Артюхов Александр Викторович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Артюхов Александр Викторович
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 20 июль 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (53 йәш)
Тыуған урыны Уральск, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө иҡтисадсы
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Ойошма ағзаһы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почёт ордены IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены

Артюхов Александр Викторович (20 июль 1970 йыл) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2015 йылдан «Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы» акционер берекмәһенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 3-сө, 4-се һәм 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2009). Почёт ордены кавалеры (2013).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Александр Викторович Артюхо́в 1970 йылдың 20 июлендә Ҡаҙаҡ ССР-ының Уральск ҡалаһында тыуған.

1988—1990 йылдарҙа — Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1996 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетын «машиналар эшләүҙә иҡтисад, ойоштороу һәм механизация» һөнәре буйынса, 1998 йылда — Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын «финанс менеджменты» һөнәре буйынса тамамлай.

Һөнәри эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1993 йылдан 2005 йылға тиклем — «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционер йәмғиәте генераль директорының иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары — финанс бүлеге начальнигы.

2005—2006 йылдар — Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең башҡарыусы директоры;

2006—2011 йылдар — Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең генераль директоры;

2011—2015 йылдар — Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең идара итеүсе директоры;

Берекмә етәксеһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Александр Артюхов етәкселек иткән «УМПО» Асыҡ акционер йәмғиәте — «Берләштерелгән двигателдәр төҙөү корпорацияһы» акционер берекмәһе структураһына ингән иң уңышлы эшләүсе предприятиеларҙың береһе. 2010 йылдан башлап һуңғы биш йыл эсендә берекмәнең тауар продукцияһын етештереү күләмдәре икеләтә арта. 2014 йылда етештереү күләме, 2013 йыл менән сағыштырғанда, 7,1 млрд һумға артып, 42 млрд. 870 млн һум тәшкил итә (НДС-һыҙ), 2013 йылға ҡарата тауар продукцияһын сығарыуҙың үҫеш темпы — 110,6 %. Компания һигеҙ йыл рәттән корпорация предприятиелары араһында һатыуҙан алынған аҡса күләме буйынса 1-се урында бара. 2014 йылда был күрһәткес 48 млрд. 974 млн һум тәшкил итә. Етештереүҙең дөйөм күләмендә Дәүләт оборона заказының өлөшө 2013 йылдағы 36,2 проценттан 2014 йыл йомғаҡтары буйынса 42,5 процентҡа барып етә.

Ғаиләһе: өс ҡыҙы һәм улы бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2009).
  • Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Рәхмәт хаты (2010).
  • Почёт ордены (2013).
  • Рәсәйҙең ФСВТС-һының Отличие билдәһе (2015).
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (2016).
  • «Хәрби хеҙмәттәге уңыштары өсөн» ордены (2017).
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (2018).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]