Анатолия юлбарыҫтары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Анатолия юлбарыҫтары

«Анатолия юлбарыҫтары» (төр. Anadolu Kaplanları) — Төркиәнең ҡайһы бер ҡалаларындағы иҡтисади үҫеш феноменын һүрәтләү һәм аңлатыу өсөн ҡулланылған халыҡ-ара термин. «Юлбарыҫтар» 1980-се йылдарҙан бирле әүҙем үҫештә; уларҙа хатта был ҡалаларҙа айырым абруй яулаған эшҡыуарҙарҙың яңы төрө барлыҡҡа килә[1][2][3].

Анатолия юлбарыҫтарының күтәрелеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2015 йылда фараз ителеүенсә, 2030 йылға донъяла үҫештәге илдәрҙең ҡала халҡының һаны 4 миллиардҡа етергә, йәғни XXI башындағынан ике тапҡырға артырға тейеш. Бөтә донъя банкы етәкселеге фекеренсә, Төркиә урбанизацияны «һөҙөмтәле ҡулланған», иҡтисади үҙгәртеп ҡороуҙар юлы менән «динамикалы үҫеүсе, сәнәғәтле, конкуренцияға һәләтле иҡтисадлы» илгә әйләнгән. «Төркиәлә урбанизация барышы: Анатолия юлбарыҫтарының күтәрелеүе» тигән күҙәтеүендә Бөтә донъя банкы Төркиәләге урбанизация барышының һыҙаттарын асып һала һәм уларҙың Төркиә уңышын ҡабатларға теләгән башҡа дәүләттәр өсөн «фәһемле дәрес» булырын билдәләй. Дөйөм алғанда, «йылдам урбанизация барышына» идара итеү үҫештәге илдәрҙең бөтәһендә лә тиерлек дәүләт сәйәсәтенең беренсе сираттағы бурысы булып тора[4].

Айырым алғанда, урбанизацияның ыңғай эҙемтәләргә лә, кире эҙемтәләргә лә алып килеүе ихтимал, йәғни ул етештереүсәнлекте арттырыу, яңы ҡала агломерацияларында йәшәүселәрҙең тормош шарттарын яҡшыртыу өсөн ҙур мөмкинлектәр асырға ла, хөкүмәттәре урбанизацияға идара итә алмаған илдәрҙәге кеүек, «ҡалаларҙа фәҡирлеккә, халыҡ һанының үтә ныҡ күбәйеүенә" һәм башҡа кире эҙемтәләргә килтерергә лә һәләтле.

Бөтә донъя банкының социаль, ҡала һәм ауыл үҫеше һәм тотороҡлолоғо мәсьәләләре буйынса өлкән директоры Эде Хорхе Ихас Васкес 2015 йылда былай ти: «был докладта күрһәтелеүенсә, баҙар мөнәсәбәттәре формалашып килгән үҫештәге иҡтисадтар өсөн ҙур тиҙлекле урбанизацияға идара итеү әлеге ваҡытта дәүләт сәйәсәте өсөн иң мөһим мәсьәлә булып торалыр, моғайын. Төркиә тәжрибәһе иҡтисади отош алыу маҡсатында урбанизацияны нисек файҙаланыу оҫталығын күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта ул һөҙөмтәле ҡала сәйәсәтен үҫтереү өсөн тағы ла сифатлыраҡ институциональ мөхит булдырыуҙы талап иткән ҡала идаралығы проблемаларын да асыҡлай.»

Төрөксә үҫеш нигеҙҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге ваҡытҡа Төркиә урбанизация мөмкинлектәрен файҙалана алған иң уңышлы илдәр өлгөһө булып тора. 1960—2013 йылдарҙа сәнәғәттең ил эске тулайым продуктына (ЭТП) индергән өлөшө 17 проценттан 27 процентҡа етеп үҫә, ә хеҙмәтләндереү тармағы 26 проценттан 64 процентҡа етә; инфляцияны иҫәпкә алмай һанағанда, йән башына тап килгән өлөш 1567 АҠШ долларынан (1980 йылда) 10 666 АҠШ долларына (2012 йылда) етә.

