Галенц Арутюн Тиратурович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Арутюн Галенц битенән йүнәлтелде)

Галенц Арутюн Тиратурович (әрм. Հարություն Կալենց; 27 март 1910 йыл7 март 1967 йыл) — әрмән совет графигы һәм рәссамы. Әрмән ССР-ының атҡаҙанған рәссамы һәм Дәүләт премияһы (үлгәндән һуң, 1967) лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арутюн Хармандаян (Галенц) Ғосман империяһының  Кюрюн ҡалаһында  сығышы менән Ани ҡалаһынан булған дворян ғаиләһендә тыуған. 1915 йылғы әрмән геноциды ваҡытында Галенц Арутюн етем ҡала һәм ауыр юл үтеп,  Алеппоға барып етә, ундағы приютта  һүрәт төшөрөүгә әүәҫләнеп китә. Һынлы сәнғәт буйынса белемде шәхси  оҫтаханаларҙа, атап әйткәндә, француз рәссамы Клод Мишельела ала.1930—1946 йылдарҙа Бейрутта йәшәй, унда һынлы сәнғәт студияһын ойоштора, Ливан рәссамдары берләшмәһенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе була. 1946 йылдың июнендә Галенц Арутюн ғаиләһе: ҡатыны Арминэ  һәм өлкән улы менән Совет Әрмәнстанына  күсеп сыға. 1949 йылда  формаллектә һәм  космополитизмда ғәйепләнеп, өс йылға  рәссамдар берләшмәһенән сығарыла. Мәскәү һәм Ереван ҡалаларында шәхси күргәҙмәләре ҡуйыла. .

Актриса Хмараның портреты,  Әрмәнстандың Милли картиналар галереяһы, Ереван. Әрмәнстан маркаһы 2011 йыл.  Арутюн Тиратурович Галенецтың 100 йыллығына арнала.

1962 йылдың июлендә  "Совет сәнғәте" журналында  Илья Эренбургтың  Галенц тураһындағы мәҡәләһе баҫыла. Александр Гитович Галенцҡа шиғырҙар бағышлай.

Галенц - Андраник Царукяндың  "Бала сағы булмаған кешеләр" (руссанан  Булат Окуджава тәржемәһе, 1964) китабы геройҙарының береһе.[1] "1915 йылды ауырлыҡтарын үткәргән, тыуған ерҙән алыҫта тормошҡа аяҡ баҫҡан, бала саҡ шатлыҡтарын татымаған Галенц тотош быуындың ғазаптарын үҙенә һыйҙыра ...",- тип яҙа Мартирос Сарьян.[2]

Ереванда, Галенц урамы, 18 йортта  уның музейы асыла.

Төп әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • "Автопортрет" (1958)
  • "Натюрморт, сәскә" (1962)
  • "Уйға батҡан ҡыҙ" (1961)
  • "Ереван ботаника баҡсаһында көҙ" (1965)
  • "Академик Артем Алиханян портреты" (1960)
  • "Ихата мөйөшө" (1966)
  • "М. Плисецкая портреты".

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Әрмән ССР-ының атҡаҙанған рәссамы
  • Әрмән ССР-ның Дәүләт премияһы  (үлгәндән һуң, 1967)

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Нерсисян Алиса Григорьевна, Рәссам Каленц Арутюн: тормошо, ижады /. Әрмәнстан Республикаһы Милли академияһы Сәнғәт институты, Ереван, 2012
  • Мкртчян Левое Мкртичевич, Арутюн Галенц. Мин беләм ниндәй ул Ерев ан : Наири, 2000
  • Иҫ Киткес Галенц: Мәҡәләләр. Хәтирәләр. Ереван : Айастан, 1969

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Арутюн Галенц глазами Левона Мкртчяна
  2. Удивительный Галенц: Статьи. Воспоминания. Ереван : Айастан, 1969, c. 3

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]