Йәнбәков Арыҫлан Әсғәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Арслан Асгатович Янбеков битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Йәнбәков Арыҫлан Әсғәт улы
Эшмәкәрлек төрө:

актёр, йырсы, режиссёр, телетапшырыуҙар алып барыусы

Тыуған көнө:

3 август 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы
Сибай ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Вафат булған көнө:

21 сентябрь 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (31 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы
Өфө ҡалаһы

Йәнбәков Арыҫлан Әсғәт улы (3 август 1980 йыл21 сентябрь 2011 йыл) — башҡорт актёры, йырсы, режиссер, телетапшырыуҙар алып барыусы.

Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Арыҫлан Әсғәт улы Йәнбәков 1980 йылдың 3 авгусында Башҡорт АССР-ының Сибай ҡалаһында актёрҙар БАССР-ҙың халыҡ артисы Әсғәт Йәнбәков Һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Рәмзиә Ҡудашева ғаиләһендә тыуа.

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эшләй.

2004—2011 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актёры һәм режиссеры була. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Башҡорттар» программаһын алып бара[1].

2011 йылда Борис Щукин исемендәге театр институтын тамамлай.

Шул уҡ йылдың 21 сентябрендә Нуғай ҡасабаһында үҙе төҙөгән йорттан алыҫ булмаған электр бағанаһында аҫылынған көйө табыла.

Сибай ҡалаһы зыяратында ерләнгән.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Актёрлыҡ эше:

  • атай роле («Ҡоралай», реж. Р Фатхиев);
  • А. Иҙелбаевтың «Һуңғы ғәйнә» драмаһында Юлдыҡай («Һуңғы гәйнә», реж. И. Гиляжев);
  • И. Йомағоловтың «Сәсәндәр» драмаһында Айбағыш («Сәсәндәр», реж. А. Йомағолов);
  • Б. Бикбайҙың «Ҡоҙаса» комедияһында Басир (реж. Ә. Абушахманов) һәм башҡалар[2].

Режиссерлыҡ эштәре:

  • «Асығыҙ, милиция!» комедияһы (Н. Ғәйетбаев пьесаһы буйынса);
  • комедия «Ай әттәгенәһе, ирем ҡайтты» (Н. Ғәйетбаев пьесаһы буйынса);
  • «Хыялый» лирик комедияһы (С. Әбүзәров пьесаһы буйынса)
  • комедия «Гипнотизер, йәки ялған Детекторы» (В. Сигарев пьесаһы)[3];
  • драма «Хазина» (С. Әбүзәров пьесаһы буйынса) — тамамламаны.

Йыр репертуары: «Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә», «Гәрәбә», «Гармуным, уйна һин», «Һаҡмар һылыуы», «Ҡоралай» һәм башҡалар[4].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Ирәндек мондары» йыр конкурсы лауреаты (2002)

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Ҡурай» телеканалы уға бағышлап «Хазина» тип аталған cd диск сығарҙы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башкирский режиссёр свел счеты с жизнью, пытаясь изменить академический театр. «Медиакорсеть» (2011-10-05). 28 ғинуар 2015 тикшерелгән.
  2. Ул ҡалдырған моң һүнмәҫ. «Башкортостан» (2012-09-28). 29 ғинуар 2015 тикшерелгән.
  3. Гадальшина К. Загипнотизировали…// «Рампа», 2011. № 2 (208). — с.9.
  4. ҮҘЕ ЛӘ, ИЖАДЫ ЛА ЙӘШ ҺӘМ САҒЫУ ИНЕ. «Культурный мир Башкортостана» (2012-09-28). 29 ғинуар 2015 тикшерелгән.