Антошкин Николай Тимофеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Антошкин Николай Тимофеевич
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 19 декабрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Кузьминовка, Фёдоровка ауыл Советы (Фёдоровка районы), Федоровка районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 17 ғинуар 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе коронавирусная инфекция COVID-19[d]
Ерләнгән урыны Федераль хәрби мемориаль зыярат[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, Ликвидаторы последствий аварии на Чернобыльской АЭС, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Уҡыу йорто Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы[d]
Оренбургское высшее военное авиационное Краснознамённое училище лётчиков[d]
Ғилми дәрәжә хәрби фәндәр докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Хәрби звание генерал-полковник авиации[d]
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d] һәм Военно-воздушные силы Российской Федерации[d]
Ойошма ағзаһы Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации VII созыва[d] һәм Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации VI созыва[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Жуков миҙалы Ленин ордены Советтар Союзы Геройы орден «За заслуги перед Отечеством» III степени орден «За заслуги перед Отечеством» IV степени с мечами орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» II степени орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени медаль «За укрепление боевого содружества» «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы медаль «В память 850-летия Москвы» медаль «Защитнику свободной России» "СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны" миҙалы заслуженный военный лётчик Российской Федерации медаль «За укрепление дружбы по оружию» медаль «За отличие в охране государственной границы СССР» орден святого благоверного князя Даниила Московского III степени орден святого благоверного князя Даниила Московского II степени медаль «Воину-интернационалисту от благодарного афганского народа» медаль «За безупречную службу» III степени медаль «За безупречную службу» II степени
 Антошкин Николай Тимофеевич Викимилектә

Антошкин Николай Тимофеевич (19 декабрь 1942 йыл17 ғинуар 2021 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең хәрби һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим. 1-се класлы хәрби осоусы, отставкалағы авиация генерал-полковнигы. Советтар Союзы Геройы (1986), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби осоусыһы. Хәрби фәндәр докторы, Рәсәйҙең VI һәм VII саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Сан-Марино Халыҡ-ара фәндәр академияһы профессоры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Николай Тимофеевич Антошкин 1942 йылдың 19 декабрендә Башҡорт АССР-ы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Фёдоровка районының Кузьминовка исемле мордва ауылында Бөйөк Ватан һуғышы инвалидының күп балалы ғаиләһендә тыуған, шунда урта мәктәпте тамамлай. Һигеҙ бала араһында кескәйҙән хеҙмәткә күнегеп үҫә, ете йәшендә ауыл малдарын көтә башлай. Мәктәпте бөтөргәс, күмер сығарыуҙа эшләп ала, 1960 йылда хеҙмәт эшмәкәрлеген Күмертау ҡалаһының йылылыҡ-электр үҙәгендә (русса ТЭЦ-теплоэлектроцентраль) эшсе булып дауам итә, аҙаҡтан физик культура һәм спорт буйынса инструктор вазифаһын башҡа.

