Сурин Артур Шәйхетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Артур Сурин битенән йүнәлтелде)
Сурин Артур Шәйхетдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 июнь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Бәләкәй Арыҫланғол, Әбеш ауыл Советы (Хәйбулла районы), Хәйбулла районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 1 апрель 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (53 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы, дәүләт хеҙмәткәре
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Сурин Артур Шәйхетдин улы (6 июнь 1958 йыл — 1 апрель 2012 йыл) — мәғариф һәм дәүләт эшмәкәре. 2005—2012 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы мәғәриф министры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1992) һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы (1997), Рәсәй Федерацияһының урта профессиональ белем биреү алдынғыһы 2003), Константин Ушинский һәм Михаил Шолохов исемендәге миҙалдар эйәһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Артур Шәйхетдин улы Сурин 1958 йылдың 6 июнендә Башҡорт АССР-ы Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылында тыуған. Унынсы синыфты Әбештә тамамлағас, ул Йылайыр ауыл хужалығы техникумына агрономлыҡҡа уҡырға инә, игенсе һәм баҡса үҫтереүсе булырға теләй. 1980 йылда ауыл хужалығы техникумын ҡыҙыл дипломға тамамлай.

Уҡыған саҡта ул саңғысылар йыйылма командаһына инә, Хәйбулла, Баймаҡ райондарында күп саңғы ярыштарында ҡатнаша, призлы урындар ала. Уларҙың командаһы республика уҙыштарында ла һынатмай һәм беренсе урын яулай.

Спорт уның йәшәү рәүеше була. Яҡшы йөҙә, мылтыҡтан бик төҙ ата, саңғыла йүгерһә, алдына кеше сығармай, турникта уға еткәндәр булмай. Һабантуйҙарҙа көрәшеп, еңеүсе була. Бындай тәүәккәллек, көрәшсе ҡомары уға атаһынан да күскән — ул Әбеш ауыл Советы һабантуйҙарында туғыҙ йыл рәттән беренселекте бирмәгән көрәшсе була.

1976-78 йылдарҙа Совет Армияһында ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Яҡшы һалдат булғаны өсөн командирҙар уны ике мәртәбә ун бишәр көнгә ялға ҡайтара.

1980-86 йылдарҙа ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының биология факультетында уҡый.

Хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хеҙмәт юлы Хәйбулла районы Әбеш урта мәктәбенән башлана. 1980 йылдың мартынан 1981 йылдың биологии һәм химия уҡытыусыһы булып эшләй.

1981 йылдың авгусынан 1990 йылға тиклем А. Ш. Сурин Өфөләге 2-се педучилищелә уҡыта (1992 йылдан 2-се педагогия колледжы итеп үҙгәртелә). Башта биологии һәм химия уҡытыусыһы һәм тәрбиәсе булып эшләй.

1990 йылда тәрбиәүи эштәр буйынса директора урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

1992 йылдан уҡытыу эше буйынса директор урынбаҫары эшен алып бара.

2001 йылдан колледж директоры вазифаһын йөкмәтәләр.

Артур Шәйхетдин улы етәкселегендә 1992 йылдан 2-се педагогия колледжында бер йыллыҡ әҙерлек курсы эшләй башлай. Бында ауыл мәктәптәренән килгән уҡыусылар Башҡорт дәүләт университетының музыкаль-педагогика факультында уҡыуҙарын дауам итеү өсөн әҙерлек үтә.

2005 йылдың июленән 2012 йылдың мартына тиклем Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министры урынбаҫары вазифаһын биләй.

Ете йылдан ашыу Артур Шәйхетдин улы ең һыҙғанып, йәне-тәне менән бирелеп, республика өсөн оло эштәр менән янып йәшәй.

Башҡорт мәктәптәрендә, интернат-гимназияларҙа туған телде уҡытыуҙы, улар өсөн дәреслектәр сығарыуҙы яйға һала. Һәр уҡыусыға бушлай дәреслек таратыу эше нығытыла.

Ул мәктәптә тәрбиә, синыфтан тыш түңәрәктәр, өҫтәмә белем биреү системаһын яҡшыртыуға ныҡ иғтибар бүлә.

Балаларҙы тәрбиәләү буйынса эшләгән уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә түләү, уларҙы бүләкләү булдырыла.

Күрше республикаларға, өлкәләргә йыш бара, унда йәшәгән башҡорттарҙың балалары туған телен өйрәнә аламы, ниндәй ҡыйынлыҡтар бар, ниндәй я­ҙам кәрәк — барыһын белешеп ҡайта.

Аҙаҡ инде Хөкүмәткә хәбәр итеп, сит өлкәләге милләттәштәребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙа.

Артур Сурин мәктәптәрҙәге тәрбиә эштәре өсөн яуаплы министр урынбаҫары була. Шуға күрә уҡыусыларҙы туризм, экологик әүҙемлек, һөнәрмәнлек һәм оҫталыҡ дәрестәре буйынса өйрәтеүҙе алға ҡуя.

Башҡортостан Республикаһында балаларҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен яҡшы белеүе, янғынға ҡаршы һаҡланыу сараларын өйрәнеүе буйынса ҙур кәңәшмәләр, конкурстар үткәрә.

Бигерәк тә балаларҙың сәләмәтлеге һәм дөрөҫ ял итеүе спорт менән бәйле икәнен һәр ваҡыт әйтеп йөрөй. Республикала 119 төрлө спорт мәктәптәренең эше уның күҙәтеүендә, яуаплылығында була.

Йәш спортсыларҙы уйын залдары, саңғы, тимераяҡ, туп һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүгә күп көс һала, алдан хәстәрләй. Ул йыш ҡына милли көрәш, саңғы, волейбол, хоккей, гимнастика ярыштарының нисек үтеүен ҡарарға бара.

«Сәләмәт бала — ул еңеүсе бала», — тип, һәр береһенең ҡулын ҡыҫып, приздар тапшыра, рәхмәт әйтә. Уҡыусыларҙың спорт командалары үҙ-ара даими осрашыуҙар, бәйгеләр, спартакиадалар үткәреүен күҙәтеп бара.

Артур Шәйхетдин улы Сурин оҙайлы ауырыуҙан һуң 2012 йылдың 1 апрелендә Өфөлә вафат була. Тыуған ауылында ерләнә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Халыҡ мәғарифы Министрлығының Почёт грамотаһы (1987),
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1992) ,
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1997),
  • Рәсәй Федерацияһының урта профессиональ белем биреү алдынғыһы 2003) ,
  • Константин Ушинский, Михаил Шолохов исемендәге миҙалдар эйәһе.

Ғәиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дүрт бала үҫтерәләр.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]