Ангела Пискерник

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ангела Пикерник битенән йүнәлтелде)
Ангела Пискерник
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d]
 Югославия короллеге
 Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге[d]
 Цислейтания[d]
Тыуған көнө 27 август 1886({{padleft:1886|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[2]
Тыуған урыны Lobnig[d], Айзенкаппель-Феллах[d], Фёлькермаркт[d], Каринтия[d], Австрия[2]
Вафат булған көнө 23 декабрь 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[2] (81 йәш)
Вафат булған урыны Любляна, СР Словения[d], Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d][2]
Место содержания под стражей Равенсбрюк[d]
Һөнәр төрө ботаник
Эшмәкәрлек төрө энвайронментализм[d]
Уҡыу йорто Вена университеты
Кемдә уҡыған Ганс Молиш[d]
Ойошма ағзаһы Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы
 Ангела Пискерник Викимилектә

Ангела Пискерник (слов. Angela Piskernik; 27 август 1886({{padleft:1886|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[2], Lobnig[d], Каринтия[d][2]23 декабрь 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[2] (81 йәш), Любляна[2]) — Австрия һәм Югославия ботанигы һәм консервационисы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ангела Пискерник 1886 йылдың 27 авгусында Австро-Венгрияның (хәҙерге Австрияның) Көньяҡ Каринтия Бад-Айзенкаппель (словен телендә Железна-Капла исеме аҫтында билдәле).

1914 йылда Ангела Пискерник Вена университетында ботаника докторы дәрәжәһен ала[3]. Уның уҡытыусылары араһында Ганс Молиш була. Һуңыраҡ ул үҫемлектәр физиологияһы һәм анатомия өлкәһендә фәнни дәрәжәләр алыуға өлгәшә. Артабан Ангела Пискерник Югославияның Люблянаның провинциаль музейында эшләй һәм төрлө урта мәктәптәрҙә уҡыта.

Үҙенең словен милләтенән булыуын аңлап, Ангела Пискерник Каринтия плебисцитында һәм мигранттар клубында ҡатнаша[4]. 1943 йылдаул төрмәгә ябыла һәм Равенсбрюк нацист концентрацион лагерында тотҡонлоҡта була[5]. Ул Австрия яҙыусыһы Майя Хадерлаптың «Онотоу фәрештәһе» (нем. Engel des Vergessens)тигән автобиографик романында телгә алына[6].

Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң Любляналағы Словения тәбиғи тарих музейы директоры була һәм Тәбиғәтте һаҡлау хеҙмәтендә эшләй[7]. Айырым әйткәндә, ул Юлияна Альп ботаник баҡсаһын һәм Триглав милли паркын яңыртыу һәм һаҡлау эшендә ҡатнаша[8][9]. Ангела Пискерник Италия консервационисы Ренцо Видесотт йоғонтоһо аҫтында була.

1960-сы йылдарҙа Альп тауҙарын һаҡлау буйынса халыҡ-ара комиссияһында (CIPRA) Югославия делегацияһын етәкләй һәм Австрия менән бергә Сава Альп тауҙарында һәм Караванкала дәүләт-ара милли парк төҙөргә тәҡдим итә. Әммә был проект тормошҡа ашырылмай ҡала[10]. Хәҙерге заманда был территория Европаның йәшел буйҙатының бер өлөшө булып тора.

Ангела Пискерник 1967 йылдың 23 декабрендә Любляна ҡалаһында вафат булған.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #117739782 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Angela Piskernik // Slovenska biografija (словен.)Znanstvenoraziskovalni center Slovenske akademije znanosti in umetnosti. — ISSN 2350-5370
  3. Tina Bahovec (2010): Engendering Borders: The Austro-Yugoslav Border Conflict Following the First World War, in: Agatha Schwartz (Ed.), Gender and Modernity in Central Europe: The Austro-Hungarian Monarchy and its Legacy, University of Ottawa Press, ISBN 978-0-7766-0726-9, pp. 219—234.
  4. Danijel Grafenauer (2009): Carinthian Slovenes´ Clubs and the Contacts between Carinthian Slovenes and Slovene-American Politicians 2016 йыл 4 март архивланған., in: Matjaž Klemenčič, Mary N. Harris (Eds.) European migrants, diasporas and indigenous ethnic minorities, Edizioni Plus-Pisa University Press, ISBN 978-88-8492-653-1, pp. 83-103
  5. Janez Stergar (2004): Dr. Angela Piskernik (1886—1967), Natural Scientist, Environmentalist, and Nationally Conscious Activist from Carinthia (Abstract in English), Institute of Ethnic Studies, Ljubljana. Retrieved October 31, 2013.
  6. Maja Haderlap (2016): Angel of Oblivion (Translated from German by Tess Lewis), Archipelago Books, Brooklyn, New York
  7. Mateja Tominšek Perovšek (2012): Slovene Women in the Modern Era (Exhibition Catalogue), National Museum of Contemporary History, Ljubljana, pp. 63-64
  8. Juliana after 1945 2011 йыл 29 декабрь архивланған. Slovenian Museum of Natural History, Ljubljana. Retrieved November 19, 2013.
  9. Vito Hazler (2010): Protection and Presentation of Cultural Heritage in the Triglav National Park and in Regional and Landscape parks in Slovenia, Etnološka istraživanja (Ethnological Researches), Vol. 1 No. 15, pp. 53-67
  10. Carolin Firouzeh Roeder (2012), Slovenia’s Triglav National Park: From Imperial Borderland to National Ethnoscape, in: Bernhard Gissibl, Sabine Höhler, Patrick Kupper (Eds.), Civilizing Nature: National Parks in Global Historical Perspective, Berghahn Books, New York and Oxford, ISBN 978-0-85745-525-3, pp. 240—255.