Эстәлеккә күсергә

Ананд Вишванатан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ананд Вишванатан
там. விசுவநாதன் ஆனந்த்
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Һиндостан[1][2]
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Һиндостан[3]
Тыуған ваҡыттағы исеме там. விசுவநாதன் ஆனந்த்[4]
Патронимы йәки матронимы Viswanathan[d]
Тыуған көнө 11 декабрь 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[5][6][7] (54 йәш)
Тыуған урыны Ченнаи, Тамилнад[d], Һиндостан[5]
Һөнәр төрө шахматсы, яҙыусы
Шахматный титул мастер ФИДЕ[d], халыҡ-ара мастер[d][3] һәм гроссмейстер[d][3]
Уҡыу йорто Колледж Лойола[d]
Мадрас университеты[d]
Don Bosco Matriculation Higher Secondary School[d]
Колледж Лойола[d]
St. Bede's Anglo Indian Higher Secondary School[d]
Спорт төрө шахмат
Спорт рейтингы 11[8], 11[9], 10[10], 12[11], 11[12], 10[13] һәм 11[14]
Эло рейтингы 2751[15]
Ҡатнашыусы Матч за звание чемпиона мира по шахматам 2013[d], Матч за звание чемпиона мира по шахматам по версии ПША 1995[d], Чемпионат мира по шахматам 2007[d], Матч за звание чемпиона мира по шахматам 2008[d], Матч за звание чемпиона мира по шахматам 2010[d], Матч за звание чемпиона мира по шахматам 2012[d], Матч за звание чемпиона мира по шахматам 2014[d], Турнир претендентов по шахматам 2014[d], Шахматная олимпиада 1984[d][16], Шахматная олимпиада 1986[d][16], Шахматная олимпиада 1988[d][16], Шахматная олимпиада 1990[d][16], Шахмат олимпиадаһы (1992)[16], Шахматная олимпиада 2004[d][16], Шахматная олимпиада 2006[d][16] һәм Шахматная олимпиада 2018[d]
Ойошма ағзаһы OSG Baden-Baden[d] һәм Cannes Échecs[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 647 878
 Ананд Вишванатан Викимилектә

Ананд Вишванатан (Виши) (там. விசுவநாதன் ஆனந்த்; тыуған. 11 декабрь 1969 йыл) — Һиндостан шахматсыһы, гроссмейстер, (1988), ФИДЕ версияһы буйынса донъя чемпионы (2000—2002), донъяның 15-се чемпионы (2007—2013).

Ананд алты йәшендә шахмат менән таныша. Әсәһе уның беренсе уҡытыусыһы була. 1983 йылда 14 йәшендә Һиндостандың үҫмерҙәр чемпионатын 9 мөмкинлектән 9 мәрәй туплап, чемпион була. Ананд милләттәштәре араһынан, 1984 йылда «халыҡ-ара мастер» исемен алған иң йәш һинд була. 16 йәшендә «Һиндостан чемпионы» исемен яулай, һуңынан был ҡаҙанышын тағы ла ике тапҡыр ҡабатлай. 1987 йылда ул үҫмерҙәр араһында чемпион исемен алған Һиндостандың һәм бер үк ваҡытта Азияның беренсе вәкиле була.

1988 йылда Һиндостанда тәүге булып «халыҡ-ара гроссмейстер» исемен ала. Уның арҡаһында тыуған илендә шахмат ҡабаттан бик популяр булып китә.

Ананд 1992 йылда Манилда шахмат олимпиадаһында

1980 йылдар аҙағынан Ананд юғары донъя кимәлендә уйнай. 1991 йылдың ғинуарында Реджо-нель-Эмилияла ул ваҡыттың көслө шахматсылары Гарри Каспаров һәм Анатолий Карповты уҙып, турнир еңеүсеһе була. Шул уҡ йылдың авгусында Ананд донъя беренселегенә дәғүәселәр матчының сирек финалында Анатолий Карповтан 3,5:4.5 иҫәбенә еңелә. Уйын барышы һәм Һиндостан гроссмейстерының уйыны ул ваҡытта күптәр өсөн көтөлмәгәнсә була: тәжрибәле Карпов яңы кешене тиҙ генә еңәсәк, тип уйлайҙар.

1994 йылда Ананд донъя чемпионатына дәғүәселәр матчында ПША версияһы буйынса Олег Ромашкинды (5:2), Майкл Адамсты (5,5:1,5) һәм Ғата Камскийҙы (6,5:4,5) еңә. 1995 йылда Гарри Каспаров менән осраша. Был финал уйындары көҙгөһөн Нью-Йорктың «Бөтә донъя сауҙа үҙәгендә» үтә. Бөтәһе лә һигеҙ уйында тигеҙ иҫәптән башлана. Туғыҙынсы уйында Ананд ферзе флангыһында ҡорбан килтереп, матур еңеү яулай. Әммә һуңынан, көтмәгәндә, биш партияның дүртеһендә һәм тотош матчта 7½:10½ иҫәбе менән еңелә.

Ананд 2000 йылда ФИДЕ-ның — беренсе (Шэньян, Ҡытай Халыҡ Республикаһы) һәм 2002 йылда икенсе Хәйҙәрабад, Һиндостан) Донъя кубогын яулай. Ананд алты тапҡыр «Шахмат Оскарына» — 1997, 1998, 2003, 2004, 2007 һәм 2008 йыл — эйә була.

  1. http://www.bbc.co.uk/news/world-asia-india-24862900
  2. http://www.bbc.co.uk/news/world-asia-india-24982871
  3. 3,0 3,1 3,2 FIDE Ratings and Statistics (ингл.)
  4. https://web.archive.org/web/20110514174615/http://www.indianexpress.com/storyOld.php?storyId=38320&pn
  5. 5,0 5,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #119068524 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  6. Viswanathan Anand // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  7. Viswanathan Anand // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  8. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Standard Top 100 Players May 2024 — 2024.
  9. (unspecified title)
  10. (unspecified title)
  11. (unspecified title)
  12. (unspecified title)
  13. (unspecified title)
  14. (unspecified title)
  15. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 29 февраля 2024 года — 2024.
  16. 16,0 16,1 16,2 16,3 16,4 16,5 16,6 OlimpBase (ингл.)
  • Калиниченко Н. М. Виши Ананд: Лучшие партии. — М.: АСТ, Астрель, 2004. — (Элита современных шахмат).
  • Вишванатан Ананд Мои лучшие партии: Шахматная исповедь чемпиона мира. — М.: Русский шахматный дом, 2009. — (Великие шахматисты мира). — ISBN 978-5-94693-115-1.