Эстәлеккә күсергә

Арый

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Арый (Дыуан районы) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Ариево
башҡ. Арый
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дыуан районы

Ауыл биләмәһе

Арый ауыл Советы

Координаталар

55°36′42″ с. ш. 58°12′32″ в. д.HGЯO

Халҡы

385[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452539

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 223 804 001

ОКТМО коды

80 623 404 101

ГКГН номеры

0520734

Ариево (Рәсәй)
Ариево
Ариево
Арый (Башҡортостан Республикаһы)
Ариево

Арый (рус. Ариево) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Арый ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 385 кеше[2]. Почта индексы — 452539, ОКА

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 18 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 93 км

Арый ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Әнйәк йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан төньяҡҡа 18 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл стацияһынан төньяҡ-көнбайышҡа 93 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Арый ауылына XVIII быуатта Себер даруғаһы Һарт улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.

Ауыл атамаһы уға нигеҙ һалыусы кеше исеменә бәйле. Сығанаҡтарҙа Арый исеме күренмәй. 1816 йылғы VII рәүиз материалдарында билдәләнгәнсә, Арыйҙың ике улы булған. Олоһо — Әмин Ариев 1776 йылғы, уның улы — Сафиулла. Арыйҙың кесе улы — Ниғмәтулла Ариев 1779 йылғы, уның ике балаһы: Мөлхиә һәм Алмашәкәр, һәм уларҙың 1894 йылда әле иҫән булыуҙары тураһында мәғлүмәттәр бар.

1795 йылда Арый ауылындағы 13 йортта 76 кеше, 1816 йылда 14 йортта — 114 кеше, 1834 йылда 30 йортта — 188 кеше йәшәгән.

Ауылда йәшәүселәр арыш, һоло, арпа һәм бойҙай сәскән. Иген үҫтереү бик файҙалы булған. Ашлыҡты аттар менән көнсығыш төбәктәргә алып барып һатыр булғандар. Көнбайышҡа иһә Әй йылғаһындағы Мәтәле пристаненән һыу юлы менән оҙатҡандар. Картуф ултыртыу ҙа күптәрҙең хәлен еңеләйткән.

Арыйҙа 1 һуҡҡыс һәм елгәрткес, тирмән булған. Халыҡ күпләп мал да тотҡан.

Биләмә берәмектәренә инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Теркәү йылыУлус, ауыл советыӨйәҙ, кантон, районГуберна, РеспубликаДәүләт
1784Һарт улусыТроицк өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй Империяһы
18167-се йорт4-се Загорный Башҡорт кантоныТроицк өйәҙе Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
1834-се йорт4-се Башҡорт кантоныТроицк өйәҙе Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
1847-се йорт4-се Башҡорт кантоныӨфө өйәҙе Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
1859-се йорт4-се Башҡорт кантоныӨфө өйәҙе Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
1895Мырҙалар улусыЗлатоуст өйәҙеӨфө губернаһыРәсәй империяһы
1920Үрге Ҡыйғы биләмәһеДыуан-Ҡошсо кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) РСФСР
1926Мырҙалар-Мәсетле улусыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ыСССР СССР
1935Мәсәғүт ауыл СоветыДыуан районыБашҡорт АССР-ыСССР СССР
1941Мәсәғүт ауыл СоветыДыуан районыБашҡорт АССР-ыСССР СССР
1990Мәсәғүт ауыл СоветыДыуан районыБашҡортостан РеспубликаһыРәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы
2008Мәсәғүт ауыл СоветыДыуан районыБашҡортостан РеспубликаһыРәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Арый ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1842 йылда 188 кешегә 53 сирек ужым һәм 274 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән, шулай уҡ 7 сирек, йәки 56 бот картуф ултыртылған. Быуат аҙағында өс баҫыу сәсеү әйләнеше еңгән. Арыш, һоло, арпа, бойҙай сәскәндәр. Баҫыуҙарҙы тиреҫ менән ашлағандар. 1-әр һуҡҡыс һәм елгәргес, тирмән булған. Урындағы тоҡом малы үрсетелгән. Үҙҙәре әҙерләгән бесән етмәгән, шуның өсөн 20 бот бесән йөгөн 1 һумға Мәсәғүт ауылы баҙарынан һатып алғандар.

1859 йылда Арый ауылындағы 29 йортта — 256, 1870 йылда 37 йортта — 119, 1920 йылда 89 йортта — 461 кеше йәшәгән.

1865 йылда 37 йортта 255 кешк йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1906 йылда 1878 йылда уҡ төҙөлгән мәсет, мәҙрәсә, мануфактура кибете теркәлгән.

Әлеге ваҡытта ауылда 1-се һанлы Мәсәғүт лицейы филиалы — Арый төп мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[4].

Арыйҙа башҡорттар йәшәй (2002)

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август461
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар271
1959 йыл 15 ғинуар294
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар399
2002 йыл 9 октябрь361
2010 йыл 14 октябрь38518719848,651,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Яңы урамы (рус.  Новая (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)[7]
Ер-һыу атамалары

Тауҙар: Сейәлетау

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Тәбиғәт һәйкәле Арый янындағы тауҙа үҫкән дала сейәһе ҡыуаҡлыҡтары тәбиғәт һәйкәле булып тора[8].

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.