Артюшкова Ольга Викторовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Артюшкова Ольга Викторовна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 сентябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Черкассы, Киев өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө геолог
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә фән докторы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Артюшкова Ольга Викторовна (20 сентябрь 1948 йыл) — геолог. Геология-минералогия фәндәре докторы (2010).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ольга Викторовна Артюшкова 1948 йылдың 20 сентябрендә Черкассы ҡалаһында тыуған. И. В. Артюшковтың апаһы. 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Бөрө районының Осиновка урта мәктәбендә уҡыта. 1973 йылдан алып Геология институтында эшләй: өлкән лаборант, 1993 йылдан башлап — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2001 йылдан — лаборатория мөдире[1].

Фәнни эшмәкәрлеге девон биостратиграфияһына арналған. Артюшкова О. В. Көньяҡ Уралдың көнсығыш битләүе девонының вулканоген-ултырма ҡатламдарын тикшерә: конодонт фаунаһын өйрәнеү нигеҙендә уларҙың стратиграфик эҙмә-эҙлелеге раҫлана, ентекле стратиграфия схемаһы эшләнә; ярлыҡап, боғаҙаҡ, бейәғаҙы, аҡтау свиталары айырып күрһәтелә; мәғдән һыйҙырышлы Баймаҡ-Бүребай свитаһы, Ҡарамалыташ свитаһы күләме һәм сиктәре аныҡлана[1][2]. Лаборатория составында: мөдире - геолого-минералогия фәндәр докторы О.В. Артюшкова (палеозой стратиграфияһы, девон конодонты, шул иҫәптән, эҙҙәрҙә), өлкән ғилми хеҙмәткәр геолого-минералогия фәндәр кандидаты Р.Р. Яҡупов (ордовик һәм силур стратиграфияһы, хитинозойҙар), өлкән ғилми хеҙмәткәр геолого-минералогия фәндәр кандидаты А.М. Фазлыәхмәтов (литогеохимия), ғилми хеҙмәткәр Т.М.Мавринская (ордовик һәм силур һәм түбәнге девон стратиграфияһы), кесе ғилми хеҙмәткәр Р.с.Тағариева (үрге девон конодонттары), кесе ғилми хеҙмәткәр Р.И.Зәйнуллин (түбәнге девон ултырамларының литогеохимияһы)[2].

50-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[1].

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Палеонтологическое обоснование стратиграфического расчленения дофаменских вулканогенных комплексов Верхнеуральского и Магнитогорского районов. Уфа, 1998 (авторҙаш);
  • Стратиграфия и корреляция девонских отложений Сибай-Баймакского района Башкирии. Уфа, 2002 (авторҙаш);
  • Стратиграфия и корреляция девонских отложений Магнитогорской мегазоны Южного Урала. Уфа, 2010 (авторҙаш).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]