«Төркиәлә урбанизация барышы: Анатолия юлбарыҫтарының күтәрелеүе» күҙәтеүендә төрөксә урбанизацияға хас һыҙаттар билдәләнә: атап әйткәндә, 1980-се йылдар уртаһында сығарылған һәм урындағы муниципалитеттар эшмәкәрлеге нигеҙенә әйләнгән закон акттары ҡала хужалығын планлаштырыу һәм уға идара итеү процедураһын ябайлаштыра һәм административ кәртәләрҙе емерә.

Бөтә донъя банкы билдәләүенсә, «берләштереү инфраструктураһына» һалынған инвестициялар илдең иң төпкөл өлкәләрендә лә хужалыҡ эшмәкәрлеген үҫтереүгә булышлыҡ итә. Торлаҡлы булыу еңелләшә, был да Төркиә уңышын билдәләгән бер шартҡа әйләнә. Шәхси секторҙы йәлеп итеп  торлаҡ төҙөлөшөн әүҙемләштереү, йәнә «санкцияһыҙ тораҡ пункттарҙа» йәшәгән мигранттарға амнистия яһау илдә торлаҡ фондын күбәйтеү һәм фәҡир ғаиләләлрҙе лә торлаҡлы итеү мөмкинлеген бирә. Был саралар «Анатолия юлбарыҫтары»ның күтәрелеүенә килтерә, улар элек Төркиә иҡтисадында икенсел урындарҙы биләһә, хәҙер Истанбул, Анкара һәм Измир мегаполистарына ҡарарғанда күберәк һандағы ҡала халҡы һәм яңы асылған компаниялар һаны улар иҫәбенә тура килә.

Составы һәм тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Анатолия юлбарыҫтары» термины йышыраҡ Денизли, Газиантеп, Кайсери, Бурса, Конья, Коджаәли һәм Каһраманмараш ҡалаларына ҡарата ҡулланыла. Үҙҙәрен-үҙҙәре аяҡҡа баҫтырған ҡалалар араһында (уларҙың иҡтисади үҫеше федераль бюджет субсидияларынан тыш бара) Чорум, Денизли, Газиантеп һәм Каһраманташ телгә алына.

Халыҡ-ара ваҡытлы матбуғат баҫмаларында, иҡтисади тасуирламаларҙан тыш, «сәйәси коннотация» термины ла телгә алына: һүҙ яңы төрөк капиталының традицион ислам ҡиммәттәре менән бәйлелеге («ислам капиталы») тураһында бара. Европа тотороҡлолоҡ инициативаһының 2005 йылда үткәрелгән тикшеренеүендә яңы эшҡыуарҙарҙы һәм уларҙың ҡиммәттәрен билдәләү өсөн «ислам кальвинсылары» термины ҡулланыла.


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ömer Demir, Mustafa Acar, Metin Toprak Anatolian Tigers or Islamic Capital: Prospects and Challenges // Middle Eastern Studies. — 2004-11-01. — В. 6. — Т. 40. — С. 166–188. — ISSN 0026-3206. — DOI:10.1080/0026320042000282937
  2. Evren Hosgör Islamic Capital/Anatolian Tigers: Past and Present // Middle Eastern Studies. — 2011-03-01. — В. 2. — Т. 47. — С. 343–360. — ISSN 0026-3206. — DOI:10.1080/00263206.2011.534336
  3. Sorman, 2009, с. 250
  4. Эде Хорхе Ихас Васкес. Подъем анатолийских тигров: эффективное использование и управление процессом урбанизации в Турции  (рус.), World Bank (14 октябрь 2015). 14 май 2017 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Guy Sorman. The Tigers of Anatolia // Economics Does Not Lie. A Defense of the Free Market in a Time of Crisis. — New York: Encounter Books, 2009. — ISBN 978-1-59403-254-7.