Апрель тезистары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Апрельские тезисы битенән йүнәлтелде)
Апрель тезистары
Жанр социокритика[d]
Автор Ленин Владимир Ильич
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
В. И. Лениндың Петроград эшсе һәм һалдат депутаттары Советы трибунаһынан Апрель тезистары менән сығыш яһауы, 1917 йыл 4 апрель

«Апрель тезистары» — Февраль революцияһынан һуң Рәсәй большевиктарының эш программаһы, 1917 йылдың апрелендә Петроградҡа ҡайтҡандан һуң, В. И. Лениндың власты тартып алыу юлы менән буржуаз-демократик революцияны социалистик революция итеп үҫтереү планы. Тезистар тексы большевистик «Правда» гәзитендә 1917 йылдың 7 (20) апрель 1917 апрелендә баҫылып сыға.

Йөкмәткеһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Апрель тезистары» 10 положениенан тора:

  1. Һуғышты ҡаты тәнҡитләү, «революцион оборонасылыҡтан» ҡырҡа баш тартыу;
  2. Революцияның «буржуаз-либераль» баҫҡысы тамамланды, артабан «социалистик» баҫҡысҡа күсергә кәрәк, уның барышында власть пролетариат һәм үтә фәҡир крәҫтиәндәр ҡулына күсергә тейеш;
  3. «Ваҡытлы хөкүмәткә бер ниндәй ярҙам күрһәтмәҫкә»;
  4. Ваҡ буржуаз оппортунистик элементтар блогына ҡаршы тороу менән бергә бөтә дәүләт власының эшсе депутаттары Советтарына күсеүе зарурлығы тураһындағы лозунгты алға һөрөргә;
  5. Парламент республикаһы түгел, ә бөтә ил буйлап, аҫтан өҫкә тиклем эшсе, батрак һәм крәҫтиән депутаттары Советтары республикаһын урынлаштырырға, полицияны, армияны һәм бюрократик аппаратты бөтөрөргә һәм даими армияны бөтә халыҡтың ҡоралланыуына алмаштырырға;
  6. Аграр реформа — бөтә алпауыт ерҙәрен конфискацияларға һәм илдәге бөтә ерҙәрҙе национализацияларға;
  7. Банк реформаһы — илдең бөтә банктарын эшсе депутаттар контроленә буйһонған бер дөйөм милли банкҡа ҡушырға;
  8. Советтар ижтимағи етештереүгә һәм продуктыларҙы бүлеүгә контролде тормошҡа ашырырға тейеш;
  9. РСДРП(б)-ның «партия бурыстары» (атаманы Коммунистар партияһына алмаштырыуҙы ла индереп);
  10. «Интернационалдың яңырыуы».


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Апрельские тезисы В. И. Ленина / Гимпельсон Е. Г. // Ангола — Барзас. — М. : Советская энциклопедия, 1970. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров ; 1969—1978, т. 2).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]