Арутюнян Геворг Сагателович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Эссэлэмэгэлэйкум уэ рэхмэтуллаhу уэ бэрэкэтуhy Кэзерле мухэрирзэр Арутюнян Геворг Сагателович (шулай уҡ Жора Арутюнян) (7 сентябрь 1928(19280907) — 10 ғинуар 2002) совет һәм әрмән драматургы, яҙыусы, театр эшмәкәре һәм сценарист. Әрмән ССР-ының. дәүләт премияһы (1979), Әрмәнстан яҙыусылар Союзының Габриэль Сундукян исемендәге премияһы һәм «Артавазд» премияһы лауреаты. Әрмән ССР-ының. атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1975).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башланғыс осор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Геворг Арутюнян Әрмән ССР-ында 1928 йылдың 7 сентябрендә тыуған. Башланғыс белем алғандан һуң Ереван медицина колледжына уҡырға инә. 1946 йылда колледжды уңышлы тамамлай. 1950 йылдан 1965 йылға тиклем төрлө медицина учреждениеларында эшләй, бер үк ваҡытта Ереван медицина институтында уҡый, уны 1962 йылда тамамлай. 1964 йылда СССР Әҙәбиәт фондының әрмән филиалы поликлиникаһының баш табибы була. Бер йылдан һуң ул медицина эшен бөтөнләй ташлай[1].

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1965 йылда Геворг Арутюнян СССР Әҙәбиәт Фондының әрмән филиалы директоры вазифаһына тәғәйенләнә, әлеге вазифаны ул 1995 йылға тиклем биләй. Арутюнян күп кенә комедиялар һәм пьесалар авторы булып тора, уларҙың бер өлөшө Әрмәнстанда ла, сит илдәрҙә лә ҡуйыла. Яҙыусының ижад емештәре бик күп төрлө телдәргә тәржемә ителгән. Әҙәбиәт өлкәһендәге ҡаҙаныштарын таныу билдәһе итеп, Әрмәнстан яҙыусылар Союзы комитеты составына ҡабул ителә. Бынан тыш, Геворг Арутюнян күп кенә билдәле пьесалар авторы, шулай уҡ бер нисә совет фильмы сценарисы була. Рәхмәт йөҙөнән Әрмәнстан Республикаһының «Габриэль Сундукян» исемендәге дәүләт премияһы һәм "Артавазд"театр премияһы менән бүләкләнә. Геворг Арутюнянға бер нисә баҫма һәм тикшеренеүҙәр арналған. Шуларҙың береһе-драматург Жирайр Ананяндың «Геворг Арутюнян» (Ереван, 1981) эше. Үҙе иҫән сағындағы тикшеренеү — «Юмор рыцаре» (Ереван, 1999) хеҙмәте, уны академик Севак Арзуманян яҙған[1][2].

Геворг Арутюнян2002 йылдың 10 ғинуарында вафат була.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Драматург үлгәндән һуң бер йыл үткәс, 2003 йылда, уның тыуыуына 75 йыл тулыу уңайынан Арутюняндың бығаса баҫылмаған әҫәрҙәре йыйынтығы баҫылып сыға. 2005 йылда уның ҡыҙы Гаянэ Арутюнян тырышлығы менән «Килде, ғәжәпләндерҙе, китте» тигән антологияһы донъя күрә, унда уның тураһында билдәле замандаштарының хәтирәләре тупланған. 2006 йылда әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә фән кандидаты Вачаган Григоряндың "Геворг Арутюнян драматургияһы " тигән хеҙмәте баҫылып сыға Ахырҙа 2008 йылда Геворг Арутюняндың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан, А. Паронян исемендәге музыкаль комедия театрында халыҡ артисы Ерванд Казанчян уның һуңғы пьесаһы «Шмо әфәнде һәм дуҫтары» буйынса спектакль ҡуя[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡабүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (22.08.1986)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (8.09.1978) — совет әҙәбиәте өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн һәм тыуған көнөнә 50 йыл тулыу айҡанлы[3]
  • Әрмән ССР-ының дәүләт премияһы
  • Әрмәнстан яҙыусылар союзының Габриэль Сундукян исемендәге премияһы
  • «Артавазд» театраль премияһы

Фильмдарға сценарийҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1955 — Алтын башмаҡ (ҡыҫҡа метражлы)
  • 1964 — 4-се һанлы ирен помадаһы
  • 1969 — Даланһыҙ Фанос (ҡыҫҡа метражлы)
  • 1975 — Төньяҡ кәләше
  • 1980 — Ҙур табыш
  • 1984 — Янғын
  • 1987 — Юл сатындағы дарыухана

Пьесалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 199-сы ауырыу
  • Сәскәләр донъяһында
  • Йөрәк ауырыуы
  • Казар һуғышҡа бара
  • Бәхетле кешеләр
  • Юл саты
  • Һинең һуңғы һыйыныу урының
  • Ҡояшлы июнь ине
  • Беҙҙең йәштә

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Жора Арутюнян. persons.am. Дата обращения: 18 ноябрь 2012. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года.
  2. Арам Григорян. ДРУЖБА С ЖОРОЙ БЫЛА ВЕЧНОЙ РАДОСТЬЮ. Голос Армении (4 сентябрь 2008). Дата обращения: 18 ноябрь 2012. Архивировано 9 ғинуар 2013 года.(недоступная ссылка)
  3. Армянская советская энциклопедия, том 6. Дата обращения: 4 февраль 2016. Архивировано 5 февраль 2016 года.