Антонов Юрий Яковлевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юрий Яковлевич Антонов
Тыуған көнө

11 июль 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (83 йәш)

Тыуған урыны

Молотов, РСФСР, СССР

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

Директор объединения «Инкар» (ныне АО «ОДК-СТАР»)
Народный депутат РСФСР (1990―1993)

Наградалары һәм премиялары
«Почёт Билдәһе» ордены Ҡалып:Орден Сергия Радонежского 3 степени
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы

Антонов Юрий Яковлевич (11 июль 1940 йыл, Молотов) — совет инженер-металлургы, Инкар ассоциацияһы директоры (хәҙер — «ОДК-СТАР» ААЙ), РСФСР-ҙың халыҡ депутаты (1990—1993)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1940 йылдың 11 июлендә РСФСР-ҙың Пермь ҡалаһында тыуған.

Мәктәптән һуң Славянов исемендәге механика техникумында уҡый, һуңынан Пермь политехник институтына уҡырға инә.

1968 йылда Пермь агрегат конструкторлыҡ бюроһында эшләй башлай, унда тәүҙә баш металлург, һуңынан баш инженер урынбаҫары була. 1982 йылда Антонов Пермь агрегат конструкторлыҡ бюроһы заводы директоры итеп тәғәйенләнә; 1988 йылдан — Пермь ҡалаһы «ИНКАР» ААЙ-ның агрегат ассоциацияһының генераль директоры. 1993 йылда «ИНКАР» асыҡ йәмғиәтенең генераль директоры була.

Юрий Антонов Ту-134, Ту-154, Ил-62, Ил-76, граждандар һәм хәрби-транспорт авиацияһы самолеттары өсөн «Д30», «Д30КП», «Д30КУ» двигателдәренең яңы быуынына авиация яғыулығын көйләүсе агрегаттар эшләү һәм көйләү менән етәкселек итә.

Шулай уҡ алыҫ араға осоусы МИГ31 истребителдәре өсөн «Д30фб» двигателдәре агрегаттарын, Рәсәйҙә етештерелгән бөтә вертолеттар өсөн агрегаттар эшләү менән етәкселек итә. Т-80 танкыһының «ТВД1000», «ТВД1200» двигателдәре өсөн яғыулыҡ етештереү ҡорамалдары эшләй. Предприятиеның яңы иҡтисади программаһын тормошҡа ашыра, был етештереү күләмен һәм хеҙмәткәрҙәр һанын арттырырға мөмкинлек бирә.

СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһын тамамлай. Юрий Антонов — 4 уйлап табыу таныҡлығы авторы. 32 баҫма әҫәр яҙған.

Антонов электр бысҡыһы корпустарын эшкәртеүсе агрегаттарҙы эшләтеп ебәреү, ГТ гидравлик этәрелеүсенең өлөштәрен штамплауҙың технологик линияһын файҙаланыуға биреү; үҙәкһеҙ һәм эске шымартыу өсөн юғары етештереүсәнле ҡорамалдар комплексын сафҡа индереү менән етәкселек итә. Уның етәкселегендә заводта һаҡлағыс атмосферала гидравлик этәрелеү деталдәрен химик-термик таҙартыу өсөн автоматлаштырылған линия ҡуйыла һәм ебәрелә; юғары аныҡлыҡ һәм юғары етештереүсәнлекле лазер менән яндырыу процесы, күп урынлы престарҙа юғары аныҡлыҡтағы маркалы әҙерләмәләр алыу технологияһы индерелгән. Был гидравлик этәреүселәр етештереүҙе йылына 3 миллион данаға тиклем арттырырға мөмкинлек бирә. ИСО-9000 халыҡ-ара сифат системаһы индерелә, бөтә төр продукцияға тап килеү тураһында халыҡ-ара сертификаттар алына.

1990 йылда РСФСР-ҙың халыҡ депутаты итеп һайлана, 1991—1993 йылдарҙа РСФСР Юғары Советы ағзаһы була. 2005 йылда «Пермь өлкәһенең почетлы гражданы» исеменә лайыҡ була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Почет Билдәһе» ордены (1999)
  • III дәрәжә Сергий Радонежский ордены (2000)
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
  • Рәсәй авиация-космос агентлығы «Зәңгәр планета йондоҙо» миҙалы
  • ике тапҡыр Рәсәй космонавтика федерацияһы миҙалы
  • Рәсәй авиация-космос агентлығының Почет грамотаһы
  • СССР авиация сәнәғәте министрлығының сифат отличнигы (1980)
  • РСФСР-ҙың почетлы авиатөҙөүсеһе (1990)

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]