Элеонора Рузвельт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Анна Элеонора Рузвельт битенән йүнәлтелде)
Анна Элеонора Рузвельт
Anna Eleanor Roosevelt
Анна Элеонора Рузвельт
Флаг
Флаг
АҠШ-та беренсе леди
4 март 1933 — 12 апрель 1945
Алдан килеүсе: Лу Генри Гувер
Дауамсы: Бесс Трумэн
 
Дине: Епископаль сиркәүе
Тыуған: 11 октябрь 1884({{padleft:1884|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Нью-Йорк штаты, Нью-Йорк
АҠШ
Үлгән: 7 ноябрь 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (78 йәш)
Нью-Йорк штаты, Нью-Йорк
АҠШ
Ерләнгән: Гайд-Парк, Нью-Йорк
Династия: Рузвельты[d]
Исеме: ингл. Anna Eleanor Roosevelt[1][2]
Атаһы: Эллиот Рузвельт
Әсәһе: Анна Холл Рузвельт
Ире: Франклин Рузвельт
Балалары: Анна Рузвельт Холстед, Франклин Рузвельт, Джеймс Рузвельт, Эллиотт Рузвельт, Франклин Делано Рузвельт-младший, Джон Аспинуолл Рузвельт
Партия: АҠШ-тың Демократтар партияһы
Белеме: Новая школа[d]
Allenswood Boarding Academy[d]
Эшмәкәрлеге: Беренсе леди, дипломат, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре
 
Автограф:

А́нна Элеоно́ра (Э́ленор) Ру́звельт[3] (ингл. Anna Eleanor Roosevelt, МФА [ˈænə ˈɛlənɔr ˈroʊzəˌvɛlt]; 11 октябрь 1884 йыл7 ноябрь 1962 йыл) — Америка Ҡушма Штаттарының йәмәғәт эшмәкәре, АҠШ президенты Франклин Делано Рузвельттың (үҙенең йыраҡ туғаны) ҡатыны. Икенсе президент Теодор Рузвельтҡа ла Элеонора туған (русса племянница) була.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бала сағы һәм йәшлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Анна Элеонора Рузвельт 1884 йылдың 11 октябрендә Нью-Йоркта тыуған. Уның атаһы Эллиот Рузвельт, әсәһе — Анна Холл Рузвельт. АҠШ президенты Теодор Рузвельт уның атаһы яғынан ағаһы (русса дядя) була. Үҙенән һуң ике ҡустыһы тыуа: Эллиот Рузвельт-кесе (1889—1893) һәм Холл Рузвельт (1891—1941). Уның шулай уҡ аталаш (ата бер, инә башҡа) тағы бер ҡустыһы була, Эллиот Рузвельт Манн (1941 йылда үлә), уның әсәһе ғаиләнең хеҙмәтсеһе Кэти Манн.[4]

«Анна» исемен әсәһе һәм уның апаһы Анны Коулз, ә «Элеонора» — атаһы хөрмәтенә ҡушалар. Һуңғыһы шулай уҡ уның ҡушаматы булып китә («Элли» йәки «Кескәй Нелл»).[5] Бала сағынан уҡ үҙен Элеонора тип исемләүҙәрен өҫтөн күрә.

Ғаиләләре Нью-Йорктың юғары ҡатламына ҡарағанлыҡтан, Рузвельт бәләкәйҙән байлыҡ һәм өҫтөнлөк донъяһында үҫә.[6] Бала сағында ул үҙен бигерәк тә иҫкесә тота, шуның өсөн әсәһе уны «Бабуля» тип тә нарыҡлай. Элеонораға һигеҙ йәш тулғанда әсәһе дифтериянан вафат булып ҡала. Эскеселектән мәжбүри дауалау үткән алкоголик атаһы тағы ике йылдан үлә. Ҡустыһы Эллиот Рузвельт-кесе шулай уҡ дифтериянан гүр эйәһе була. Ата-әсәһе үлгәндән һуң ҡыҙ әсәһе яғынан оләсәһе Мэри Лудлов Холл (1843—1919) тәрбиәһендә Нью-Йорк штатының Тиволи ауылында үҫеп буй еткерә.

Никахы һәм ғаилә тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1905 йылда Ф. Д. Ру́звельтҡа кейәүгә сыға. Никахлашыуға Элеонораны үлгән атаһы урынына уның ағаһы Теодор Рузвельт оҙатып килә. Ирле-ҡатынлы Рузвельттарҙың алты балаһы тыуа, уларҙың береһе сабый сағында уҡ үлә.

Йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Lundy D. R. Eleanor Anna Roosevelt // The Peerage (ингл.)
  2. Societies A. C. o. L., Press O. U., Ward G. C. Roosevelt, Eleanor (11 October 1884–07 November 1962), first lady of the United States, social reformer, politician, diplomat (ингл.) // American National Biography Online / S. Ware[New York]: Oxford University Press, 2017. — ISSN 1470-6229doi:10.1093/ANB/9780198606697.ARTICLE.1500580
  3. Традиционная передача фамилии на русский язык, не соответствующая фактическому произношению на английском (см. How to pronounce Roosevelt — inogolo, Say How? A Pronunciation Guide to Names of Public Figures — NLS/BPH (Библиотека Конгресса)); более точная передача — Роузевелт (см. далее в статье фонетическую транскрипцию).
  4. Jean Edward Smith, FDR (2007), New York: Random House, 2007, p. 42.
  5. Eleanor Roosevelt Biography. National First Ladies' Library. Firstladies.org. Дата обращения: 13 март 2010. Архивировано 21 ғинуар 2012 года. 2020 йыл 29 апрель архивланған.
  6. Lash, Joseph P. Eleanor and Franklin. — W.W. Norton & Company, 1971. — P. 48, 56, 57, 74, 81, 89–91, 108–10, 111–3, 145, 152–5, 160, 162–3, 174–5, 179, 193–6, 198, 220–1, 225–7, 244–5, 259, 273–6, 297, 293–4, 302–3. — ISBN 1-56852-075-1.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]