  • 1961 йылда И. С. Полбин исемендәге Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Ырымбур юғары хәрби осоусылар училищеһына алына, 1965 йылда уны алдынғылар рәтендә бөтөрөп сыға һәм Хәрби-Һауа көстәре офицеры булараҡ, ябай осоусынан Баш командующий урынбаҫары вазифаһына тиклем хәрби хеҙмәт юлы үтә. Башта Белоруссия хәрби округының разведка полкында осоусы, өлкән осоусы һәм звено командиры була. 1968 йылда Чехословакиялағы ваҡиғаларға йәлеп ителгән ғәскәрҙәрҙе авиация менән хеҙмәтләндереүҙә, 1969 йылда Советтар СоюзыҠытай сигендәге бәрелештәрҙә ҡатнаша.
  • 1970 йылда Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-Һауа академияһына уҡырға ебәрелә, һәм уны 1973 йылда отличие менән тамамлаған майор Николай Антошкин Одесса хәрби округына эскадрилья командиры итеп тәғәйенләнә. Артабан, полк командиры һөнәре буйынса 8 айлыҡ Үҙәк офицер курстарын тамамлағандан һуң, полк командирының осоу әҙерлеге буйынса урынбаҫары итеп үрләтелә.
  • 1975 йылда ваҡытынан алда «подполковник» хәрби дәрәжәһе ала һәм Үзбәк ССР-ының Ҡашҡадарья өлкәһендә яңы ойошторолған авиация полкына командир итеп ебәрелә.
Антошкин Николай Тимофеевич
  • 1976 йылда Байконур космодромы районындағы ер өҫтөн «Союз—21» космос кораблендә осоусы космонавтар Б. В. Волынов һәм В. М. Жолобов менән бер үк ваҡытта донъяла беренсе булып синхроник фотоға төшөрә.
  • 1979 йылдың июлендә Совет ғәскәрҙәренең Германиялағы төркөмөнә полк командиры вазифаһына күсерелә.
  • «Авиация берләшмәһенең штаб начальнигы» һөнәре буйынса Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы ҡарамағындағы ике айлыҡ Академик курс тамамлай, «полковник» хәрби дәрәжәһе ала.
  • 1980 йылдың майынан 1981 йылдың авгусына тиклем 20-се гвардия армияһының командующий урынбаҫары — авиация командующийы.
  • 1981—1983 йылдарҙа СССР Ҡораллы көстәре Генераль штабының Хәрби академияһында уҡый һәм, уны уңышлы тамамлағас, Үҙәк ғәскәрҙәр төркөмө командующийы урынбаҫары-авиация командующийы вазифаһына тәғәйенләнә.
  • 1985 йылдан — Киев хәрби округының Хәрби—Һауа Көстәре штабы начальнигы. 1985 йылдың 29 апрелендә «авиация генерал-майоры» хәрби дәрәжәһе бирелә.
  • 1988 йылдың авгусында Төркөстан хәрби округының 49-сы Һауа армияһы командующийы вазифаһына тәғәйенләнә. Пилотлы космос кораптарын, шул иҫәптән күп тапҡыр ҡулланылышлы «Буран» карабын осороп-төшөрөүҙе, космонавтарҙы, космосҡа осоп, Ергә төшкән урындан эвакуациялауҙы тәьмин итә.
  • 1989 йылдың ноябренән 1993 йылдың ноябренә тиклем Мәскәү хәрби округының Хәрби-Һауа Көстәре командующийы.
  • 1993 йылда Рәсәй Хәрби-Һауа Көстәренең фронт авиацияһы командующийы итеп тәғәйенләнә.
  • 1994 йылда «авиация генерал-полковнигы» хәрби дәрәжәһе бирелә, һәм Николай Антошкин Рәсәй Хәрби-Һауа Көстәре командующийының хәрби әҙерлек буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
  • 1998 йылдың ноябрендә Хәрби-Һауа Көстәренең Хәрби әҙерлек идаралығы начальнигы вазифаһынан баш тарта һәм ваҡытынан алда хәрби хеҙмәттән отставкаға сыға.

Шул ваҡыттан алып Николай Антошкин Мәскәүҙә йәшәй, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәрлек менән әүҙем шөғөлләнә, йәштәргә хәрби-патриотик һәм хеҙмәт тәрбиәһе биреүҙә лә туранан-тура ҡатнаша.

Николай Тимофеевич Антошкин 2021 йылдың 17 ғинуарында Мәскәү дауаханаларының береһендә вафат була[1][2].

Батырлығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1986 йылда Чернобыль атом электр станцияһындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша, фажиғәнән һуң тәүге ун тәүлектә шартлау булған реактор өҫтөн ҡом тултырылған ҡапсыҡтар менән ҡаплауға йәлеп ителгән хәрби осоусылар менән урында турана-тура етәкселек итә. Реактор өҫтөнән күп тапҡырҙар осоп үтә, ҙур миҡдарҙа нурланыу ала.

СССР Юғары Советы Президиумының 1986 йылдың 24 декабрендәге указы менән «Чернобыль атом электр станцияһындағы һәләкәтте һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөү эштәрен уңышлы үткәреүгә индергән шәхси өлөшө, күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» авиация генерал-майоры Николай Тимофеевич Антошкинға, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы яҡлыларҙың Үҙәк координация советы ағзаһы.
  • 2014 йылдың 26 ноябренән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты. 2011 йылдың 4 декабрендә «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Мәскәү төбәк төркөмө буйынса Рәсәй Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар исемлегендә 25-се була. 2014 йылдың 26 ноябрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһы Генсоветы хуплағандан һуң РФ Үҙәк һайлау комиссияһы бушаған депутат мандатын Николай Антошкинға тапшыра.
  • Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһенең «Советтар Союзы Геройҙары, Рәсәй Федерацияһы Геройҙары һәм Дан орденының тулы кавалерҙары клубы» етәксеһе.

Ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Российские ликвидаторы аварии на ЧАЭС опасаются повторения катастрофы. РИА «Новости», 25.04.2016[3].

Маҡтаулы исмедәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]