Архангел баҡыр иретеү заводы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Архангел баҡыр иретеү заводы
Нигеҙләнгән йыл

1753

Ябылған йыл

1891

Нигеҙләүселәр

И.Б. Твердышев менән И.С. Мясников

Урынлашыуы

Рәсәй флагы Архангел районы Башҡортостан

Тармаҡ

төҫлө металлургия

Продукция

баҡыр


Архангел баҡыр иретеү заводы — 1735—1891 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостандың Архангел районы, Архангел ауылы территорияһында эшләгән баҡыр иретеү заводы.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Завод Аҫҡын (Инйәр йылғаһы ҡушылдығы, Эҫем йылғаһы бассейны) йылғаһында, Өфөлә[1] ҡалаһынан 75 саҡрым көньяк-көнсығышта, Архангел ауылының көнсығыш ситендә урынлаша.

Завод тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нигеҙләнеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Заводҡа Яков Борисович Твердышев (1710—1783) һәм Иван Семенович Мясников (1710—1780) Аҫҡын йылғаһында, Нуғай даруғаһы Күрпәс-Табын улусының Шаки ауылы башҡорттарынан 200 һумға (356 квадрат саҡрым һәм 44 дисәтинә) һатып алған ерҙәрҙә нигеҙ һала. Ырымбур губерна канцелярияһының 1752 йылдың 1 сентябрендәге Указы буйынса заводты И. С. Мясниковҡа төҙөргә Берг-коллегияның 1753 йылдың 1 мартындағы билдәләмәһе буйынса рөхсәт ителә. 1753 йылдың 2 декабрендә беренсе иретмә үтә.

Тәүге йылдарҙа 4 баҡыр иретеү мейесе, шплейзофен, гармахер, штыклы һәм йылытыу усаҡтары, 2 сүкеү сүкеше төҙөлә. Мәғдән 300 саҡрымдағы Ҡарғалы ятҡылығынан (Урал , Шиферный, Березнов һәм Никонов рудниктары) ылау менән ташыла. Мәғдәнжә баҡыр 5 процент самаһы була. Йыл һайын уртаса 4,5 мең ботҡаса баҡыр сығарыла. Уның ботоноң үҙҡиммәте заводта 3,75 — 4,90 сиктәрендә була. Эштәрҙе эске губерналарҙан күсереп килтерелгән крәҫтиәндәр башҡара.

XVIII быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1774 йылдың июнендә, Пугачев ихтилалы ваҡытында, завод Еҙем ауылы менән бергә яндырыла, уның ағас өлөшө яна, әммә мейесе һаҡлана. Завод 1776 йылда ғына тергеҙелә.

1780 йылдарҙа эштәр тулы ҡеүәтенә бара, 1791—1794 йылдарҙа етештереүсәнлеге элекке күрһәткесте ике тапҡырға уҙып, мейестәрҙең дәүмәлен арттырыу иҫәбенә йылына 9,2 мең ботҡа етә. Был ваҡытта заводта шплейзофен, 2 горн һәм 2 өрҙөрөп йылытусы мейестәр була. Тәүлегенә бер мейестә 180—200 бот мәғдән иретелә.

XIX быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуат башында шахта мейестәренең бейеклеген 14 футҡа кәметәләо, мәғдән иретеү күләме тәүлегенә 190—195 ботҡаса кәмей, әммә йыллыҡ иретеү күләме 9,1 — 10 бот кимәлендә һаҡлана, әммә мәғдәндән металдар алыу 3,5 процентҡаса кәмей.

XXI быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылда Федоровка ауылы урынында 1753 йылда МТЗ инициалдары менән сығарылған 7,5 килограмлыҡ баҡыр итермәһе табыла.

Әлеге ваҡытта заводтың оҙонлоғо — 150—200, киңлеге 20-25 булған быуаһы ғына һаҡланған. Элекке, XIX быуатта электр эшләп сығарған минигидростанцияның ҙур булмаған кирбес бинаһы ла бар[2].

Завод хужалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Заводтың төрлө йылдарҙағы хужалары:

  • Твердышев менән Мясников (1753—1783);
  • Мясниковтың ҡыҙы Е. И. Козицкая (1783—1824);
  • ейәнсәре графиня Александра Григорьевна Лаваль (1824—1851/1843);
  • граф И. С. Лавалдең ҡыҙы Александра Ивановна Коссаковская (1851/1843-1886);
  • ире граф Станислав С. Коссаковский (1886—1889);
  • ҡаҙна (1889—1891).

Заводтағы эшселәр иҫәбе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1762 йылда заводта 130 йорттағы крәҫтиәндәр эшләй, 1772 йылда — 452 , XVIII быуат аҙағында — 787 кеше, 1859 йылда — 1465 кеше.

Баҡыр етештереүсәнлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1859 йылда 13591 бот баҡыр иретелә, ә 1860 йылда — 11421 бот, 1861 йылда — 10 540 бот, 1880 йылда — 4 100, 1885 йылда — 4800, 1890 йылда — 1 300 бот[3].

  1. Металлургические заводы Урала XVII-XX вв. Энциклопедия / глав. ред. В.В.Алексеев. — Екатеринбург: Академкнига, 2001. — С. 37-38. — 538 с. — ISBN 5-93472-057-0.
  2. Ямщикова Я.Нужно ли изучать разрушенные памятники старой России//Посреди России , 31.10.2014
  3. Кулбахтин Н. М., Кулбахтин С. Н., Мударисов Р. З., Кулбахтина А. З. Этапы модернизации медеплавильной промышленности Южного Урала // Вестник Башкирского университета. — 2015. — Т. 20. — № 4. — С. 1417-1425.