Арыҫлан (Ҡурған өлкәһе)
| Ауыл | |
| Арыҫлан | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Муниципаль район | |
| Ауыл биләмәһе | |
| Координаталар | |
| Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
| Бейеклеге |
167 м |
| Халҡы | |
| Милли состав | |
| Почта индексы |
641013 |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
- |
| Код ОКАТО | |
| Код ОКТМО | |
|
| |
Арыҫлан (рус. Арасланова) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Шучье районы ауылы. Сухоборское ауыл советы составына керә.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл район үҙәге Щучье ҡалаһынан 12 км көньяҡтараҡ Арыҫлан күле буйында урынлашҡан.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге тапҡыр 1776 йылда телгә алына[2]. Революцияға тиклем Арыҫлан ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡалмаҡ улусы ҡарамағында була[2].
1923 йылда Урал өлкәһе ойошторолғас, Арыҫлан ауылы Силәбе округы Һарт-Ҡалмаҡ районының Әптекәй ауыл советы составына керә. 1924 йылда Һарт-Ҡалмаҡ районының исеме Ялан районы тип үҙгәртелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, Арыҫлан ауылы Щучье районына керә. 1934 йылда Щучье районы Силәбе өлкәһе составына, ә 1943 йылда — Ҡурған өлкәһе составына инә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| 1795 | 1834 | 1866 | 1900 |
|---|---|---|---|
| 49 | 78 | 178 | 222 |
| Халыҡ иҫәбе | |
|---|---|
| 2004 | 2010[1] |
| 174 | ↘136 |
1926 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда 238 кеше теркәлгән, уларҙың 220 — башҡорттар, 18 — урыҫтар.
2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (95 %) йәшәй[3].
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда башланғыс белем биреү мәктәбе бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Дата обращения: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
- ↑ 2,0 2,1 Урал аръяғы Ырымбур губернаһы башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арасланова // Населённые пункты Башкортостана. Энциклопедия / Авт.-сост.: Г. З. Кутушев [и др.]. — Уфа: Акирус, 2022. — 863 с. — ISBN 9785604437995.
| Был Ҡурған өлкәһе географияһы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |