Апостолға тиң Изге кенәз Владимир ғибәҙәтханаһы (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Православный храм
Храм Святого равноапостольного Князя Владимира
Церковь Св князя Владимира РостовДон1.jpg
Ил style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"|Россия
Конфессия style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"|Православие
Епархия style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"|Ростовская и Новочеркасская епархия Московского Патриархата Русской Православной Церкви 
Бина тибы style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"|однокупольное здание с центральным световым барабаном и одноярусной звонницей
Проект авторы style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"|архитектор Н. М. Соколов
Төҙөлөшө style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"| 18881889 йылдар
Төп ваҡиғалар:
освящен 4 декабря 1889 года (епископ Серапион)
Бөгөнгө хәле style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"| разрушен

1889

Апостолға тиң Изге кенәз Владимир ғибәҙәтханаһы — , Мәскәү Патриархаты Урыҫ Православие Сиркәүенең  Ростов һәм Новочеркасск епархияһына ҡараған Дондағы-Ростовтағы православие сиркәүе.

Адресы: Дондағы Ростов ҡалаһы, Саша  Чебанова урамы, 12-се һанлы йорт.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Апостолға тиң Изге кенәз Владимир хөрмәтенә сиркәү   1888-1889 йылдарҙа Дондағы Ростов ҡалаһында элекке Баҡса тыҡырығында (хәҙер Саша Чебанов урамы) төҙөлгән. Сиркәүҙең әйҙәүсеһе һәм инвесторы 2-се гильдия сауҙагәре Михаил Петрович Шахов булған, шуға күрә сиркәүҙе  Шаховский сиркәүе тип тә йөрөтәләр.Башта сиркәүҙе май шәмдәр заводының йорт сиркәүе итеп һалырға булғандар, ләкин Рустың суҡыныуына  900 йыллыҡ юбилейына хөрмәт йөҙөнән  М. П. Шахов ҙур ғибәҙәтхана төҙөтөргә ҡарар иткән.  Сиркәүгә нигеҙ ташын  1888 йылдың 13июнендә һалғандар. Проект авторы- архитектор Н. М. Соколов.  1889 йылдың  4 декабрендә епископ Серапион тарафынан Апостолға тиң Изге кенәз Владимир хөрмәтенә   сиркәү изгеләндерелгән.

Бер көмбәҙле был ғибәҙәтхана  кирбестән , үҙәк яҡтылыҡ үтә торған барабанлы, бер ҡатлы ҡыңғырау манаралы итеп һалынған. Йорт майлы буяуҙар менән биҙәкләп буялған.  1889 - 1891 йылдарҙағы сиркәү ведомосы мәғлүмәттәре буйынса сиркәүҙең 459,5 кв. м. Таш нигеҙҙә торған ҡоймалар сиркәүҙе уратып торған. Сиркәү ҡоймаһы эсендәге  ике  ҡатлы йортоң өҫкө ҡаты дин әһеле өсөн , ә аҫҡы  ҡаты  сиркәү ҡарауылсыһы өсөн һалынған. Сиркәҙә бер класлы ирҙәр сиркәү-мәхәллә мәктәбе эшләгән, унда 150 малай уҡыған. Мәктәпте сауҙагәр М.П.Шахов ҡарап тотҡан.

Бер аҙҙан һуң Владимир сиркәүен төҙөгән  М. П. Шахов вафат булған . Шаховтарҙың балалары булмаған, һәм Михаил Петрович үҙенең 100 000 һум аҡсаһын ҡатыны , Ефросинья Леонтьевнаға мираҫ итеп ҡалдырған. Мираҫ шартында уның мөлкәтенән килгән табышҡа Владимир сиркәүенең руханийына , сиркәү-мәхәллә уҡытыусыларына хеҙмәт хаҡы түләргә һәм ҡараусыһыҙ ҡалған ҡарт-ҡоролар, йәтим ҡалған балалар  приютын тоторға тейеш булғандар. [1]. Шаховтың тол ҡатыны уның мөлкәтенән  ҡала ҡарамағына ҡалдырып, бары тик үҙенә  йәшәр өсөн  дүрт бүлмәле фатир биреүҙәрен һораған .Ефросинья Леонтьевна Шахова сиркәү-мәхәллә  мәктәбенең попечителе итеп ҡуйылған.

1930-сы  йылдарҙа  Владимир сиркәүен япҡандар, уның көмбәҙе ватылған, территорияһы Ленин исемендәге Паровоздар төҙөү (хәҙерге Ростов электровоздар ремонтлау) заводына бирелгән. Сиркәү биналары 1938 йылда  Ростов ҡала советы Президиумы ҡарары менән заводтың сәнәғәтен төҙөү өсөн завод ҡарамағына тапшырылған.

