Арыҫланов Мөхәмәт Нуриәхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Арыҫланов Мөхәмәт Нуриәхмәт улы
200 px
Тыуған:

2 февраль 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы, Кушнаренко районы, Мәмәк ауылы

Үлгән:

20 октябрь 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (91 йәш)

Үлгән урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Жанр:

театр декорацияһы сәнғәте

Уҡыған урыны:

И. Е. Репин исемендәге Рәсем сәнғәте, скульптура һәм архитектура институты

Наградалары:
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1955 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1971
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
Исемдәре:
РСФСР халыҡ рәссамы— 1980
РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Премиялары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Арыҫланов Мөхәмәт Нуриәхмәт улы (2 февраль 191020 октябрь 2001) — Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы, РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы, башҡорт театр декорацияһы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1973).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Арыҫланов Мөхәмәт Нуриәхмәт улы[1]1910 йылда Өфө губернаһының Мәмәк ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы) күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә туғыҙынсы бала булып тыуа. Тәүге биш малай сабый саҡта уҡ үлә. Шәкирә, Рәхилә, Рәхимә исемле ҡыҙҙарҙан һуң Мөхәмәт донъяға килә.

1926 йылдан 1929 йылға тиклем Өфө сәнғәт техникумының художество бүлегендә уҡый.

1934 йылда Ленинградта И. Е. Репин исемендәге Санкт-Петербург дәүләт академия рәсем сәнғәте, скульптура һәм архитектура институтының профессор Рудольф Рудольфович Френц класы буйынса 4 курсын тамамлай. Уның уҡытыусылары араһында Кузьма Сергеевич Петров-Водкин, академик Бродский Исаак Израилевич, А. Богушев була. Институтта уҡыған сағында ул М. Горький менән дә осраша. 1932 йылда Арыҫлановтың ата-әсәһенә кулак мөһөрө баҫыла, ә үҙен 1934 йылда, социаль сығышын йәшереүҙә ғәйепләп, рәсем сәнғәте институтынан ҡыуалар. Артабан ул Өфөгә әйләнеп ҡайта һәм театрға эшкә килә. 19341936 йылдарҙа беренсе Башҡорт колхоз-совхоз театрында (Баймаҡ)эшләй. Театрҙың рәссамы. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — монументаль спектаклдәрҙе биҙәү. 19361944 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй. 1938 йылдан алып бер үк ваҡытта Башҡорт опера һәм балет театрында ла эшләй. Заһир Исмәғилевтың «Ағиҙел тулҡындары» һәм Муҡан Төлебаевтың «Биржан менән Сара» операларына декорациялар өсөн 1973 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы мнән бүләкләнә.

1944 йылдан алып 30 йылдан ашыу Башҡорт опера һәм балет театрында баш рәссам була. 1976 йылда хаҡлы ялға сыға. Арыҫланов — башҡорт театр декорация сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. СССР, Башҡортостан Рәссамдары союздары ағзаһы була, Башҡорт АССР-ы Мәҙәниәт иинистрлығы ҡарамағындағы Художество Советына ағза итеп һайлана. 19541955 йылдарҙа Башҡортостан Рәссамдары союзы рәйесе. 70 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының художество бүлегендә уҡытыусы булып эшләй. 1937 йылдан Рәссамдар союзы ағзаһы. Атаҡлы рәссам-сәхнә биҙәүсенең эштәре А. А. Бахрушин исемендәге үҙәк дәүләт театр музейында, Дәүләт Третьяковка галереяһында һәм М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында һаҡлана.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Арыҫлановтың ҡатыны — опера йырсыһы, Рәсәй Федерацияһының Һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы Сәлиғәскәрова Мәғәфүрә Ғәлиулла ҡыҙы[2].

Улы, Арыҫланов Рифҡәт Мөхәмәт улы[3], (1946 йылда тыуған) атаһының эҙҙәренән китә. 1978 йылда Мәскәүҙә В. Суриков исемендәге художество институтының театр декорация бүлеген тамамлай һәм бына 30 йыл инде Өфөлә опера театрында баш рәссам булып эшләй. Өфөлә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының профессоры. Рифҡәт Арыҫлановтың һүрәттәре[4],Финляндияла, Чехословакияла, Югославияла, Польшала, Германияла, Францияла, Испанияла, АҠШ-та күрһәтелә. Бер өлөшө Рәсәй музейҙарында һәм сит ил шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. М. Н. Арыҫлановтың ейәнсәре Диана Арыҫланова, шулай уҡ рәссам.

Арыҫланов Мөхәмәт Нуриәхмәт улы үҙенең тормошо тураһында мемуарҙар яҙған.[5]

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Арыҫлановтың ижады драматик спектаклдәрҙе биҙәү һәм эскиздарҙы үҙ эсенә ала.

