Амосов Николай Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Амосов Николай Алексеевич
Тыуған ваҡыты

1787({{padleft:1787|4|0}})

Үлгән ваҡыты

1868({{padleft:1868|4|0}})

Хеҙмәт иткән урыны

Ҡалып:РИ

Ғәскәр төрө

артиллерия

Хәрби звание

Генерал-майор

Амосов Николай Алексеевич (17871868) — Рәсәй урыҫ генерал-майоры, пневматик йылытыу өсөн «амосов» мейестәрен уйлап сығарыусы хәрби офицер.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Амосов Николай Алексеевич 2-се кадет корпусында тәрбиәләнгән, 1805 йылда унан артиллерия офицеры итеп сығарылған; 1808 йылғы төрөк кампанияһында һәм 1812, 1813, 1814, 1815 йылдарҙағы һуғыштарҙа ҡатнашыусы. Ошо һуғыштарҙан һуң А. Н. Амосов хәрби поселениеларҙың хәрби департаментында ағза булып тора. 1834 йылда ул чинында генерал-майор итеп күтәртелә, 1840 йылда отставкаға сыға.

Уйлап табыуҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Амосов Николай Алексеевичтың үҙенсәлекле айырым ҡаҙаныштары булып биналарҙы пневматик ысул менән яғып йылытыу өсөн тәғәйенләнгән «амосов» мейестәре ҡулайламаһын уйлап табыуы тора. 1835 йылда был мейестәр йәмғиәттә ҙур билдәлелек ала. Ҡышҡы Һарайҙа был ҡулайлама-мейестәрҙе ҡороп ҡуйғаны өсөн рәхмәт йөҙөнән Н. А. Амосов 2000 дисәтинә ер менән бүләкләнә.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәмәли эштәре менән бер рәттән, Н. А. Амосов 1840-1844 йылдар осоронда пневматик йылытыу ҡулайламалары-мейестәр менән етәкселек иттереү өсөн ике фәнни брошюра ла баҫтырып сығара: «Наставление, как обходиться с пневматическим отоплением» һәм «Краткое понятие о пневматическом отапливании и качествах воздуха, относительно здоровья».

Уның ҡәләме аҫтынан шулай уҡ хеҙмәтендә: «Описание устройства громоотводов» (СПб. 1850 й.), Кондильяк әҫәренең ике тәржемәһе: — «О выгодах свободной торговли» (СПб. 1817 й.) һәм «Фенелоновы избранные творения» (СПб. 1820 й.)бар, ул шулай уҡ «Иллюстрированая Газета» һәм «Воскресный Досуг» гәзиттәрендә үҙенең бер нисә ҙур булмаған повестарын урынлаштырып баҫтыра.

Сығанағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Иллюстр. Газета» 1868 г., № 7.
  • «Иллюстр. Календарь» 1869 г.
  • Словари: Старчевского, Венгерова и Брокгауза-Ефрона.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]