Ведомость о церкви

1942 йылда, Дондағы Ростов  немец-фашист ғәсҡәрҙәре оккупацияһы аҫтында саҡта, сиркәү йәмғиәте дини эштәр алып барған.

1943 йылда, азат ителгәс,  Ростов, Владимир һәм Үрге Гнилов  Серафимов ғибәҙәтханалары Совет Армияһы өсөн ике танк эшләтеү өсөн аҡса йыйып биргән.  Ошо фиҙәҡәрлеге өсөн Владимир сиркәүе 1945 йылда Ҡыҙыл байраҡ  һәм генералиссимус И. В. Сталин портреты менән бүләкләнгән. Тик был бүләктәр ғибәҙәтхананы ябыулыуҙан һаҡлап ҡала алмаған. 

 1944 йылдың 3 декабрендә Ленин ҡаласығы  граждандары  Тимер юл район советы депутаттарының башҡарма комитеты араһында  "Дондағы Ростовтағы Владимир сиркәүенең йорт биналарын срокһыҙ бушлай алыу тураһында" килешеү төҙөшкәндәр. Ләкин 1954 йылда  Ленин исемендәге паровоздар ремонтлау заводы етәкселәре сиркәү бинаһын заводҡа кире ҡайтарыуҙы һорап властарға мөрәжәҙғәт иткән. Ҡала депутаттар советының башҡарма комитеты  №1355  ҡарары менән 1954 йылдың 14 октяберендә заводтың һорауын ҡәнәғәтләндергән, сиркәү бинаһы бөтә йыһаздары менән бергә заводҡа кире ҡайтарып бирелгән. Владимир сиркәү йәмғиәте менән башҡарма комитет төҙөгән килешеү ғәмәлдән сығарылған.

СССР Министрҙар Советының Урыҫ Православие Сиркәүе эштәре буйынса Советы, Дондағы Ростовтағы Владимир сиркәүен сиркәү йәмғиәтенән алып, Ленин исемендәге заводҡа бирергә тигән ҡарар менән ризалашҡан. Дини йәмғиәткә башҡа  бинаны  арендаға  йәки һатып алырға хоҡуҡ бирелгән.

1963 йылда элекке сиркәү йортон бөтөн территорияһы менән  КР ДОСААФ ойошмаһына биргәндәр. Тик  ДОСААФ-тың ремонт яһарға аҡсаһы булмағанлыҡтан, бинаны Тимер юл район Советының 1963 йылдың 24 декабрендә сыҡҡан №397 ҡарары буйынса   Тимер юл районы ведомствонан тыш һаҡлау ойошмаһы ҡарамағына хужалыҡ йорто итеп биргәндәр. 

Хәҙерге ваҡытта сиркәүҙең  көнсығыш стенаһы өлөшләтә тороп ҡалған.

2012 йылда  Ростов һәм Новочеркасск митрополиты  Меркурий  Кенәз Владимир  ғибәҙәтханаһының мәхәлләһен ойошторған. Йорттоң руханийы итеп  иерей Владимир Сирин тәғәйенләнгән. 2012 йылда  Кенәз Владимир мәхәлләһе элекке Апостолға тиң Изге кенәз Владимир  емерелгән сиркәүе ерендә яңы ғибәҙәтхана төҙөү өсөн Рәсәй ер мөлкәте ойошмаһына ер  һорап мөрөжәғәт итте..

2012 йылдан алып элекке ғибәҙәтхана урынындағы ваҡытлыса ҡоролған табыныу  йортонда ғибәҙәт ҡылыуҙар дауам ителә.2013 йылдың июлендә йорттоң башына мәхәллә кешеләре үҙ аҡсаһына көмбәҙ, ҡыңғырауҙар бүлмәһе  эшләткәндәр.  2014 йылда ҡыңғырау манараһы ҡуйылған. 2013 йылдың  25 июлендә Дондағы Ростов ҡалаһында  Апостолға тиң Изге кенәз Владимир  хөрмәтенә изгеләндерелгән тәре ҡуйылған.Изгеләндереүҙе ойоштороусы- протоиерей Иоанн Осяк[2].

Хәҙерге ваҡытта сиркәү  асылған, ул  һәр көн 8:00-ҙән 17:00 тиклем эшләй, йәкшәмбе һәм байрам көндәрендә бында ғибәҙәт ҡылыу эштәре алып барыла.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]