  • «Һаҡмар» спектакле к. гуашь, 1936.
  • «Любовь Яровая»спектакле к. гуашь, 1936.
  • «Бронепоезд 14-69» спектакле , к. гуашь, 1936.
  • «Ҡарағол» спектакле к. гуашь, 1937.
  • А. С. Пушкиндың «Борис Годунов» драмаһы, к. гуашь, 1937.
  • «Салауат» драмаһы, к. гуашь, 1938.

Опералар, балеттар:

  • Н. Жиганов, «Алтынсәс» операһы , к. гуашь, 1946.
  • Опера П. И. Чайковского «Мазепа», к. гуашь.
  • П. И. Чайковский, «Лебединое озеро» балеты, бум. гуашь, 1947.
  • А. Г. Рубинштейн, «Демон» операһы, к. гуашь, 1948.
  • А. П. Бородин, «Князь Игорь» операһы , к. гуашь, 1951.
  • М. И. Глинка, «Иван Сусанин» операһы, к. гуашь, 1952.
  • Н. Пейко, «Айхлу» операһы, к. гуашь, 1953.
  • Л. Степанов, «Журавлиная песнь» балеты, бум. гуашь, 1953, 1977.
  • X. Ахметов һәм Н. Сабитов, «Тау бөркөтө» балеты, к. гуашь, 1959.
  • Д. Верди, «Отелло» операһы, к. гуашь, 1962.
  • 3. Исмәғилев, «Шәүрә» операһы , к. гуашь, 1963.
  • А. Чугаев һәм X. Заимов, «Ҡара йөҙҙәр» балеты, к. гуашь, 1965.
  • Ж. Бизе, «Кармен» операһы, к. гуашь, 1965.
  • М. Кәрим, «АЙ тотолған төндә» драмаһы, к. гуашь, 1966, театр им. Хамзы.
  • Д. Верди, «Аида» операһы, к. гуашь, 1967.
  • Н. Сабитов, «Яратам һине, тормош» балеты, к. гуашь, 1967.
  • Ф. Яруллин, «Шүрәле» балеты, к. гуашь, 1969.
  • 3. Исмәғилев, «Салауат Юлаев» операһы, бум. гуашь, 1969, 1977.
  • Н. Сабитов, «Айгөл иле» балеты, к. гуашь, 1970.
  • 3. Исмәғилев, «Ағиҙел тулҡындары» операһы, к. гуашь, 1970.
  • М. П. Мусоргский, «Борис Годунов» операһы, к. гуашь, 1970.
  • Д. Верди, «Риголетто» операһы 1970, 1973.
  • Тулубаев, «Биржан и Сара» операһы, к. гуашь, 1972.
  • А. Спадавеккиа һәм X. Заимов, «Аҡбуҙат операһы», к. гуашь, 1974.
  • «Бай һәм батрак» спектакле, к. гуашь, 1976.
  • А. К. Толстой, «Царь Федор Иоаннович» драмаһы, к. гуашь, 19771978.
  • Р. Муртазин, «Дауыл» («Буря») операһы, к. гуашь, 1978.

Бөтәһе уның тарафынан ике йөҙ илле самаһы спектакль биҙәлә.

Күргәҙмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1937 йылдан башлап йәштәр күргәҙмәләренән тыш бөтә республика күргәҙмәләре.
  • БАССР рәссамдары әҫәрҙәренең декада күргәҙмәләре, Мәскәү, 1955; Мәскәү, Ленинград, 1969.
  • «Урал социалистический» зона күргәҙмәһе: Свердловск, 1964; Пермь, 1967; Силәбе, 1969; Өфө, 1974.
  • Рәссамдар әҫәрҙәренең 3 зона күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971.
  • В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата арналған БАССР рәссамдары әҫәрҙәренең күргәҙмәһе, Ульяновск, 1970.
  • РСФСР автономиялы республикалары рәссамдарының әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971.
  • Театр рәссамдары эштәренең Бөтә Рәсәй күргәҙмәһе. Мәскәү, 1957.
  • «Советская Россия» күргәҙмәһе. Мәскәү, 1958.
  • Театр рәссамдары эштәренең Бөтә Рәсәй күргәҙмәһе, Ҡаҙан, 1961.
  • Театр һәм кино рәссамдары эштәренең Бөтә Рәсәй күргәҙмәһе, Өфө, 1961.
  • Театр рәссамдарының Бөтә Рәсәй конференцияһына арналған бөтә Рәсәй күргәҙмәһе, Мәскәү, 1961.
  • Театр һәм кино рәссамдарының Бөтә Союз күргәҙмәһе, Мәскәү, 1956.
  • Бөйөк Октябрҙең 40 йыллығына арналған Бөтә Союз күргәҙмәһе, Мәскәү, 1957.
  • «Художники театра и кино» күргәҙмәһе, Ленинград, 1974.
  • «Советская Россия-5» күргәҙмәһе, Мәскәү, 1975.
  • «Слава труду» Бөтә Союз күргәҙмәһе, Мәскәү, 1976.
  • Совет театр сәнғәте ҡаҙаныштары күргәҙмәһе. Венгрия, Будапешт, 1957.
  • «Советский театр» күргәҙмәһе, Чехословакия, Прага, Братислава, 1957.
  • «Советский театр» күргәҙмәһе, Польша, Варшава, 1957. «Советский театр» күгәҙмәһе, ГДР, Берлин, 1957.
  • «Советский театр» күргәҙмәһе, Румыния, Бухарест, 1957.
  • Башҡорт сәнғәте әҫәрҙәре күргәҙмәһе. ГДР, Галле ҡалаһы, 1975.

