Антипов-Каратаев Иван Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Антипов-Каратаев Иван Николаевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union (1955–1980).svg СССР
Фамилия Антипов[d]
Тыуған көнө 1 (13) сентябрь 1888
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе
Вафат булыу көнө 3 июль 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[1] (76 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, Баҡы[1]
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө почвоведение[d]
Эш биреүсе Почвенный институт[d]
Биләгән вазифаһы академик[d]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены медаль «За оборону Москвы» медаль «За доблестный труд в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» медаль «В память 800-летия Москвы»
Уҡыу йорто М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми исем профессор[d]
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре докторы[d]

Антипов-Каратаев Иван Николаевич (13 сентябрь 1888 йыл3 июль 1965 йыл) — совет тупраҡ белгесе, профессор. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Тажик ССР-ы Фәндәр академияһы академигы (1951). Тажик ССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иван Николаевич Антипов-Каратаев Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе[2] Тәнәй ауылында тыуған. Беренсе донъя һуғышында һәм Граждандар һуғышында ҡатнашҡан. 1927 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған.

1926 йылдан алып, ҡырҡ йыл буйы, В. В. Докучаев исемендәге Тупраҡ институтында (Мәскәү) ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1931 йылда институтта тупраҡтың физика-химия лабораторияһын ойоштора.

1936—1951 йылдарҙа — Вахш тупраҡ-мелиорация станцияһының, ә 1951 йылдан — Тажик ССР-ы Фәндәр академияһының тупраҡты өйрәнеү институты ғилми етәксеһе.

20 йылдан ашыу Мәскәү дәүләт университетының профессоры. Халыҡ-ара тупраҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте ағзаһы (1957 йылдан). Тажик ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1946).

Иван Николаевич Антипов-Каратаев 1965 йылдың 3 июлендә Баҡы ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (шул иҫәптән 10.06.1945)
  • миҙалдар
  • Тажик ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре
  • В. В. Докучаев исемендәге премия (1964)
  • Г. М. Димитров исемендәге премия (Болгария)
  • «Граждандар хеҙмәте өсөн» ордены (Болгария, 1961) — «Болгария тупраҡтары» эше өсөн (1960)

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Тупраҡ коллоидтары һәм уларҙы өйрәнеү методтары, Л., 1930 (А. И. Рабинерсон менән берлектә)
  • Ҡырым дәүләт ҡурсаулығы һәм эргәһендәге ерҙең тупрағы, «В. В. Докучаев исемендәге тупраҡ институты хеҙмәттәре», т. 7, 1932 (Л. И. Прасолов менән бергә)
  • СССР-ҙа тоҙло тупраҡтар мелиорацияһы, М., 1953 (В. Н. Филиппова һ. б. менән бергә)
  • Тупраҡтың физик-химик үҙенсәлектәрен заманса тикшереү ысулдары, вып. 1-3, М.—Л., 1945—1948 (мөхәррир һәм авторҙаш).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Иван Николаевич Антипов-Каратаев // Почвоведение. — 1965. — № 9.
  • Симулин А. М. Антипов-Каратаев // Чувашская энциклопедия. Т. 1: А—Е. — Чебоксары, 2006. — С. 112.
  • Антипова-Каратаева И. Н., Мотузова Г. В. Иван Николаевич Антипов-Каратаев. — М.: Наука, 2008. — 178 с. ISBN 978-5-02-036123-2

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]