Апас (Аҡтаныш районы)
Ауыл | |
Апас татар. Апач | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
223 кеше (2000) |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423737 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Апас — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Әтәс ауыл биләмәһе составына керә.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 37 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Апас — йәнәй һәм бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы. 1731 йылда Йәнәй улусы Йәнәй ауылы башҡорто Апас Түтәев Бүләр улусы башҡорто Игебәс Дүскәев менән килешеү төҙөй һәм керҙәш булараҡ Бүләр улусында ауылға нигеҙ һала[2][3]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Бүләр түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә.
1870 йылда 3 тирмән, мәсет (1808 йылдан билдәле), мәктәп (1837 йылда асыла); 1905 йылда — бакалея кибете, хужалыҡ магазины теркәлгән[1][3].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ир енесле 88 керҙәш башҡорт (йәнәй ырыуынан); 1848 йылда — 206 башҡорт; 1912 йылда — 579 башҡорт (ир затлы) йәшәй[3].
1859 | 1870 | 1884 | 1896 | 1906 | 1913 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
337 | 319 | 481 | 462 | 525 | 579 | 403 | 375 | 164 | 291 | 362 | 324 | 242 | 223 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Татарская энциклопедия.
- ↑
«… со общего совету припустил я, Агыбесь з детьми своими, оного Апася-муллу в вотчину свою в товарыщество в свое повытье для поселение оному Апасею з детьми его на оном моем повытье юртом, где пожелает, и пашня пахать, и сено косить, и в лесах борти про себя делать, и бобров и всякого зверя и птицу ловить, и всяким употреблением употребляца. А имянно: в межах и урочищах: на оной Казанской дороге с вершин дву речак Шабизов на низ Малой Шебиз по обе стороны до Гирейской вотчины, да сосновым лесом, что называвет-ца Сютли-Нарат, бобровой остров, что называетца Юваатол, да островом, что называетца Ирганишь-оттол. И оному Апасю-мулле з детьми своими, поселясь на оной вотчинной моей земли, всем вышеписанным в повытье моем в показанных межах и урочищах употреблятца, чем и я, Агыбесь, в тех урочищах употребляюсь. А мне, Апасю-мулле, за такой ево, Агыбесев, припуск давать ему, Агыбесю, или детям ево на каждый год по кунице на год»
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 275—279. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.