Аристотель

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Аристотель
Ἀριστοτέλης
Aristoteles Louvre.jpg
Тыуған ваҡыты:

384 йыл б. э. т.(-384)

Тыуған урыны:

Стагир, Халкидики ярымутрауы

Үлгән ваҡыты:

7 март 322 б. э. т.(-322-03-07)

Вафат урыны:

Халкида, Эвбея утрауы

Мәктәп/традиция:

Перипатетики

Йүнәлеш:

Көнбайыш философияһы

Ваҡыт арауығы:

Боронғо философия

Төп мәнфәғәте:

этика, сәйәсәт, метафизика, тормош тураһында фәндәр, логика, иҡтисад

Мөһим идеялары:

катарсис, причина, силлогистика, хрематистика

Йоғонто яһаған шәхестәр:

Платон, Евдокс Книдский

Аристотель (грек. Ἀριστοτέλης) (б. э. тиклемге 384—322 йылдар) — бөйөк боронғо грек фәйләсуфы. Ул Платон талибы, Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең уҡытыусыһы — боронғо замандың бөйөк грек ғалимы, философ, ҡол биләүселек йәмғиәтенең мәшһүр идеологы. Сығышы менән Стагир ҡалаһынан. Бөтә ғүмерен үҙе йәшәгән дәүерҙең ғамилмдарының фекерҙәрен йыйыу һәм төшөнөүгә арнай. Уны бөтә нәмә лә ҡыҙыҡһындыра — хайуандарҙың төҙөлөшө һәм ҡылығы, йыһан төҙөлөшө,шиғриәт, сәйәсәт, күк есемдәренең хәрәкәт законы.

Ф. Энгельс һүҙҙәре менән әйткәндә, арҙаҡлы грек философтары араһында ул — «бөтәһен дә үҙ эсенә алған иң ҙур баш». Аристотель ҡолдар менән ҡол биләүселәр араһында синфи көрәш көсәйгән һәм ҡаты һуғыштар барған заманда йәшәгән. Афинала Платон акдемияһында уҡып белем алған.

Аристотель

Ғалимдың аҫәрҙәрендә ғилем һәм белемдең бөтә өлкәләре — логика, психология, метафизика, физика, ботаника, тарих, сәйәсәт, иҡисад, этика, эстетика мәсьәләләре яҡтыртыла. Уларҙың бөтәһендә лә ҡол биләүселәр йәмғиәтен һаҡлау һәм нығытыу идеологияһы күтәрелә, дәүләттең иҡтисад теорияһы эшләнә.


Аристотель атаҡлы полководец Александр Македонскийҙың остазы була. Хәрби походтарҙа йөрөгәндә лә Македонский Аристотельгә гректарға билдәһеҙ бклған хайуан һәм үҫемлектәр өлгөһөн ебәреп тора.

Аристотель үҙенән һуң бик күп ғилми хеҙмәттәр ҡалдыра. Физика буйынса 8 китабы, "Хайуандар өлөштәре тураһында" 10 китабы күп быуаттар буйынса фәндә абруйлы сифатта йөрөй.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Википедия Был мәҡәлә тамамланмаған. Һеҙ уны мөхәррирләп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Был иҫкәрмәне дөрөҫөрәге менән алмаштырыр кәрәк.