Аманат (залог)
Аманат (ғәр. امانت, «аманат-ун» — «өмөт, ышаныс менән тапшырылған нәмә») — килешеүҙе тәьмин итеү өсөн залогҡа тапшырылған кеше.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорттарҙа аманатлыҡ институты Монгол империяһы заманынан билдәле. Әбүбәкер Нурйән улы Усманов, Р. Ғ. Кузеев һәм башҡалар фекеренсә, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һәм уны колониялаштырыу башланғандан һуң барлыҡҡа килә.
Башҡорттарҙан килешеүҙе тәьмин итеү өсөн беренсе яҙылған кеше — Сураман бей (16 быуат уратаһы) була, уның хаҡында бөрйән, ҡыпсаҡ, тамъян һәм үҫәргән ырыуҙары шәжәрәһендә телгә алына (19 быуат)[1].
Рәсәй хакимиәте аманатлыҡ институтын һуғыш һәм ихтилалдар ваҡытында файҙалана. Аманат итеп, ҡағиҙә булараҡ, абруйлы кешеләрҙең туғандары, һәр даруғанан 12 кеше алынған; өҫтәмә рәүештә лә йыйғандар.
Аманаттар Ҡаҙанда Аманат һарайында (рус. аманацкий двор) тотолған, ә 17 быуаттан алып — Бөрө, Кунгур, Минзәлә, Өфө һәм хәҙерге Башҡортостандың башҡа урындарында тотолған.
1662 йылда Аманаттарҙың бер өлөшөн язалап хәбәре башҡорт ихтилалының (1662-64) көсәйеүенә сәбәп була.
Аманаттар ғүмеренә хәүеф-хәтәр янауға ҡарамаҫтан, 1681—1684 йылдарҙа һәм 1704-11 йылдарҙа ихтилалдар туҡталмай.
1728 йылда аманатлыҡты бөтөрөү ғаризаларына яуап итеп, Сенат бөтә Аманаттарҙы Өфөғә күсерергә бойора һәм эштәрҙә уларҙы файҙаланыуҙы тыя.
Аманатлыҡтың файҙаһыҙлығы хөкүмәтте был институттан баш тартырға мәжбүр итә.
Аманатлыҡ һуңғы тапҡыр Ырымбур губернаһында 18 быуат уртаһында телгә алына.
Екатеринбургта Аманат һарайында (рус. аманацкий двор) 300 аманат — башҡорт ырыуҙарының балалары һаҡланған.
Бер нисә йәмәғәтселәр 2006—2010 йылдарҙа Мортаза Рәхимовтың улы Уралға ҡаршы енәйәт эш Аманатлыҡҡа үҙ-ара оҡшаш булған тип әйтәләр (ул аша шантаж).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зуев А.С. Русские и аборигены на крайнем северо-востоке Сибири во второй половине XVII – первой четверти XVIII вв. Новосибирск, 2002.
- ↑ [ http://www.баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/8-statya/826-amanat 2016 йыл 5 апрель архивланған. Аманат, Башҡорт энциклопедияһы]