Аракишвили Димитрий Игнатьевич
Аракишвили Димитрий Игнатьевич | |
груз. დიმიტრი ეგნატეს ძე არაყიშვილი | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 11 (23) февраль 1873 |
Тыуған урыны | Владикавказ, Рәсәй империяһы[3] |
Вафат булған көнө | 13 август 1953[3][2][4] (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Тбилиси, Грузия ССР-ы[d], СССР[3] |
Ерләнгән урыны | Дидубийский пантеон[d] |
Һөнәр төрө | музыка белгесе, композитор, музыка педагогы, музыкальный этнограф, кинокомпозитор |
Эш урыны | Вано Сараджишвили исемендәге Тбилиси дәүләт консерваторияһы |
Уҡыу йорто |
Рәсәй театр сәнғәте университеты Мәскәү археология институты |
Ғилми дәрәжә | сәнғәт фәндәре докторы[d] (1943) |
Кемдә уҡыған | Александр Александрович Ильинский[d], Виллем Кес[d], Кругликов, Семён Николаевич[d] һәм Александр Тихонович Гречанинов[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Аракишвили Димитрий Игнатьевич Викимилектә |
Аракишвили Димитрий Игнатевич (Аракчиев) (грузин: დიმიტტეგტ괢괔 ს ძე არრყიშვილი; 23 февраль1873 — 13 август 1953) — совет грузин композиторы, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре. Грузин ССР-ының халыҡ артисы (1926). Беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1950). Грузин ССР-ы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1950)[5].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәскәү филармонияһының музыка-драма училищеһында (1901) һәм Мәскәү археология институтында (1918) белем алған. 1908 йылда «Музыка һәм тормош» журналына нигеҙ һала. Мәскәү халыҡ консерваторияһын ойоштороуҙа ҡатнаша. Грузин халыҡ музыкаһын йыя һәм пропагандалай. Профессиональ сәхнәлә ҡуйылған тәүге грузин операһын — «Шота Руставели тураһында хикәйәт» (1919), «Тормош-шатлыҡ» операһын («Динара», 1927; ике операһы ла Палиашвили исемендәге Опера һәм балет театрында ҡуйыла), «Джургай ҡалҡаны» кинофильмына һәм һәм башҡа музыкаль әҫәрҙәрҙе яҙа. Музыкаль фольклор буйынса хеҙмәттәр авторы. Педагогик эшен 1902 йылдан алып алып алып бара; 1918 йылдан — Тбилиси консерваторияһы профессоры. Сәнғәт ғилеме докторы (1943). Грузин ССР-ы ФА-ның тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1950).
Опера өлкәһендә ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Шота Руставели тураһында легенда» операһы — тәүге грузин милли операларының береһе. Был ваҡытта грузин сәхнәһендә итальян операһы өҫтөнлөк иткән була. Милли опера 1918—1919 йылдарҙа сәхнәлә ҙур алға китеш кисерә: 1918 йылда Тифлис театры сәхнәһендә Р. Гогниашвилиҙың «Кристине» операһы, 1919 йылда З. П. Палиашвилиҙың «Абесалом һәм Этери», Аракишвилиҙың «Шота Руставели тураһында легенда» операһы ҡуйыла (беренсе милли камера һәм лирик опера була). Опера режиссер А. Цуцунава тарафынан ҡуйыла, шулай уҡ ул операны 1947 йылда ҡабаттан ҡуя. Премьера спектакленең дирижеры — С. А. Столерман. Тәүге ҡуйыуҙа билдәле грузин йырсылары Сохадзе, Екатерина Тарасовна (Нино), О. Бахуташвили-Шульгина (Гульчина), В. Сараджишвили (Шота), А И. Инашвили (Абдул Ғәрәп) ҡатнаша.
Был операны 1923 йылда З. П. Палиашвили исемендәге Тбилиси опера һәм балет театрында рус һәм грузин сәхнәһенең мәшһүр режиссёры К. А. Марджанишвилиҙың режиссер С. Ахметели менән бергә ҡуйыуы театр тормошонда ҙур ваҡиға булып тора. Был операның артабанғы ҡуйылыштарында балетмейстер һәм бейеүсе И. И. Сухишвили (1930), балерина Н. Ш. Рамишвили, дирижёр Е. С. Микеладзе, йырсылар Е. А. Гостенина (Русудана) һәм Г. И. Венадзе (Абдул Араб) ҡатнаша.
«Динара» («Тормош — шатлыҡ») операһы совет осоронда В. Л. Гунианың либреттоһы буйынса ижад ителә (1924). Опера З. П. Палиашвили исемендәге Опера һәм балет театрында 1927 йылда К. А. Марджанишвили тарафынан дирижер И. П. Палиашвили ҡатнашлығында ҡуйыла[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Грузин ССР-ының халыҡ артисы (1929)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (08.04.1948 һәм 15.05.1953)
- «Почет Билдәһе» ордены (14.01.1937)
- Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1950) — «Джургай ҡалҡаны» фильмына музыкаһы өсөн (1944)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Record #75890749 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Аракишвили Димитрий Игнатьевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Dimitrij Ignjatovič Arakišvili (Arakčev) // Proleksis enciklopedija, Opća i nacionalna enciklopedija (хорв.) — 2009.
- ↑ https://rus-big-biography-enc.slovaronline.com/5161-Аракишвили,%20Димитрий%20Игнатьевич#:~:text=АРАКИШВИЛИ%2C%20Димитрий%20Игнатьевич.%20(Аракчиев%3B%20род.,сов.%20композитор%2C%20педагог%2C%20дирижер%2C%20музыковед-этнограф
- ↑ https://www.belcanto.ru/arakishvili.html
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Театральная энциклопедия
- 23 февралдә тыуғандар
- 1873 йылда тыуғандар
- Владикавказда тыуғандар
- 13 августа вафат булғандар
- 1953 йылда вафат булғандар
- Тбилисиҙа вафат булғандар
- ГИТИС-ты тамамлаусылар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Проект:Музыка:Последняя правка в 2022 году
- Персоналии по алфавиту
- Музыканты по алфавиту
- СССР Композиторҙар союзы ағзалары
- Сәнғәт ғилеме докторҙары
- Сталин премияһы лауреаттары
- XX быуат музыка педагогтары
- СССР музыка педагогтары
- Алфавит буйынса педагогтар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- XX быуат кинокомпозиторҙары
- СССР кинокомпозиторҙары
- Алфавит буйынса композиторҙар
- Алфавит буйынса музыканттар
- XX быуат композиторҙары
- СССР композиторҙары
- 7 мартта тыуғандар