Алһыу ойоҡ (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Розовый чулок
Жанр

хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

русса

Ижат ителгән ваҡыты

1886

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1886

Алһыу ойоҡ  — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1886 йылда яҙыла, тәүге тапҡыр «Осколки» журналының 33-сө һанында 1886 йылдың 16 авгусында А. Чехонте ҡултамғаһы аҫтында баҫылып сыға.

Баҫмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Антон Павлович Чеховтың «Алһыу ойоҡ» хикәйәһе 1886 йылда яҙыла, тәүге тапҡыр «Осколки» журналының 33-сө һанында 1886 йылдың 16 авгусында А. Чехонте ҡултамғаһы аҫтында баҫылып сыға.

НәшерсеН. А. Лейкин хикәйә аҙағына бер фраза өҫтәп яҙып ҡуя: «Юҡ, һәм мин бер ҡайҙа ла бармаясаҡмын. Аҡыллы әйбер тураһында ирҙәр менән һөйләшергә лә була, һуңғы һүҙҙе ир әйтә һәм ҡарар ҡабул итә». Был турала ул Чеховҡа : «Һеҙҙең «Розовый чулок» хикәйәһе килде. Ул миңә бик ныҡ оҡшаны … тәьҫирен тағы ла көсәйтеү өсөн хикәйә аҙағына бер нисә юл өҫтәп ҡуйҙым. Бының өсөн миңә һуҡранмаҫһығыҙҙыр тип ышанам. Был хикәйә 33-сө һанға инәсәк» - тип яҙа. Чехов уға: «Һеҙ «Розовый чулок» хикәйәһенең аҙағын оҙонайттығыҙ.. Мин был артыҡ юл өсөн артыҡ һигеҙ тин алыуҙан баш тартмаясаҡмын, тик, минеңсә, «ир (мужчина)» һүҙен аҙаҡта ҡулланыу килешмәй… Һүҙ бары тик ҡатын-ҡыҙҙар тураһында ғына бара…»

Сюжет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ваҡиға Иван Петрович Сомов йортонда бара. Болотло көндәрҙең береһендә Сомов кабинеты буйлап йөрөй һәм һауа торошон мығырҙап ороша. Уның янында алһыу ойоҡ кейгән ҡатыны Лидочка хат яҙып ултыра. Иван Петрович уның яҙғанына күҙ һалыштыра һәм хатын уҡыуҙы һорай. Хатты уҡығанда ул аптырауҙа ҡала. Ҡатыны хатты арлы-бирле, кәкере-бөкөрө хәрефтәр менән яҙған. Ул ҡатынын шелтәләй: «Тотош теләһә-нимә! Һүҙҙәр һәм фразалар, ә бер ниндәй ҙә мәғәнәһе, йөкмәткеһе юҡ. Һинең хатың хас та ике малайҙың былай тип һөйләшкәне кеүек: „Ә бөгөн беҙҙә ҡоймаҡ!“ — „Ә беҙгә бер һалдат килде!“ Йыуғыс сәйнәгән кеүек! Һуҙаһың, ҡабатлайһың…Фекерҙәрең, шайтан рәшәткәлә һикергән кеүек, һикерешә: ҡайҙа нимә башланғанын, ҡайҙа бөткәнен белерлек түгел… Һуң, шулай буламы ни инде!»

Ҡатыны үҙ наҙанлығын танып, башын аҫҡа эйә… Сомов һаман уны битәрләүен дауам итә. Ҡатыны уға, үҙенең наҙанлығында ваҡытында уны гимназияға уҡырға бирмәй ҡалған әсәһе ғәйепле, тип яуаплай. Был һүҙҙәргә Сомов, үҙе күк ойоҡло уҡымышлыларҙы күрә алмауы тураһында әйтә һәм «һис ҡасан да уҡымышлы ҡатынға өйләнмәгән булыр инем…»- тип яуап бирә.

Ҡатыны әҙерләгән тәмле, туҡлыҡлы аштан һуң Сомовтың күңеле күтәрелеп китә, ул шәфҡәтлерәк һәм йомшағыраҡ күңеллегә әйләнә. Ул юҡҡа ғына меҫкен ҡатынымды үпкәләттем тип уйлай. Уның уйынса ҡатын «ирен яратырға, балалар тыуҙырырға һәм салат эшләргә тейеш, шайтаныма кәрәкме уға белем?» Ә белемле, аҡыллы ҡатындар менән йәшәүе ауыр — улар «талапсан, ҡәтғи холоҡло һәм юл ҡуймаусан». Сомов: «... әгәр аҡыллы әйберҙәр тураһында һөйләшергә кәрәк булһа, Наталья Андреевнаға… йәки Марья Францовнаға барып килермен»-тип уйлап ала.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Чехов А. П. Розовый чулок// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Dictionnaire Tchekhov, page31, Françoise Darnal-Lesné, Édition L’Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]