 йылдың февраленә саҡлы, М. А. Шолохов хеҙмәт иткән 32-се Каргин әҙерләүҙәр контораһы мөдире булған. Крамсков ғаиләһе яҙмышы тураһында буласаҡ яҙыусы Алексей Крамсковтың үҙенән дә, әсәһе үлгәндән һуң күпмелер ваҡыт Шолоховтың ата-әсәһе йортонда йәшәгән Алексейҙың өлкән апаһы Марфанан да ишетеп белгән[2].

Персонаждар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Алёшка (Алексей Попов) ― хикәйәнең төп геройы, 14 йәштә, етем. Атаһы хәбәрһеҙ юғала, әсәһе һәм ике һеңлеһе аслыҡ ваҡытында һәләк була. Ҡыҙылармеецтарға станицаға һөжүм иткән бандиттарҙы тоторға ярҙам итә, балалы ҡатынды үлемдән ҡотҡара.
  • Анисимовна ― Алёшканың әсәһе, аслыҡтан үлә.
  • Шинель кейгән икәү ― Алёшканың хужаһы Иван Алексеевҡа төндә килгән исемһеҙ бандиттар.
  • Иван Алексеев ― әсәһе һәм туғандары үлгәндән һуң, Алёшка утарҙа йәшәгән байға «ашау ялына» ялланған. Ул бандаға станицаға үтеп инергә ярҙам итә.
  • Ҡыҙылармеецтар ― банданы ҡулға төшөргөн отрядтың исемһеҙ ҡыҙылармеецтары.
  • Макарчиха ― Алёшканың бай күршеһе, «уҫал һәм үт бисә». Геройҙың өлкән апаһы Польканы үлтерә, мөгәрәбенә төшкән өсөн Алёшканың үҙен дә үлтерә яҙғансы туҡмай.

Нюратка ― Алёшканың «ҡара күҙле кесе» һеңлеһе, үле ҡолондоң «сүсле итен артыҡ ашағанлыҡтан» үлә.

  • Полька ― Алёшканың өлкән апаһы, күрше Макарчиха уны, «ҡыҫыр щи»ҙы һорамай ашағаны өсөн, үлтерә.
  • Синицын ― политком, төп геройҙың яҙмышында ҡыҙыу ҡатнаша.
  • Күрше ― Алёшканы ныҡ еккәне өсөн ризаһыҙлығын белдергән Иван Алексеевтың исемһеҙ күршеһе.
  • Күрше егет ― Исемһеҙ персонаж Алёшкаға уның һеңлеһе Нюратканы канауҙан эттәр соҡоп сығарыуы тураһында хәбәр иткән.
  • Хужабикә ― Иван Алексеевтың исемһеҙ ҡатыны.
  • Хужаның килене ― Иван Алексеевтың исемһеҙ килене.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шолохов, М. А.: Рассказы.― М.: Дрофа: Вече, 2002.― 320 с.― (Библиотека отечественной классической художественной литературы). ISBN 5-7107-6865-0 («Дрофа»); ISBN 5-7838-1229-3 («Вече»)
  • Шолоховская энциклопедия/ Колл. авторов; глав. ред. Ю. А. Дворяшин; вступ. ст. М. М. Шолохов. — М.: Издательский дом «СИНЕРГИЯ», 2013. — 1216 с.: ил. ISBN 978-5-94238-022-9

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Михаил Александрович Шолохов/ Том 1. Рассказы
  2. Сивоволов, Г. Я. Михаил Шолохов: Страницы биографии.― Ростов н/Д.: Кн. изд-во, 1995. ― С. 283—295

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Алёшкино сердце.