Наградалары һәм премиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, 1955
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, 1971
  • «1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы, 1945
  • Степанов һәм З. Исмәғилевтың «Сыңрау торна» балетына декорация эскиздары өсөн Халыҡ Хужалығы Ҡаҙаныштары күргәҙмәһе (ВДНХ) миҙалы, 1968
  • «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы, 1970
  • Салауат Юлаев премияһы лауреаты, 1973
  • Диплом 1-й степени «Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 50 йыллығы хөрмәтенә спектаклдәрҙең Бөтә Рәсәй смотрында юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн» 1-се дәрәжә дипломы, 1967
  • Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 50 йыллығы хөрмәтенә яңы музыкаль спектаклдәр ижад итеү буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында 2-се дәрәжә диплом, 1968
  • В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған музыкаль театрҙар спектаклдәренең Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнашыуы һәм ижади уңыштары өсөн 1-се дәрәжә диплом.
  • РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы, 1980
  • Башҡорт АССР-ның халыҡ рәссамы, 1968
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, 1954
  • Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, 1943

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөхәмәт Нуриәхмәт улына мулла исем ҡушҡанда уның муйынында миң (родинка) күреп ҡала һәм уға Миңлемөхәмәт тип исем ҡысҡыра. «Миңле» — миңе бар тигәнде аңлата.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • БСЭ, т. 3, раздел «Башкирская АССР». Изд. Советская энциклопедия, Москва, 1970.
  • История Уфы. Сб. статей, гл. 14 Башкирское книжное изд., Уфа, 1970.
  • Альбом "Центральный музей им. А. А. Бахрушина. Изд. «Изобразительное искусство», Москва, 1971.
  • «50 лет советского искусства. Художники театра». Изд. «Советский художник», Москва, 1969.
  • Альбом «Урал социалистический». Изд. «Художник РСФСР», Ленинград, 1975.
  • Журнал «Советская музыка», 1964, № 3. Н. Шуйская: Страницы живой летописи.
  • Журнал «Искусство», 1961, № 1. Художники о себе.
  • Журнал «Художник», 1959, № 6. М. Арсланов: Путь в жизни.
  • Журнал «Художник», 1971, № 10. М. Арсланов: Слово о выставке.
  • Журнал «Художник», 1973, № 7. Г. Пикунова: 40 лет на сцене.
  • Журнал «Искусство», 1978, № 3. Ж. «Агидель», № 6. Г. Ликунова: Мухамед Арсланов.
  • Журнал «Эдеби Башкортостан», 1960, № 10. Р. Хайруллин:. Мухамед Арсланов.
  • Р. Брусиловский: «Художник». Статья, переданная по Всесоюзному радио 5 января 1944 г.
  • Газета «Советская культура», 1963 от 11 апреля (Отчётный доклад правления Союза художников СССР).
  • Оськина, И. Н. Арсланов Мухаммед / И. Н. Оськина // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Науч. изд-во «Башкирская энциклопедия», 1996. — С. 125—126.
  • Арсланов, М. Жизнь в искусстве / М. Арсланов // Ватандаш. — 2001. — № 11. — С. 144—153.
  • Основатель башкирской сценографии / Подгот. К. Кайдалова // Рампа. — 1998. — № 2. — С. 4.
  • Пикунова-Уждавини, Габриэль. Мастер декоративного искусства / Г. Пикунова-Уждавини, Л. Попова // Бельские просторы. — 2005. — № 3. — С. 119—125.
  • Попова, Л. Выдающийся художник сцены / В. Попова // Баш. укытыусыhы. — 2005. — № 2. — С. 54—58.
  • Фенина, Э. Художник и сцена / Э. Фенина // Баш. укытыусыhы. — 2001. — № 3. — С. 53—55.
  • Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1979.


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]