Амур дәүләт университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Амур дәүләт университеты
Нигеҙләү датаһы 1975
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Благовещен
Ойошма ағзаһы Рәсәйҙең һәм Ҡытайҙың техник университеттары Ассоциацияһы[d]
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Благовещен, Рәсәй
Диапазон IPv4 62.76.124.0/23[2]
Диапазон IPv6 2001:6d0:fffd::/48[3]
Рәсми сайт amursu.ru
Карта
 Амур дәүләт университеты Викимилектә

Амур дәүләт университеты (АмГУ) — Благовещен ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юғары уҡыу йорто 1975 йылдың 20 мартында барлыҡҡа килә, Хабаровск автомобиль-юл институтының Благовещен дөйөм техник факультеты базаһында Благовещен технология институты (БТИ) булараҡ нигеҙ һалына.

1992 йылда БТИ, юғары уҡыу йортоноң профилен үҙгәртеү һәм һөнәрҙәр һаны артыуы менән бәйле, Благовещен политехник институты (БПИ) тип үҙгәртелә.

1994 йылдың 19 октябрендә Благовещен политехник институты Амур дәүләт университеты статусын ала.

2013 йылда Амур дәүләт университеты йыһан ғилми-мәғариф инновацион консорциумы составына инә.

2013 йылда Амур дәүләт университеты Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән Министрлығының төбәктәрҙең өҫтөнлөклө үҫеш йүнәлештәре өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү буйынса «Төбәктәр өсөн кадрҙар» проекты конкурсы еңеүсеһе була.

2013 йылда университет базаһында Рәсәй Фәндәр академияһының Алыҫ Көнсығыш Институты филиалы асыла.

2014 йылдан, Рәсәй Федерацияһының һәм Ҡытайҙың 29 университетын берләштергән, Рәсәйҙең һәм Ҡытайҙың техник университеттары Ассоциацияһы (АТУРК) эшендә ҡатнаша.

2015, 2016 һәм 2017 йылдарҙа Амур дәүләт университеты Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән Министрлығының юғары белем биреү мәғариф ведомствоһы ҡарамағындағы учреждениеларҙа оборона-сәнәғәт комплексы өсөн кадрҙар әҙерләү буйынса «Новые кадры ОПК» конкурсында еңеүсе була.

2017 йылда Амур дәүләт университеты «Һөнәри берләшмәләр һәм эшсе кадрҙар үҫеше агентлығы «Йәш профессионалдар (Ворлдскиллс Рәсәй)» Союзы ассоциацияланған партнерлығына инә.

2018 йылда Амур дәүләт университетының проекттары «Образование» Милли проектының конкурс буйынса һайлап алыу еңеүселәре исемлегенә инә.

2019 йылдың 5 июлендә «Восточный» космодромынан «Метеор-М» метеорологик спутнигы һәм кесе космик аппараттар менән «Союз-2.1б» ракетаһы старт ала. Амур дәүләт университеты уҡытыусылары һәм студенттары тарафынан эшләнгән «АмурСат» («АмГУ-1») кесе космос аппараттарының береһе була.

Факультеттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Математика һәм информатика
  • Инженер-физик
  • Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр
  • Дизайн һәм технологиялар
  • Социаль фәндәр
  • Филология
  • Иҡтисад
  • Энергетик
  • Юридик
  • Юғары уҡыу йортона әҙерләү
  • Профессиональ әҙерлеген һәм квалификацияһын күтәреү
  • СПО
  • Дөйөм белем биреү лицейы (5-11кластар)

Матбуғат баҫмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Вестник Амурского государственного университета.
  • Научно-теоретический журнал „Религиоведение“
  • Информатика и системы управления (перечень ВАК)
  • Слово: фольклорно-диалектологический альманах.
  • Научный журнал „Теоретическая и прикладная лингвистика“[4]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  2. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=62.76.124.0%20-%2062.76.125.255&type=inetnum
  3. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=2001:6d0:fffd::/48&type=inet6num
  4. я»(недоступная ссылка)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кобызов Р. А. Религиоведческие центры России: кафедра религиоведения Амурского государственного университета // Религиоведение. — 2007. — № 1. — С. 196—201.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]