Әхмәтханов Артур Фәрүәз улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Артур Фәрүәз улы Әхмәтханов битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әхмәтханов Артур Фәрүәз улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 15 ноябрь 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Салауат районы, Торналы ауылы
Вафат булған көнө 14 май 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (56 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Өфө
Һөнәр төрө юрист
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден «За заслуги перед Отечеством» IV степени II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Әхмәтханов Артур Фәрүәз улы (15 ноябрь 1962 йыл — 14 май 2019 йыл[1]) — дәүләт эшмәкәре һәм эске хеҙмәт ветераны. 2018 йылдың 22 октябренән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең вице-премьеры[2]. Полиция генерал-лейтенанты. IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены һәм II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Артур Фәрүәз улы Әхмәтханов 1962 йылдың 15 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Салауат районының Торналы ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген урындағы Торналы совхозында балта оҫтаһы булып башлай.

1981—1983 йылдарҙа саҡырыу буйынса СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәттә була.

1985 йылда эске эштәр органдарына хеҙмәткә ҡабул ителә һәм Өфө ҡалаһының район эске эштәр бүлегенең береһендә уголовный розыск оперуполномоченныйы итеп тәғәйенләнә. 1991 йылда Өфө районы эске эштәр бүлегенең криминал хеҙмәтен, 1994 йылдан — Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы эске эштәр идаралығын етәкләй.

Төп хеҙмәтенән айырылмай, 1993 йылда «юрист-хоҡуҡ белгесе» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын, һуңыраҡ Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Идара итеү академияһын уңышлы тамамлай[2].

1999 йылдың декабрендә Артур Әхмәтханов Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнә һәм был вазифаны 2005 йылға тиклем башҡара.

Артабан, 2005—2008 йылдарҙа Башҡортостандың эске эштәр министры урынбаҫары — йәмәғәт именлеге милицияһы хеҙмәте начальнигы булып эшләй.

2008 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Төньяҡ Осетия — Алания Республикаһының эске эштәр министры итеп тәғәйенләнә һәм был яуаплы вазифала 2015 йылдың 11 декабренә тиклем эшләй[3].

2016—2018 йылдарҙа полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов — Волга буйы округының Милли гвардия ғәскәрҙәре командующийының ведомствонан тыш һаҡлауҙы һәм лицензия-рөхсәт эшен ойоштороу буйынса урынбаҫары[2].

2018 йылдың 22 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Артур Әхмәтхановты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең вице-премьеры итеп тәғәйенләне[4][2].

2019 йылдың 14 майында Артур Әхмәтханов ҡапыл вафат булды[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһы Башлығы Торналы мәктәбенә Артур Әхмәтхәнов исемен биреү һәм уҡыу йорто бинаһына мемориал таҡтаташ ҡуйыу тураһындағы документҡа ҡул ҡуйҙы[6].
  • Өфөнөң Киров районында Артур Әхмәтханов урамы буласаҡ. Ҡала Советының 2019 йылдың 10 сентябрендә уҙған 44-се ултырышында депутаттар ошондай ҡарар ҡабул итте[7].
  • Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың 2019 йылдың 20 июнендәге указы менән Артур Әхмәтхановтың иҫтәлеген мәңгеләштереү саралары билдәләнгән: 1) милли көрәш буйынса йыл һайын Бөтә Рәсәй турнирын үткәреү; 2) Салауат районы үҙәге Малаяҙ ауылында Артур Әхмәтхановҡа бюст ҡуйыу; 3) Торналы ауыл мәктәбенә Артур Әхмәтханов исемен биреп, унда мемориаль таҡтаташ асыу; 4) Өфө урта дөйөм белем биреү учреждениеларының кадет кластары араһында башланғыс хәрби әҙерлек буйынса йыл һайын Артур Әхмәтханов исемендәге конкурс үткәреү; 5) Республика Хәрби Дан музейында Рәсәй Федерацияһының Милли гвардия ғәскәрҙәренә арналған экспозиция һәм Артур Әхмәтханов хаҡында стенд булдырыу; Шулай уҡ Өфө ҡала Советына баш ҡала урамдарының береһенә Артур Әхмәтханов исемен биреү тәҡдим ителә[8].
  • 2019 йылдың 15 июнендә Өфө ҡалаһы мэры кубогына үткәрелгән көрәш турниры Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә арналды[9].
  • Станислав Шахов. Чем запомнился Башкирии Артур Ахметханов. ИА «Башинформ», 15 мая 2019 года

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ушел из жизни вице-премьер правительства Башкирии Артур Ахметханов
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Вице-премьером, курирующим силовиков в Башкирии, стал Артур Ахметханов. Информационное агентство «Башинформ», 22 октября 2018 года (рус.) (Тикшерелгән 23 октябрь 2018)
  3. Указ Президента Российской Федерации от 11.12.2015 № 616 «Об освобождении от должности и назначении на должность в некоторых федеральных государственных органах»
  4. Башҡортостан хөкүмәтенең һигеҙ вице-премьеры отставкаға китте. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 22 октябрь 2018 йыл (Тикшерелгән 23 октябрь 2018)
  5. Республика Хөкүмәте вице-премьеры Артур Әхмәтханов арабыҙҙан китте. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 14 май (Тикшерелгән 14 май 2019)
  6. Алһыу Ишемғолова. Артур Әхмәтханов исемендәге мәктәп барлыҡҡа килде. «Йәшлек» гәзите сайты, 25 сентябрь 2019 йыл (Тикшерелгән 26 сентябрь 2019)
  7. В Уфе появится улица Артура Ахметханова. Совет городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Официальный сайт. (рус.) (Тикшерелгән 10 сентябрь 2019)
  8. В Башкирии увековечат память генерал-лейтенанта полиции Артура Ахметханова. ИА «Башинформ», 2019, 20 июня (рус.) (Тикшерелгән 22 июнь 2019)
  9. Турнир по корэш за Кубок мэра Уфы посвятили памяти Артура Ахметханова. ИА «Башинформ», 2019, 15 июня (рус.) (Тикшерелгән 15 июнь 2019)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]