Эстәлеккә күсергә

Арабат ҡәлғәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡәлғә
Арабат ҡәлғәһе
ИлРәсәй
СелоАҡ-Монай
Координаталар45/17/44.3764/N/35/28/41.8321/E
Беренсе тапҡыр1651
Статус
Объект культурного наследия народов РФ федераль әһәмиәтендәгеРәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты федераль әһәмиәтендәге
рег. № 911540364270006 (ЕГРОКН)
объект № 8232104000 (БД Викигида)
Бөгөнгө хәлеемерек
Арабат ҡәлғәһе (Ҡырым)

Араба́т (Ребат[1], ғәрәп телендәге «рабат» һүҙенән — «хәрби пост») — Ҡырымдың Аҙау диңгеҙе яр буйындағы берҙән-бер татар-төрөк ҡәлғәһе.

Ҡәлғә Аҡ Монай (хәҙерге Каменский) ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан ике километр алыҫлыҡта төҙөлә. Перекоп һәм Еникале ҡәлғәләре менән бергә Ҡырымды төньяҡтан һәм көнсығыштан дошман һөжүменән һаҡлай.

Формаһә — һигеҙ мөйөшлө, борон периметры буйынса тәрән соҡор менән уратып алынған. Бәлки Аҙау диңгеҙе менән ер аҫты юлы менән тоташҡандыр[1]. Элек был урын янында Геркулестың ғибәҙәтханаһы — Ираклеон булған[2].

Арабат форты , 1840-се йылдар, 1856 йылғы альбом, Лондон. Рәссамы — Карло Боссоли, 1815—1884 йылдар

Ғосман сәйәхәтсеһе Эвлия Челеби, Тавриданы тасуирлап, Арабат рус ғәскәрҙәренә, запорожьелыларға, поляктарға һәм ҡалмыҡтарға Ҡырымға юлын ябырға тейешле ҡәлғә тип яҙа. Әммә 1668 йылда Иван Рог Арабатты штурмлап ала һәм унда булған бөтә кешене юҡ итә.

Сытиндың Хәрби энциклопедияһында 1737 йылда, Ҡырым походы ваҡытында фельдмаршал граф п. П. Ласси 40 000 армияһы менән ҡәлғәгә һөжүм итмәй, ә Арабат мороно уртаһында, Салғыр йылғаһы тамағына ҡаршы күпер төҙөй, ҡаршылыҡһыҙ ярымутрауға баҫып инә һәм дошманды ҡыйратай[3], хан ғәскәре 12 һәм 14 июндә ике алышта ҡатнаша тип әйтелә.

1771 йылда В. М. Долгоруков етәкселегендәге Рәсәй армияһы Арабатты штурмлап ала. Кенәз Ф. Ф. Щербатовтың отряды[4], бер пехота полкы, ике гренадер ротаһы, 100 егерь һәм 1500 казак составында күпер аша сыға, артабан, 100 саҡрым араны үтеп, 17 июндә 44 саҡрымға күсә, кис Арабатҡа килә һәм, ҙур күсенеүгә ҡарамаҫтан, төндә һөжүмгә әҙерләнә һәм 18 июндә ҡәлғәне штурмлап ала[3][5].

Немец ғалимы-энциклопедисы П. С. Паллас, был ҡәлғәне беренсе булып тасуирлап, уның 7 бастионы барлығын яҙа, һәм, күрәһең, ҡапҡа башняһын һәм бастиондың редан сығышын бастиондар артында тип иҫәпләп, хаталана, ә ғәмәлдә улар 5 була. Ҡәлғәне төҙөү һәм һуңыраҡ реконструкциялау өсөн ташты 4 км алыҫлыҡта Урынлашҡан Аҡ Монай таш сығарыу урындарынан алалар[6][7].

Ҡырым Рәсәй империяһына ҡушылғандан һуң, ҡәлғәлә гарнизон була. Ул Ҡырым һуғышы ваҡытында дошман десантына Арабат уғында нығыныуға юл ҡуймай. 1855 йылдың яҙында, Ҡырым армияһының империяның эске өлкәләре менән бәйләнеш юлын һаҡлау өсөн, Арабат уғы буйлап, ярым емерелгән Арабат ҡәлғәһе оборона хәленә килтерелә, уның гарнизоны ике батальонға тиклем көсәйтелә, ә ҡәлғә 17 орудие (икенсе сығанаҡта — 8 орудие) 4 батальон менән өҫтәп көсәйтелә[8]. Бынан һуң дошман эскадраһы Арабатҡа яҡынлаша һәм уға ут аса, әммә 3 сәғәтлек уңышһыҙ канонаданан һуң сигенә.

1856 йылда Арабат ҡала статусынан мәхрүм ителә.

  1. 1 2 Т. 14 : Новороссия и Крым : [Бессарабская, Херсонская, Таврическая и Екатеринославская губ., Обл. Войска Донского, Ставропольская губ.] / Сост. Б. Г. Карпов, П. А. Федулов, В. И. Каратыгин [и др.]. — 1910. — C. 803. — VIII, 983 с. : ил.; 9 л. ил., карт. — (Россия. Полное географическое описание нашего отечества : Настольная и дорожная книга для русских людей : [В 19-ти т.])
  2. Арабатская стрелка, Географическо-статистическій словарь Россійской имперіи П. П. Семенова
  3. 1 2 Арабатская коса // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  4. Арабатская коса или стрелка // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). СПб., 1890—1907. (рус.)
  5. Щербатов, Федор Федорович // Русский биографический словарь : в 25 томах. СПб.М., 1896—1918.
  6. Пётр Симон Паллас. Наблюдения, сделанные во время путешествия по южным наместничествам Русского государства в 1793—1794 годах. = Bemerkungen auf einer Reise in die sudlichen Statthalterschaften des russischen Reichs in den Jahren 1793 und 1794 / Борис Венедиктович Левшин. — Российская Академия наук. — Москва: Наука, 1999. — С. 119. — 244 с. — (Научное наследство). 500 экз. ISBN 5-02-002440-6.
  7. Наталья Якимова, «1К», «Крепость Арабат — старая крепость со странной судьбой.» Дата обращения: 16 июнь 2019. Архивировано 16 июнь 2019 года.
  8. Керчь // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.