Артюшков Евгений Викторович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Артюшков Евгений Викторович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 26 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (86 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө физик
Эш урыны Рәсәй Фәндәр академияһының О. Ю. Шмидт исемендәге Ер физикаһы институты[d]
Уҡыу йорто МДУ-ның физика факультеты[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]

Артюшков Евгений Викторович (26 декабрь 1937 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, геолог, геофизик, О. Ю. Шмидт исемендәге премия лауреаты (1984).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Евгений Викторович Артюшков 1937 йылдың 26 декабрендә Мәскәүҙә инженер Виктор Георгиевич Артюшков ғаиләһендә тыуған. Е. В. Артюшковтың олатаһы, Георгий Петрович Артюшков, 1897 йылда Петербург технология институтын тамамлай, Реутов мануфактураһының, Дедовск кизе-мамыҡ мануфактураһының (1913—1918), Яхрома иләү фабрикаһының (1927)[1] директоры, Мәскәү туҡыу сәнәғәте предприятиеларында иләү фабрикаларының техник етәксеһе һәм инженеры була[2].

1961 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика факультетын тамамлай, унан һуң И. В. Курчатов исемендәге атом энергияһы институтында эшләй.

1967 йылда плазма физикаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1969 йылда ҡаты Ер физикаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм СССР Фәндәр академияһының Ю. Шмидт исемендәге Ер физикаһы институтына эшкә күсә, хәҙерге ваҡытта — Рәсәй Фәндәр академияһының О. Ю. Шмидт исемендәге Ер физикаһы институты баш ғилми хеҙмәткәре.

1991 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.

2016 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы академигы итеп һайлана.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Геофизика, геология һәм геодинамика өлкәһендәге иң ҙур ғалим.

Геологик һәм геофизик мәғлүмәттәрҙе синтезлау нигеҙендә ер ҡабығының тектоник хәрәкәттәренең бер нисә мөһим законлыҡтарын һәм физик механизмын асыҡлай.

Мантияла конвекцияның яңы төрөн — «химик конвекция» тәҡдим итә. Был Ер өҫтөндә түбәнге мантияға ҡарата тотороҡло эҫе нөктәләрҙең оҙаҡ тороуын аңлатырға мөмкинлек бирә.

170-тән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.

Ижтимағи эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Литосфера буйынса Союз ара комиссияны ойоштороусыларҙың береһе һәм уның бюроһы ағзаһы
  • Халыҡ-ара геодинамик проект бюроһы ағзаһы
  • Литосфера программаһы буйынса Милли комитет рәйесе урынбаҫары
  • Бер нисә халыҡ-ара симпозиумдар конвинеры

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй федерацияһының Дәүләт премияһы (1997) — «Физическая тектоника» монографияһы өсөн.
  • О. Ю. Шмидт исемендәге премия (1984) — «Геодинамика» монографияһы өсөн.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Артюшков Евгений Викторович РФА рәсми сайтында
  • Артюшков Евгений Викторович (Институт физики Земли РАН имени О. Ю. Шмидта) (неопр.). old.ifz.ru. Дата обращения 5 мая 2017.
  • Артюшков Евгений Викторович (неопр.) (pdf). gcras.ru. Дата обращения 5 мая 2017.