Антышев Александр Николаевич
Антышев Александр Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 20 февраль 1942 (82 йәш) |
Тыуған урыны |
Иглин районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Оло Теләк, Иглин районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | лингвист, преподаватель лингвистики |
Эш урыны | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d] |
Антышев Александр Николаевич (20 февраль 1942 йыл) — тел белгесе. Филология фәндәре докторы (2002).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александр Николаевич 1942 йылдың 20 февралендә БАССР-ҙың Оло Теләк районы Ҡыҙыл Октябрь ауылында (хәҙер Башҡортостандың Иглин районы Оло Теләк ауылы) тыуған[1].
Башҡорт дәүләт университетын 1964 йылда тамамлай һәм шунда уҡ хеҙмәт юлын башлай.
1977 йылдан алып Башҡорт дәүләт педагогия институтында — немец теле кафедраһы мөдире, 1987—1996 йылдарҙа — сит телдәр факультеты деканы. 1982—1986 йылдарҙа Лейпциг һәм Эрфурт педагогия институттарында (Германия) уҡыта. 1998 йылдан башлап Башҡорт дәүләт авиация институтында эшләй (2003 йылға тиклем — немец теле кафедраһы мөдире)[1].
Фәнни тикшеренеүҙәре сағыштырма тел ғилеме проблемаларына, немец телендә һәм урыҫ телендә антропонимдарҙы өйрәнеүгә арналған.
60-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы.
Төп фәнни хеҙмәте: Имена. Немецкие антропонимы. Уфа, 2001[2].