Арктика университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Арктика университеты
Нигеҙләү датаһы 2001
Дәүләт Flag of Finland.svg Финляндия
Административ-территориаль берәмек Рованиеми[d]
Рәсми сайт uarctic.org

Арктика университеты — Арктика төбәгендә юғары белем биреү һәм тикшеренеү эшмәкәрлеге өлкәһендә эшләүсе университеттарҙы, колледждарҙы, ғилми-тикшеренеү институттарын һәм башҡа ойошмаларҙы берҙәм селтәргә туплаусы халыҡ-ара проект. 2001 йылда Арктика Советы ҡарары менән төҙөлә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Арктика университеты Арктика Советы инициативаһы буйынса ойошторола һәм Советтың бөтә ултырыштарында ла даими рәүештә ҡатнаша[1]. Арктика университеты Советының беренсе ултырышы 2001 йылдың июнендә Рованиеми ҡалаһында үтә[2]. Университет ойошторолған мәлдә унда 30 университет була, ә 2011 йылда уға 138 университет, политехник һәм тикшеренеү институттары инә. Университеттың төп маҡсаты булып, башҡалар араһында, белем биреүҙе тәьмин итеү, тикшеренеүселәр, студенттар һәм уҡытыусылар менән алмашыныу, шулай уҡ төньяҡ төбәктәрҙә климат үҙгәреү эҙемтәһе хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт алыу тора. Арктика университетында юғары белем биреү ойошмаларының үҙ-ара бәйләнеше сиктәрендә Арктика медицинаһы буйынса бергәләп тренинг эшләнә, һәм киләсәктә уҡытыу курстарына, мәҫәлән, арктика туризмы һәм хоҡуҡтар буйынса махсус курстар индереләсәк[3]. Лапландия университеты Арктика университеты менән административ идара итеү һәм эшмәкәрлеген координациялау өсөн яуаплы[2].

Финанслау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ойошма ағзалар Арктика Университеты өсөн ресурстар бирәләр. Ҡайһы бер илдәр ҡатнашыусы ойошмалар менән бергә, шул иҫәптән Канада, Норвегия һәм Финляндия, 2011 йылда Канаданың федераль хөкүмәте финанслауҙы 75 процентҡа ҡыҫҡартырға ҡарар итһә лә, университет һәм уның төрлө программалары өсөн аҡса бирә[4]. Шулай уҡ ағза ойошмаларҙан да ҙур булмаған ағзалыҡ взносы йыйыла.

Рәсәйҙәге Арктика Университеты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй территорияһында Арктика Университетының ике офисы эшләй: Архангельскиҙа Тикшеренеү офисы (САФУ- Төньяҡ Арктика федераль университеты базаһында) һәм Якутскиҙа Рәсәй мәғлүмәт үҙәге (СВФУ- Төньяҡ Көнсығыш федераль университет базаһында).

Архангельскиҙағы университеттың тикшеренеү офисы Арктика Университетының Рәсәй һәм сит ил университеттары араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә булышлыҡ итә. Ул Рәсәй юғары уҡыу йорттары базаһында үткәрелгән берлектәге проекттар һәм саралар тураһында, шулай уҡ фән һәм мәғариф өлкәһендә грант ярҙамы мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт урынлаштыра. Бынан тыш, Халыҡ-ара Секретариатҡа ағзалыҡ иғәнәләре йыйыу мәсьәләһендә булышлыҡ итеү офистың функцияһына инә[5].

Якутскиҙағы Рәсәй мәғлүмәт үҙәге Арктика Университеты сайтының урыҫ телендәге версияһына актуаль мәғлүмәт тултырыу өсөн яуаплы, шулай уҡ Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышында һәм Себерҙә урынлашҡан Арктика Университеты ағзалары араһында бәйләнеш тәьмин итә[6]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]