Амантаев Рафаэль Альберт улы
Амантаев Рафаэль Альберт улы | |
![]() | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 19 октябрь 1962[1] (62 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | бейеүсе |
Әүҙемлек урыны | Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле |
Амантаев Рафаэль Альберт улы (19 октябрь 1962 йыл) — бейеүсе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997). Шағир һәм яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Ғабдулла Амантайҙың ейəне.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рафаэль Альберт улы Амантаев 1962 йылдың 19 октябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.
Кесе йәштән үк бейеү сәнғәтенә ғашиҡ була. Башҡорт дәүләт филармонияһының Хореография студияһын тамамлай. 1980—1990 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында балет артисы; 1990—1991 йылдарҙа «Восток» концерны концерт коллективында балет артисы; 1991—1992 йылдарҙа «Мунсаҡ» концерт коллективында балет артисы; 1992 йылдан — Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Үҙенсəлекле бейеүсе. Донъяның бик күп ҡитғаларында башҡорт бейеүҙәрен бейегән артист ул.
Ижади эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рафаэль Альберт улында башҡарыу виртуозлығы («Арагон хотаһы» — «Арагонская хота», «Бесəнселəр», «Гопак») сағыу образлылыҡ («Андалузия кистəре» — «Андалузские вечера», «Бөркөткə һунар уйыны», «Кейəү» — «Жених») менән уңышлы берлəшə. Бөтə Рəсəй яңғыҙ халыҡ бейеүҙəрен башҡарыусылар конкурсы лауреаты (Һамар ҡалаһы, 1993).
45 йәше лә тулмаған Амантаев хаҡлы ялға сыҡҡас, яңы һөнәр үҙләштерә, төрлө биҙәүестәр, сулпылар, ҡәмәр-ҡайыштар яһай башлай. Рафаэль бер нисә йыл рәттән тотош ансамблдәге бейеүселәргә милли биҙәүестәр, ҡәмәр-ҡайыштар етештерә. Ул етештергән әйберҙәргә һорауҙар арта. Амантаев, шәхси иҫәп асып, үҙенең оҫтаханаһын булдыра. Бөгөн уның «Амантай» ижад үҙәге уңышлы эшләй. Билбау ҡаптырмаһы, алҡа-сулпылар, иҫке салғы киҫәгенән эшләнгән нәҡ боронғоса ағас һаплы башҡорт бысаҡ-хәнйәре, баҡыр беләҙек, барыһы ла Рафаэль Амантаевтың ҡулында зауыҡлы, камил төҫ ала. Амантаев бөгөн башҡорттоң милли яу-һунар ҡоралы булған йәйәһен тергеҙеү өҫтөндә әүҙем шөғөлләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995)
- Бөтə Рəсəй халыҡ бейеүҙəрен яңғыҙ башҡарыусылар конкурсы лауреаты (Һамар ҡалаһы, 1993)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Амантаев Рафаэль Альберт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Йәшлек. 5 март 2013 Нурия Сәләхова. Онотолмаҫ хәтер кисәһе 2018 йыл 6 апрель архивланған.
- Энциклопедии и словари. Амантаев, Рафаэль Альбертович