Арестов Анатолий Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Арестов Анатолий Васильевич
рус. Анатолий Васильевич Арестов
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1954–1991).svg РСФСР
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 17 ғинуар 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Салғыя, Златоуст өйәҙе, Өфө губернаһы, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 18 ғинуар 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (95 йәш)
Вафат булған урыны Лениногорск, Лениногорский район[d], Татарстан Республикаһы, Рәсәй
Һөнәр төрө нефть сығарыу
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Социалистик Хеҙмәт Геройы III дәрәжә Дан ордены

Арестов Анатолий Васильевич (17 ғинуар 1922 йыл — 18 ғинуар 2017 йыл) — совет сәнәғәт етештереү алдынғыһы, СССР Нефть сәнәғәте министрлығы «Татнефть» берекмәһенең «Иркеннефть» нефть-газ табыу идаралығының скважиналарҙы ер аҫтында ремонтлау мастеры, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Images.png Тышҡы һүрәттәр
Image-silk.png А. В. Арестов фотоһы
Image-silk.png Арестовтың 90 йәшлек юбилейы

Анатолий Васильевич Арестов 1922 йылдың 17 ғинуарында РСФСР-ҙың Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе (хәҙерге Башҡортостандың Дыуан районы) Сальевка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Әсәһе Прасковья Федоровнаһәм өлкән ағаһы Василий менән йәшәй, атаһы Граждандар һуғышында хәбәрһеҙ юғала.

1938 йылда, колхоз йәштәре мәктәбендә 7 класты тамамлағас, педагогия техникумына уҡырға инә, унан икенсе курста махсус туплау буйынса Белореттағы аэроклубҡа курсант итеп алына. 1941 йылдың мартында үҙешмәкәр осоусылар курсын тамамлай һәм Свердловскиға хәрби авиация мәктәбенә ебәрелә.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, 1941 йылдың авгусынан пилот-инструктор, өлкән осоусы һәм звено командиры вазифаһында хеҙмәт итә. 1942 йылдан Свердловск хәрби осоусылар мәктәбендә, К. Е. Ворошилов исемендәге Чкалов хәрби авиация летчиктар училищеһында, Көнбайыш фронттың айырым элемтә эскадрильеһында, 46-сы запас авиация полкында (Сыуаш АССР-ы Алатырь ҡалаһы) инструктор була. 1944 йылдың 14 ғинуарынан 1-се Украин фронтында 887-се төнгө бомбардировщиктар полкында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша, 1944 йылдың йәйенән — звено командиры; 384 хәрби осош яһай[1]. Житомир-Бердичев, Корсунь-Шевченко, Проскуров-Черновцы, Львов-Сандомир, Висла-Одер, Түбәнге Силезск һәм Берлин һөжүм операцияларында ҡатнаша. 1946 йылдың ғинуарында демобилизациялана.

Тыуған иленә ҡайтҡас, Бөрө сауҙа мәктәбен тамамлай, райпотребсоюзда эшләй. Һуңынан ғаиләһе менән Татар АССР-ына күсеп китә, унда «Бөгөлмәнефть» быраулау контораһына дизелсы булып урынлаша. 1954 йылдың ноябрендә «Лениногорскнефть» НГДУ-һында нефть һәм газ сығарыу буйынса оператор була, һуңынан — «Иркеннефть» НГДУ-һында. 1964 йылдан — инженер-диспетчер, 1965 йылдан — «Иркеннефть» нефть-газ табыу идаралығының скважиналарҙы ер аҫтында ремонтлау мастеры.

1974 йылда Мәскәү нефть институтының Әлмәт факультетын тамамлап, тау тау инженеры була. 1980 йылға тиклем «Иркеннефттә» скважиналарҙы ер аҫтында ремонтлау мастеры булып эшләй, ә пенсияға сығыр алдынан шунда уҡ хеҙмәтте һаҡлау буйынса өлкән инженер була.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Анатолий Васильевич йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә шөғөлләнә: идаралыҡта йәштәрҙең остазы, Лениногорск ҡала советы депутаты итеп һайлана, КПСС-тың Татарстан Өлкә комитеты, партбюро һәм профком ағзаһы була.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡатын — Сәғмҙә Исмәғил ҡыҙы менән ике ул һәм өс үҫтерәләр, шулай уҡ 9 ейән-ейәнсәр һәм 8 бүлә-бүләсәрҙәре бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
3-сө дәрәжә Дан ордены
Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
Ленин ордены (1971)
миҙалдар
«Лениногорск ҡалаһының почетлы гражданы» (2011).

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Татарстандың Социалистик Хеҙмәт Геройҙары

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]