Арыҫланов Нурәмбәк Ғиниәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Арыҫланов Нурәмбәк Ғиниәт улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 15 июль 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Стәрлетамаҡ кантоны
Вафат булыу көнө 30 июнь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Өфө
Һөнәр төрө ғалим

Арыҫланов Нурәмбәк Ғиниәт улы (15 июль 1928 йыл, Кинйәабыҙ ауылы — 30 июнь 2012 йыл, Өфө) — иҡтисадсы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (2002), иҡтисад фәндәре докторы (1985), профессор (1987), Рәсәй Федерацияһының (1996), БАССР-ҙың (1981) атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Арыҫланов Нурәмбәк Ғиниәт улы 1928 йылдың 15 июлендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны Кинйәабыҙ ауылында, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районында тыуған. 1954 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын тамамлай.

Эш урыны: 1959 йылда СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы иҡтисади тикшеренеү бүлегендә ғилми хеҙмәткәр; БАССР-ҙың ауыл хужалығы министрлығы идаралығы начальнигы (1962—1966); 1966 йылдан алып Башҡортостан ауыл хужалығы институтында кафедра мөдире; бер үк ваҡытта Социаль- иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының (ИСЭЙ) (1991—1994), Башҡорт ғилми-тикшеренеү һәм проектлау-технологик малсылыҡ һәм йылҡысылыҡ институтының (БНИПТИЖ) (1995—1998) етәксе ғилми хеҙмәткәре.

Арыҫланов Нурәмбәк Ғиниәт улының фәнни эштәре йүнәлештәре: баҙар иҡтисады шарттарында агросәнәғәт производствоһын ойоштороу, Башҡортостан Республикаһы аграр секторының иҡтисади һөҙөмтәлелеген арттырыу.

Уның докторлыҡ диссертацияһы темаһы «Проблемы экономической эффективности молочного скотоводства в условиях его индустриализации (Вопросы теории, методология анализа и пути повышения)».

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Арыҫланов Нурәмбәк Ғиниәт улы — 150-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 12 монография авторы.

Внедрение передовой технологии в колхозах и совхозах. Өфө, 1963 (авторҙаш).

Снижение себестоимости молочной продукции. Өфө, 1964.

Пути повышения эффективности сельскохозяйственного производства в БАССР. Өфө, 1972.

Эффективность молочного скотоводства на современном этапе НТП (Вопросы теории, методологии анализа и пути повышения). Өфө, 1981.

Проблемы перестройки агропромышленного производства и развитие земельных отношений. Өфө:, 2002.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Недорезков В. Д., Зиязетдинов Р. М. Башкирский государственный аграрный университет: История. Современность. Уфа: 2000.

Башкирская энциклопедия: В 7 т. Т. 1: А-Б: Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

http://www.anrb.ru/blog/alias/araslanov