Аннинск баҡыр иретеү заводы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Аннинск баҡыр иретеү заводы
Нигеҙләү датаһы 1758
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Пермь крайы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1806

Аннинск (шулай уҡ Бабкинск) баҡыр иретеү заводы  — 1758—1806 йылдарҙа Пермь крайы территорияһында эшләгән баҡыр иретеү заводы.

Төҙөлөү тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пермь крайы һәм Башҡортостан территорияһы файҙалы ҡаҙылмаларға, шул иҫәптән баҡыр запастарына бай. Баҡыр ятҡылыҡтары бында йылы диңгеҙ төбөндә диңгеҙ һыуына ҡушылған гидротермаль иретмәләрҙән формалашҡан[1].

Аннинск баҡыр иретеү заводы 1758 йылда граф И. Г. Чернышев тарафынан Бабка йылғаһы (Сылва йылғаһының ҡушылдығы) буйында Уса даруғаһы Гәйнә улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә нигеҙләнә. И. Г Чернышев заводтың хужаһы була, 1770 йылда заводты ҡаҙна һатып ала[2].

Аннинск (Бабкинск) атамаһы баҡыр иретеү заводына нигеҙ һалыусының Анна исемле ҡыҙының (177?—1817) исеменән йәки урындағы Анна-Успение ағас сиркәүе (тәүге ғибәҙәтхана 1764 йылда, икенсеһе 1847 йылда төҙөлгән) атамаһынан алынған. Бабкинск тигән икенсе атамаһы — йылға исеменән.

Завод 1760 йылда продукция бирә башлай. XVIII быуат аҙағына 12 баҡыр иретеү мейесе, 1 шплейзофен һәм 2 яндырыу горны эшләй. Аннинск заводында өс быуа ҡорола. 1772 йылда заводта 225 крепостной һәм 6408 беркетелгән крәҫтиән эшләй. Завод эшләгән йылдарҙа 77 178 бот саф баҡыр иретелә (йылына 400—10400 бот). 1789—1797 йылдарҙа завод аҡса һуғыу йорто булараҡ эшләй. 1806 йылда рудниктарҙың ярлыланыуы арҡаһында завод ябыла. Әлеге ваҡытта завод биләмәһе урынында Пермь крайының Анниск ҡасабаһы тора[2].

Элекке завод эргәһендә рудниктар һаҡланған. Заводтың шлак өйөмдәрендә 150 мең тонна самаһы шлак, уның составында 1 350 тонна баҡыр, 130 тонна ванадий, 10 тонна никель, 4 тонна кобальт, 3 тонна көмөш, 0,5 тонна германий һәм 1 тонна самаһы иттрий булырға мөмкин [225 сығанағы көн күрһәтелмәгән].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кулбахтин Н. М.. Горнозаводская промышленность в Башкортостане XVIII век / Н. М. Кулбахтин. — Уфа : Китап, 2000. — 277, : ил.; 21 см; ISBN 5-295-02295-1;
  • Павленко Н. И. История металлургии в России XVIII века: Заводы и заводовладельцы / отв. ред. А. А. Новосельский. — М.: Изд-во АН СССР, 1962. — 566 с. — 2000 экз.
  • Черноухов А. В. История медеплавильной промышленности России. XVII—XIX вв. Свердловск, 1988;
  • Кулбахтин Н. М. Горнозаводская промышленность Башкортостана в XVIII веке. Уфа, 2000.