Арыҫланғолов Барый Кинйәбулат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Арыҫланғолов Барый Кинйәбулат улы
Зат ир-ат
Рәсем
Тыуған көнө 26 февраль 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Стәрлебаш районы
Вафат булған көнө 6 октябрь 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Стәрлебаш районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Уҡыу йорто Волгоград дәүләт аграр университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хеҙмәт ветераны» миҙалы «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы «Японияны еңгән өсөн» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
 Арыҫланғолов Барый Кинйәбулат улы Викимилектә

Арыҫланғолов Барый Кинйәбулат улы (26 февраль 1926 йыл6 октябрь 1996 йыл) — дәүләт һәм партия эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1973—1985 йылдарҙа КПСС-тың Стәрлебаш район комитетының беренсе секретары. КПСС-тың XXV съезы делегаты, Башҡорт АССР-ының 9-сы һәм 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ике «Почёт Билдәһе» һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Барый Кинйәбулат улы Арыҫланғолов 1926 йылдың 26 февралендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны[1] хәҙерге Иҫке Ҡалҡаш ауылында тыуған.

1941 йылдан 1943 йылдың ноябренә тиклем «Ҡалҡаш» колхозында өлкән иҫәпсе булып эшләгән[2].

1943 йылдың ноябрендә үҙ теләге менән фронтҡа китә. 1945 йылдың 9 авгусынан алып 2 сентябргә тиклем 1-се Алыҫ Көнсығыш фронты (25-се армия, 88-се уҡсылар корпусы, 258-се уҡсылар дивизияһы) ғәскәрҙәре составында Корея ярымутрауын азат итеү һуғыштарында ҡатнаша[3]. Был операция Харбин-Гирин һөжүм операцияһы тип атала һәм 17-се фронттың 34-се армияһының тар-мар ителеүе менән тамамлана. К. Б Арыҫланғолов оператив һәм хәрби разведка бурысын үтәй, дошман тылында мәғлүмәт ала, шулай уҡ «тел» эләктереүҙе тормошҡа ашыра, улар араһында япон офицерҙары була. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып, яралана, әммә сафҡа әйләнеп ҡайта. «Кореяны азат иткән өсөн» миҙалы, «Японияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. 1950 йылдың йәйендә рота старшинаһы званиеһында демобилизациялана.

1951 йылдың февраленән 1952 йылдың авгусына тиклем Иҫке Ҡалҡаш мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта Стәрлетамаҡ педагогия училищеһын ситтән тороп тамамлай.

1952 йылдың август айында КПСС район комитеты инструкторы итеп тәғәйенләнә. 1952 йылдан 1957 йылға тиклем КПСС-тың Стәрлебаш район комитетында партия эшендә эшләй, Стәрлебаш МТС-ының азат ителгән партком секретары итеп һайлана.

1957—1961 йылдарҙа Свердловск юғары партия мәктәбендә уҡый.

1961 йылдан алып КПСС-тың Стәрлебаш район комитетында ойоштороу бүлеге мөдире булып эшләй, КПСС-тың Стәрлебаш район комитетының икенсе секретары итеп һайлана.

1967 йылда Волгоград ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетын ситтән тороп тамамлай.

1967 йылдың мартында Стәрлебаш район Советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана.

1973 йылдың апрелендә КПСС-тың Стәрлебаш район комитетының беренсе секретары итеп һайлана. Арыҫланғолов Барый Кинйәбулат улы етәкселек иткән осорҙа социаль инфраструктура, транспорт инфраструктураһы, инженер инфраструктураһы объекттары әүҙем төҙөлә, ауыл хужалығы үҫешә, тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү эше алып барыла. 1973 йылдан алып 1985 йылға тиклем Стәрлебаш районы үҫемлекселек һәм малсылыҡ продукцияһы етештереү буйынса иң яҡшы иҫәптә була һәм күп тапҡыр КПСС өлкә комитетының, Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының күсмә Ҡыҙыл Байрағы менән бүләкләнә.

1975 йылдың июлендә Башҡорт АССР-ының 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана[4].

1976 йылдың февралендә КПСС-тың XXV съезына делегат итеп һайлана[5].

1980 йылдың мартында БАССР-ҙың 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана[6].

1985 йылдың ноябрендә Стәрлебаш район партия комитетының беренсе секретары вазифаһын ҡалдыра.

1986 йылдың февралендә Союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер булып хаҡлы ялға китә.

Б. К. Арыҫланғолов исемендәге милли көрәш буйынса турнир ҡатнашыусылары һәм ҡунаҡтары

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫке Ҡалҡаш ауылындағы урта мәктәп фасадында Б. К. Арыҫланғоловҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Стәрлебаш һәм Иҫке Ҡалҡаш ауылдарында урамдар һәм Иҫке Ҡалҡаш ауылындағы урта мәктәп Барый Арыҫланғолов исемен йөрөтә.
  • 1997 йылдан алып Стәрлебаш һәм күрше райондар уҡыусылары араһында милли көрәш буйынса ярыш уҙғарыла[7] 1999 йылдан турнир «район-ара ярыш» статусын йөрөтә[8].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы
  2. Аҡьюлов И. Арыҫланғоловты яҡташтары онотмай (башк.) // Йәшлек : Газета. — 2016. — 26 февраль, № 02. С. 18
  3. Чистяков И.М., Лебедев Н.Г. Журнал боевых действий войск 25 армии с 9 по 19 Августа 1945 г. (билдәһеҙ). Память народа. Центральный архив Министерства обороны (1945). — стр.41,45,47,50,52,55,58. Дата обращения: 12 март 2016.
  4. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. Документы и материалы. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — Т. 2. — С. 172, 191. — 304 с. — ISBN 5-8258-0204-5.
  5. 25 съезд КПСС. Стенографический отчет. Ч.2 2019 йыл 5 февраль архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 февраль 2019)
  6. Верховный Совет Башкирской Автономной Советской Социалистической Республики. Постановление ВС Башкирской АССР от 21.03.1980 «Об избрании Планово-бюджетной комиссии Верховного Совета Башкирской АССР». Верховный Совет БАССР (21 март 1980). Дата обращения: 7 март 2016.
  7. Мунира Аглиуллина. Собрал турнир сильнейших. Стерлибашевские родники (4 март 2016). Дата обращения: 29 ноябрь 2016. 2016 йыл 29 ноябрь архивланған.
  8. Спортивный комитет Стерлибашевского района. Турнир сильнейших борцов. Стерлибашевские родники (20 март 2014). Дата обращения: 7 март 2016. 2016 йыл 10 март архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. Документы и материалы. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — Т. 2. — С. 172, 191. — 304 с. — ISBN 5-8258-0204-5.