Анциферов Владимир Никитович
Анциферов Владимир Никитович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 26 ноябрь 1933 |
Тыуған урыны | Владивосток, Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 6 март 2016 (82 йәш) |
Вафат булған урыны | Пермь, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Северное кладбище[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | металлург |
Эшмәкәрлек төрө | Металлургия |
Эш урыны | Пермь дәүләт милли тикшеренеү политехник университеты |
Уҡыу йорто | Иркутск дәүләт техник университеты |
Ғилми исеме | РФА академигы[d] һәм профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Әүҙемлек урыны | Пермь дәүләт милли тикшеренеү политехник университеты |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Фәндәр академияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Анциферов Владимир Никитович (26 ноябрь 1933 йыл, Владивосток — 6 март 2016 йыл, Пермь) — СССР һәм Рәсәй ғалимы-металдарҙы өйрәнеүсе. Техник фәндәр докторы (1972), профессор (1973), РФА академигы (2000).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Владимир Никитович Анциферов 1957 йылда Иркутск тау-металлургия институтын тамамлай. Соликамск магний заводында (1957); Пермь ҡалаһының Я. М. Свердлов исемендәге заводта (1958—1960, инженер − онтаҡ металлургияһы участка начальнигы).
1963 йылда МИСиС-ты тамамлай, аспирантурала кандидатлыҡ диссертацияһын, 1972 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, ә 1973 йылда профессор исемен ала, 1991 йылдың 7 декабренән —инженер фәне буйынса РФА мөхбир ағзаһы (материалдарҙы өйрәнеүсе фән), 2000 йылдың 26 майынан — РФА академигы.
1963—2008 йылдарҙа — ассистент, доцент, профессор, аспирантура һәм докторантура етәксеһе. (НЦ ПМ) ГОУ ВПО «Пермь дәүләт техник университет» (ПГТУ) онтаҡ материалдар өйрәнеүсе фәненең Ғилми үҙәген нигеҙләүсе һәм уның етәксеһе, ПГТУ-ның «Онтаҡ материалдар фәне» кафедраһы мөдире
2016 йылдың 6 мартында Пермдә вафат була. Ҡаланың Төньяҡ зыяратында ерләнә
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Владимир Анциферовтың ғилми етәкселеге аҫтында техниканың яңы тармаҡтары өсөн яңы материалдар булдырыла һәм Рәсәйҙең ҡайһы бер сәнәғәт предприятиеларында онтаҡ металлургияһы участкалары ойошторола. 500-ҙән ашыу фәнни баҫма, шул иҫәптән 41 монография авторы. В. Н. Анциферов тарафынан 234 авторлыҡ танытмаһы һәм РФ патенттары алына[1].
Онтаҡ, керамик, композицион материалдар алыу буйынса һәм төрлө функциональ тәғәйенләнештәге япмаларҙың физик-химик процестарын фундаменталь тикшеренеүҙәргә зур өлөш индерә[1].
Маҡтаулы исмедәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1982)
- СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1987)
- РСФСР Юғары һәм махсус урта белем биреү министрлығы премияһы лауреаты (1984, 1987)
- Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (1995, 2001, 2007)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1991)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1976)
- Дүртенсе дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1999)[2]
- Пермь ҡалаһының почётлы гражданы (1999)
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (20.09.2009) — фәнни-педагогик эшмәкәрлеге һәм квалификациялы белгестәр әҙерләүгә ҙур өлөш индергән ҡаҙаныштары өсөн[3]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль Владимира Никитовича Анциферова РФА рәсми сайтында
- Страница на сайте УрО РАН
- Страница на сайте ПНИПУ
- Страница на сайте «Учёные России»
- Статья(недоступная ссылка) в «Уральской исторической энциклопедии»
- Историческая справка на сайте Архива РАН
- За науку обидно (интервью газете «Деловое Прикамье»)
- Земля не выдержит(недоступная ссылка) (интервью еженедельнику «Капитал-Weekly»)
- Журавлёв С. За проходной
- Десять заповедей Владимира Анциферова
- 26 ноябрҙә тыуғандар
- 1933 йылда тыуғандар
- 6 мартта вафат булғандар
- 2016 йылда вафат булғандар
- Пермдә вафат булғандар
- Пермь крайында ерләнгәндәр
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаттары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәрҙәре
- Фән һәм техника өлкәһендәге РФ Хөкүмәте премияһы лауреаттары
- МИСиС-ты тамамлаусылар
- СССР металлургтары
- Техник фәндәр докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр